"Башҡортостан - милләт-ара татыулыҡ өлгөһө"

Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса баш комиссары Кайрат Абдрахманов Өфөлә булды.

Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса баш комиссары Кайрат Абдрахманов бөгөн Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина һәм республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән осрашты. Был осрашыу комиссарҙың Рәсәйгә беренсе рәсми визиты барышында ойошторолдо.
“Торатау” конгресс-холында хөрмәтле ҡунаҡты республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың - башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, мордва, украин, белорус, латыштарҙың мәҙәниәте һәм көнкүреше менән таныштырған күргәҙмә ҡаршыланы. Экспонаттар хаҡында белешмәне тарихи-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәре бирҙе. Күргәҙмә К. Абдрахмановта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ул экспонаттар менән танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Һәр милләт вәкиле ҡунаҡтарҙы үҙ туған телендә сәләмләне.
Комиссар Башҡортостанда һәр милләт вәкилдәренә күрһәтелгән иғтибарға, хәстәрлеккә, дәүләт программалары ярҙамына, милли-мәҙәни йәмәғәт берекмәләренең республика Башлығы, ил Президенты гранттары алыуына һоҡланды. Республикала 50-ләп милли-мәҙәни йәмәғәт берекмәнең уңышлы эшләп килеүе лә уның өсөн тәьҫирле, матур мәғлүмәт булды.
Комиссар фекеренсә, Башҡортостан милләт-ара дуҫлыҡтың, татыулыҡтың өлгөһө булып тора.
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас