Мәмбәт ҡыҙҙары ауылға ҡайтты

"Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамын Хәйбуллала нисек үткәрәләр?

Хәйбулла районында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамдарын уҙғарыу дауам итә. Кисә Мәмбәт ауылының гүзәл заттары тыуған төйәгенә йыйылды.
Бөгөн 39 ҡатын-ҡыҙ тыуып үҫкән еренә тоғро ҡалып, унда ғаилә ҡороп төпләнгән. Башҡа яҡтарға килен булып төшкәндәр ҙә үҙ ерен онотмай. Байрамға уларҙың барыһы ла ашҡынып ҡайтҡан. Ҡыҙҙар бергәләшеп уйнап үҫкән, бала саҡтары үткән мәктәп юлдарын, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп, тыуған төйәге урамдары буйлап үткән. Һәр урамда әҙерләнгән ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр менән танышҡандар, шулай уҡ "Ҡымыҙ эсеү", "Ҡәйнәләр һәм килендәр әйтеше" һәм башҡа халыҡ йолалары күрһәтелгән. Ауылдың уңған ҡыҙҙары ҡорот яһау ысулы менән дә таныштырған.

Йорт утын һүндермәгән ҡәйнәләр, еңгәйҙәр, килендәр шәжәрәһе ағасы ла әҙерләгән.

2006 йылда башҡорт халҡынын ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, фольклор өлгөләрен өйрәнеп, киләһе быуындарға еткереү маҡсатында ойошторолған “Туржы ынйылары” фольклор төркөмө сығыштары байрамға йәм өҫтәгән. Йола буйынса, сара барышында төрлө рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылған. Әйткәндәй, Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән күп ҡыҙҙар бөгөн төрлө өлкәләрҙә етәксе вазифаһын үтәй. Улар араһында Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова, "Башбланкиздат” йәмғиәтенең генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаева һәм башҡалар бар.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.
Читайте нас