Салауат ҡалаһында кемдәр сығыш яһаны?

Грециянан, Австриянан, Мексиканан, Индонезиянан, Словакиянан килгән ҡунаҡтар ниндәй тәьҫораттарын еткерҙе?

5 июлдә Фольклориадала ҡатнашыусылар салауаттарға һәм ҡунаҡтарға бик үҙенсәлекле тапшырыу күрһәтте: Греция бейеүселәре бик боронғо кейемдә бейене, мексикандар сағыу биҙәктәр менән хайран итте, Индонезия артистары музыка, бейеү һәм йыр аша үҙҙәренең ил мөхитенә сорнаны. Был иһә ҡунаҡтар күргән өлөштөң бер аҙы ғына.
Грецияның “Карагуна” фольклор ассоциацияһында ҡатнашыусы Хрисида менән Андромахи үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
"Грециянан килдек, бик шәп ойошторолған сарала ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Өфө – матур ҡала! Салауаттан да яҡшы тойғолар ҡаласаҡ. Сығышыбыҙ Греция халҡы өсөн мөһим ваҡиға – грек революцияһының 200 йыллығына – арнала. Сығышыбыҙ тере музей кеүек: костюмдарыбыҙға һәм биҙәүестәребеҙгә – 100 йылдан ашыу. Грецияла профессиональ ансамблдәр юҡ. Барлыҡ фольклор төркөмдәре үҙешмәкәр, шуға коллективтарҙа төрлө һөнәр эйәләре – адвокаттар, табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бейей. Эштән буш ваҡытта шөғөлләнәбеҙ".
"Миңә – 28 йәш, колл-үҙәктә эшләйем. Хобби булараҡ, ғүмер буйы бейейем. Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыу өсөн һайлау турында үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Башта икенсе коллектив еңгәйне, тик тиҙҙән улар сәфәрҙән баш тартты. Килеүебеҙгә бик шатмын! Италияла, Испанияла һәм башҡа илдәрҙә булдым. Рәсәйгә беренсе тапҡыр килдем. Бында миңә барыһы ла оҡшай. Башҡортостандағы һауа торошо Мексикалағыны хәтерләтә: шулай уҡ ҡояшлы", - тине Мексиканың “Байарта Азтека” халыҡ бейеүе коллективы ҡатнашыусыһы Эхика.
Словакияның “Надсенчи” фольклор ансамбле ҡатнашыусылары Милан менән Даниэль: “Башҡорт ерендә булыуыбыҙға шатбыҙ. Һеҙҙә – матур ҡалалар һәм ҡунаҡсыл кешеләр. Барыһы ла оҡшай", - ти.
Австрияның “Россекер” халыҡ бейеүҙәре коллективы ҡатнашыусыһы Томас: “Бында килеүебеҙгә шатбыҙ һәм бәхетлебеҙ! Республикағыҙ шәп, Салауатта бик яҡшы ҡаршыланылар. Пандемиянан һуңғы ауыр осорҙа бында сығыш яһауыбыҙға шатбыҙ”, - тип белдерҙе.
Индонезияның “Двипатар” фольклор коллективы ҡатнашыусыһы Кидан үҙҙәренең коллективының бали бейеүен башҡарасағы хаҡында әйтте: “Беҙ йырлайбыҙ, бейейбеҙ һәм музыкаль инструменттарҙа уйнайбыҙ. Коллективыбыҙҙа, нигеҙҙә, студенттар. Миңә – 24 йәш, иң олоһомон. Был халыҡ-ара сара беҙгә ныҡ оҡшай. Өфөлә фестивалде асыу тантанаһына, Башҡортостан ҡалаларына, беҙҙекенән айырылған тәбиғәтегеҙгә һоҡландыҡ. Рус һауаһын һәм рус халҡының изгелелеген баһаланыҡ”.
Әйткәндәй, Салауат ҡалаһындағы майҙансыҡтарҙа төп өс талап ғәмәлдә: термометр менән мотлаҡ үлсәү, ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлектең булыуы. Ябыҡ биналарҙа үткәрелгән байрам сараларында тамашасылар сикләнгән һанда ҡатнаша. Барлыҡ Фольклориада тигәндәй open air форматында үтә. Салауаттар өсөн дә был сара асыҡ һауала уҙҙы: барыһы ла тамаша ҡылды.
Фото: Салауат ҡалаһы гәзите төркөмөнән.
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас