Йылдағыса, баймаҡтар халҡыбыҙҙың милли байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Ниһайәт, байрам алдынан ғына ергә оҙаҡ көттөргән ямғыр тамсылары ла төштө. Һабантуйға район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ҡунаҡ ҡаршылай белә баймаҡтар: Граф күле янындағы матур аҡланда бер-бер артлы аҡ тирмәләр теҙелгән, һәр береһе янында ҡаҙандар аҫылған, самауыр борҡой. Үрҙәрәк һәр ауылдың ағинәйҙәре, ҡул оҫталары үҙҙәре баҫҡан кейеҙҙәрен, һуҡҡан балаҫтарын йәйеп, суҡлы-саҡлы кейенешеп, сығыш яһарға йыйына. Тирмә янында милли аш-һыу, халыҡ кәсептәрен, ҡул эштәрен сағылдырған бай күргәҙмә урын алған.
Ниндәй һабантуй ялан батырҙарын тәбрикләүһеҙ үтһен инде?! Был юлы ла ер улдары, игенселәр, төрлө һөнәр оҫталары бүләкләнде, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, дәүләт наградалары тапшырылды.
Һабантуй, әлбиттә, йыр-бейеүһеҙ, уйын-көлкөһөҙ, ярыш- бәйгеләрһеҙ үтмәй. Был юлы ла Баймаҡ халҡы һәм район ҡунаҡтары рәхәтләнеп ял итте. Байрамдың йәме - ат сабыштары, "Ылаҡ" уйыны булды. Ҡолғаға менеү, көрәш, спорт ярыштарында ла халыҡ әүҙем ҡатнашты. Бер яҡ ситтәрәк балалар өсөн робоһабантуй ойошторолдо, балалар өсөн милли уйындар үтте.