Әлфиә Кәримоваға маҡтаулы исем бирелде!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта указға ҡул ҡуйған.

Кисә, 22 июндә, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Башҡортостандың халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримоваға мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта указға ҡул ҡуйҙы.
Кисә Әлфиә Мостай ҡыҙына 70 йәш тулды.
“Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Күп йылдар һеҙ Башҡортостандың бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бай әҙәби мираҫын һаҡлауға, йәштәр араһында уның ижадын популярлаштырыуға, йәмғиәттә китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, һүнмәҫ дәрт һәм изгелектәр теләйем”, — тип белдерә Радий Хәбиров юбилей ҡотлауында.
Әлфиә Мостай ҡыҙы билдәләүенсә, хәҙер уның төп эшмәкәрлеге 2013 йылда ойошторолған Мостай Кәрим исемендәге фонд эше менән бәйле. Фондтың төп бурысы – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү программаларына ярҙам итеү, Мостай Кәримдең һәм уның замандаштарының ижадын таратыу.
Фото: mustai.ru
Читайте нас