Музей өсөн рәхмәт!

Александр Сидякин музейҙы булдырғандарға уңышлы эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Бөгөн, 24 июндә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейын булдырыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Валериан Альбанов баш ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән, Арктиканың легендар тикшереүсеһе. Билдәле булыуынса, ул музей май аҙағында асылды, тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Александр Сидякин музейҙы булдырғандарға уңышлы эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
– Себерҙе өйрәнгән бөйөк ҡотопсоларға, шул иҫәптән Башҡортостан кешеләренә арналған музейҙың барлыҡҡа килеүе республика өсөн бик мөһим ваҡиға булды. Проекттың идеяһы башында Радий Хәбиров торҙо, – тине Александр Сидякин. – Музей асылыуға бер ай үтте, был осорҙа уны 1200 кеше ҡараны. Араларында мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Музей башҡа төбәктәр ҡунаҡтарын, туристарҙы ла йәлеп итә башланы. Быларҙың барыһы ла уны асыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең тырышлығы арҡаһында мөмкин булды.
Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары менән Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры Марат Вәсимов, “Дисплей-АРТ” компанияһы менеджеры Андрей Жуков, мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, Ҡотопсолар музейы хеҙмәткәрҙәре Зилә Хәбибуллина һәм Эвелина Байымова, республиканың Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина, Аксаков музейы белгесе Татьяна Петрова бүләкләнде.
Был музей Свердлов урамында сауҙагәр Соловьевтарҙың ике ҡатлы йортонда урынлашҡан. Әле элекке бина тулыһынса яңыртылған. Уның дөйөм майҙаны 300 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Музейҙың эсе бик матур һәм заманса. Беренсе ҡатта Арктиканы үҙләштереү тарихы, был төбәктә Рәсәйҙең әһәмиәте, ҡотопсолар тураһында мәғлүмәттәр, Арктиканы һәм Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереү карталары ҡуйылған. Поляр экспедицияларға барғандарҙың шәхси әйберҙәре, документтар тупланған. Һәр залда заманса электрон стендтар, планшеттар ҡуйылған. Бер залда махсус технологиялар ярҙамында Төньяҡ балҡышын күрергә, аҡсарлаҡтар ҡысҡырғанын, элекке осор музыкаһын эксклюзив граммофон аша тыңларға була.
Икенсе ҡаттағы бер зал тулыһынса Альбановҡа, уның экспедицияһына арналған. Шулай уҡ беҙҙең замандарҙа уларҙың юлы буйлап экспедицияларға йөрөгән ҡотопсолар залы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәктәп уҡыусыларына шөғөлләнер, мәғлүмәттәрҙе өйрәнер, оҫталыҡ дәрестәре алыр өсөн махсус зал бүленгән. Кино, видеояҙмалар күрһәтеү маҡсатында техника һәм зал да бар. Дөйөм алғанда, музей экспозицияһында йөҙҙән ашыу артефакт һәм экспонат бар. Уларҙың иң ҙуры – XIX быуаттың адмиралтейство якоры, ул бөгөндән Өфөнөң яңы арт-объектына әйләнде лә. Ғөмүмән, яңы музей балаларҙы ла, йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындырасаҡ, өлкәндәр өсөн дә файҙалы буласаҡ.
1912 йылда Валериан Альбанов Георгий Брусиловтың экспедицияһында “Изге Анна” өс мачталы пар ярҙамында эшләнгән елкәнле шхунала беренсе тапҡыр Төньяҡ диңгеҙ юлы менән Атлантиканан Тымыҡ океанға йүнәлә. Тик боҙлоҡҡа бәрелеп һәләкәт кисерә. Штурман Альбанов бер төркөм матростар менән карабын ташлап, боҙҙар араһынан Франц-Иосиф еренә барырға ҡарар итә. 120 километрлыҡ юл өс айҙан ашыу ваҡытты ала. Маҡсатҡа тик ике кеше өлгәшә: Валериан Альбанов менән матрос Андрей Конрад. Тик улар бик кәрәкле һәм мөһим доументтар алып ҡайтыуға өлгәшә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас