Баҙыҡовтың баҙыҡ ижады

Бөгөн Өфө художество галереяһында билдәле фоторәссам Рәйеф Баҙыҡовтың “Тормош моңо” тип аталған юбилей күргәҙмәһе асылды.

Бөгөн Өфө художество галереяһында билдәле фоторәссам Рәйеф Баҙыҡовтың “Тормош моңо” тип аталған юбилей күргәҙмәһе асылды. Унда исеме Башҡортостан фотожурналистикаһы тарихына тәрән уйылған оҫтаның уҙған быуаттағы 80-се йылдарҙан бирле тупланып килгән иң яҡшы хеҙмәт емештәренең бер өлөшө менән танышырға мөмкин.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы һәм Башҡортостан фоторәссамдарының Р. Исламов исемендәге конкурсы лауреаты Рәйеф Баҙыҡов Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылында тыуып үҫкән. Фоторәссам булараҡ хеҙмәт юлының башы ярты быуаттан ашыу ваҡыт элек ҙур тираж менән баҫылған “Голос строителя” гәзите редакцияһы менән бәйле. Артабан иһә Рәйеф Карам улы бер нисә йыл Өфө ҡалаһы тормошон сағылдырыусы “Вечерняя Уфа” гәзитендә тәжрибә туплаған һәм, ниһайәт, 1983 йылда ғүмеренең 40-ҡа яҡын йылын арнаясаҡ редакцияға – “Советская Башкирия” (хәҙерге “Республика Башкортостан”) ижтимағи-сәйәси гәзитенә – эшкә килгән.
Эйе, беҙ уны тәү сиратта рәсми сараларҙы, байрамдарҙы һәм башҡа ваҡиғаларҙы төшөрөп йөрөүсе өлгөр фотохәбәрсе тип беләбеҙ. Әммә Рәйеф Карам улының пейзаждары, этюдтары һәм башҡа жанрҙағы эштәре лә ҡарап туйғыһыҙ. Һәр ҡайһыһында – оло мәғәнә, юғары оҫталыҡ, ҡабатланмаҫ матурлыҡ. Юҡҡа ғына был рәссамдың шәхси күргәҙмәләре Рәсәйҙә генә түгел, Ҡытайҙа (1993 йыл), Төркиәлә (2006 йыл), Францияла (2010 йыл) ла ойошторолоп, ҙур уңыш ҡаҙанмағандыр.
Әйткәндәй, Рәйеф Карам улы, ҡайҙарҙа ғына булмаһын, тыуған яғын, туған халҡын барыһынан ғәзизерәк күрә. Был турала һөйләгәндә Йәрмәкәй ауылындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Исламбахты ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә даими күргәҙмәләрен ҡуйыуы хаҡында әйтеп үтеү урынлылыр. Республикабыҙҙың гүзәллеген һынландырған шундай уҡ фотоэкспозицияһы Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиллегендә лә тора икән.
Рәссамдың 75 йәшлек юбилейына бағышланған сараны асыу тантанаһына төрлө киң мәғлүмәт сараларынан хеҙмәттәштәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре, рәсми вәкилдәр ҙә килгән ине.
– Ниндәй генә фотоһүрәтен ҡарама, барыһынан да яҡтылыҡ, яҡшы кәйеф, йәшәү дәрте бөркөлә. Һәм, ҡайҙа ғына ҡуйылмаһын, уларҙың Башҡортостанда төшөрөлгәне һис һүҙһеҙ аңлашыла, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин. – Йөрәктәргә тәьҫир итеүсе, күңелдәрҙе дауалаусы бындай эштәрҙе халыҡҡа йышыраҡ күрһәтергә кәрәк.
Рәйеф Баҙыҡовтың “Тормош моңо” күргәҙмәһе 23 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор:Даян Мазитов
Читайте нас