Бөтә яңылыҡтар

Тарихты, ата-бабаларҙың үткәнен өйрәнегеҙ...

Ғилман олатай төньяҡ амурҙарының береһе булған.

Быйыл яҙ 1812 йылғы Ватан һуғышы яу яландарында үҙен һүнмәҫ данға күмгән Беренсе Башҡорт полкы ойошторолоуға 210 йыл тулды. Рәсәй менән Франция араһында һуғыш башланыу ҡурҡынысы килеп тыуғас, 1811 йылдың 7 апрелендә батша Александр I фарманы менән ике башҡорт полкы төҙөлә. Мәҡәлә 1812 йылғы Ватан һуғышында йәнен аямай, ҡурҡыу белмәй батырҙарса һуғышып дошмандарҙы еңгән, шулай уҡ тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта алмай яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалған бөтә яугирҙәргә арнала.


Өфөгә, муниципиаль берә­мек­тәр­ҙең IV съезына барғанда, һатыуҙа Әнүәр ағай Әсфән­диәровтың ”Баш­ҡортостандың һәм күрше биләмәләр ауылдарының тарихы” тигән китабын һатыуҙа күрҙем. Был китапта тыуған төбәгем – Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа ауылы тураһында мәғлүмәт бик аҙ ине. Мин уның тарихы менән күптән ҡыҙыҡһынам һәм хәҙер ныҡлап өйрәнергә булдым. Шунан һуң элегерәк ололарҙан ишеткән тарихи ваҡиғаларҙы ҡағыҙға теркәй башланым. Ул ваҡытта иҫән булған оло быуын кешеләренән ауылға бәйле төрлө ер-һыу атамаларының килеп сығышы тураһында һөйләүҙәрен һораным.
Ағинәйҙәрҙең береһе, атайымдың иң оло апаһы, 1925 йылғы Миңйыһан инәйҙән ауыл, тыуған-ырыуыбыҙ тураһында һөйләүен һораным.

– Күрше-тирә беҙҙең ауылды бер ҡасан да Бикҡужа тип атаманы. Электән Сорғояҙ, Иҫке ауыл тип йөрөттөләр. Был ауылдың боронғо исемеме, әллә түгелме – уныһын белмәйем, – тине Миңйыһан инәй.
Әнүәр ағай үҙенең китабында Бикҡужа ауылына ҡасан нигеҙ һалын­ғанын да, кем башлап ултырғанын да күрһәтмәгән. Тимәк, архивта был турала мәғлүмәт һаҡланмағандыр.
– Беҙҙең ата-бабалар күсеп килгән халыҡтан булмаған, – тип һүҙен дауам итте инәй. – Элек-электән ошо ауылда йәшәгәндәр. Хатта 1906 йылда, ауыл тулыһынса янып бөткәндә лә, күсеп китмәгәндәр, яңынан төҙөнөп тыуған ерҙәрендә ҡалғандар. Беҙҙең Ғилман олатай “боронғо” һуғыштан һыбай ҡайткан. Сит ерҙәрҙә оҙаҡ йылдар яу йөрөп, ҙур түрә булып ҡайтҡан, – тине.
Ҡайһы “боронғо” һуғышта, ниндәй ерҙәрҙә булғанын инәй аныҡ ҡына әйтә алманы, тик: “Аҡтар менән ҡыҙылдар ваҡытында түгел, бик күптән булған ул һуғыш”, – тине.
XIX быуатта Рәсәй хөкүмәте алып барған бөтә һуғыштарҙа, сит илдәргә походтарҙа башҡорт яугирҙәре ҡатнашыуы билдәле, шуға ла мин Ырымбур дәүләт архивынан документтар юлларға тотондом.
1816 йылғы рәүиз мәғлүмәте буйынса, олатайымдың олата­һының атаһы Ғилман Хоҙай­бирҙе улы йөҙбашы (сотник) тип теркәлгән. Хәҙер инде Беренсе Башҡорт полкының тарихын ентекләп өйрәнергә булдым. Ырымбур архивында һаҡланған материалдар менән таныштым, “БСТ” каналында һирәк булһа ла сыҡҡан тарихи тапшы­рыу­ҙар­ҙы ҡараным, билдәле тарих­сыларҙың Әбүбәкир Усма­новтың, Әнүәр Әсфәндиәровтың, Рәмил Рәхимовтың 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы хеҙмәттәрен өйрәндем, район һәм Өфө үҙәк китапханаһының һирәк осраған китаптар бүлегендә булдым.
Ғилман олатай хәрби хеҙ­мәткә 1811 йылдың 10 майында саҡырыла. Ул яҙғы тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән осорҙа, 9-сы кантонға ҡараған күрше Һыртлан, Нарбут, Аҡназар, Үрге Таш һәм башҡа ауылдарҙан иптәштәре менән хәрби сәфәргә сыға. Ғилман олатайҙы ауылында туғандары һәм ике улы менән ҡатыны көтөп ҡала.
Буласаҡ Беренсе Башҡорт полкы яугирҙәре Эйек йылғаһы­ның тама­ғында урынлашҡан Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Воздвиженка ҡасабаһы) йыйылып бөткәс, Сембер ҡалаһына юллана. Унда ойоштороу эштәре тулыһынса тамамланғас, полк Серпухов ҡалаһына оҙатыла. 1811–1812 йылдың ҡышын ошо ҡалала үткәрәләр. Сатлама һыуыҡтарға ҡарамайынса, полкта хәрби күнекмәләр уҙғарыла, гарнизон хеҙмәтен башҡаралар.
1812 йылдың июнендә Беренсе Башҡорт полкы Рәсәйҙең көнбайыш сигенә, Неман йылға­һы яры буйына ебәрелә. 15 июндә Гродно ҡалаһы янында Ғилман олатай тәүге тапҡыр һуғышҡа инә.
1818 йылда 9-сы кантондың 2-се бүлегенең идарасыһы Юл­бирҙин, 1812 йылғы Ватан һуғы­шында һәм 1813-1814 йылдар­ҙағы сит илгә походта батырлыҡ күрһәткән һәм бүләкләнгән башҡорттарҙың исемлеген төҙөгәндә Ғилман олатай тураһында ошолай яҙа:

1-се Башҡорт полкында булған хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин 1811 йылдың 10 майынан 1814 йылдың аҙағына тиклем француздарға ҡаршы һуғышҡан армияла була. Польша, Саксония, Пруссия, Таисия, Голландия, Францияла һәм Бара­бандияға поход ваҡытында ҙур батырлыҡтар күрһәтә. 1812 йыл­дың 15 июнендә Гродно, 1 июлдә Мир ҡалалары янындағы, 5 июлдә Несвиж, 18 июлдә Романов ауылдары тирәһендә, 12 августа Смоленск ҡалаһы тирә­һендә, 3, 4, һәм 5 сентябрҙә Можайск, 1813 йылдың 13 ғин­уарында Гданьск, 12 мартта Висенбург, 29 мартта Линбург янындағы һуғыштарҙа ҡатнаш­ҡанда батырлыҡ күрһәтә.
1813 йылдың 15-16 авгусында Ютербог янындағы һуғыштар­ҙағы батырлығы өсөн йөҙбашы (сотник) дәрәжәһенә үрләтергә тәҡдим ителә. 21-22 августа Витербург ҡалаһы янындағы һуғышта батырлыҡ күрһәтә. Париж ҡалаһын алыуҙа ҡатнаш­ҡаны өсөн Георгий таҫмаһында көмөш миҙал менән бүләкләнә. Фиҙакәр хеҙмәте, тырышлығы өсөн уға 1813 йылдың 13 июлендә бригада командиры, генерал-майор һәм төрлө ордендар кавалеры Бенкердорҙың 1055-се һәм 1814 йылдың 28 декабрендә полк командиры есаул Әбүбәкировтың 256-сы аттес­таттары бирелә”.

Ғилман олатай үҙенең иптәш­тәре Буранбай Сыуашбаев, Узбәк Ишмырҙин менән бер көндә, 1813 йылдың 6 дека­берендә, йөҙбашы дәрәжәһенә үрләтелә.
Ул яуҙа күрһәткән батыр­лыҡтары өсөн IV дәрәжә “Изге Анна” ордены менән бүләкләнә. Шулай уҡ “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн”, “1812 йыл һуғышы иҫтәлегенә” көмөш миҙалдарына лайыҡ була.
Ғилман олатай һуғыштан тыуған ауылына 1815 йылдың башында ғына ҡайта.

– Беҙҙең халыҡ элек бик ауыр йәшәгән, – тип көрһөнөп әйтеп ҡуйҙы Миңйыһан инәй, оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торғандан һуң. – Һуғыш йылдарының ауырлығы­на һуңғы йылдарҙағы көслө ҡоролоҡ эҙемтәләре ҡушыла. Йорт хужаһының өйҙә булмауы, эш ҡоралдарының иҫкереүе һәм ҡоролоҡ сәбәпле, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ныҡ ҡыйынлаша. Һөҙөмтәлә малды күпкә кәметергә тура килә.
Ғилман олатайҙың ғаиләһе һуғыштан һуңғы йылдың тәүге ҡышын бик ҙур ҡыйынлыҡ менән үткәрә. Яҙ еткәс, яу йөрөп ҡайт­ҡан аты хәлһеҙләнеп тәгәрәй һәм кире аяғына баҫа алмай.
Элек-электән ат беҙҙең халыҡ өсөн юлда – юлдаш, яуҙа яуҙаш булған, уның менән ҡайҙа ғына йөрөмәгән, нимә генә күрмәгән башҡорт. Атының йән бирә алмай, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ярҙам һорап ятҡанын күреүе ауыр һуғыш мәхшәрен үткән яугиргә үтә лә ҡыйын булғандыр инде. Аты шәбәйерҙәй булмағас, һуйырға тура килә. Ғилман олатай, ас булыуына ҡарамаҫтан, атының итен ашауҙан баш тарта.
– Малҡай менән күпме икәү бергә ут аҫтында йөрөнөк. Ул мине нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарып ҡалды. Нисек итеп мин хәҙер уның итен ашайым инде! – тип әйткән ул.
Бәлки, ошо ваҡытта Ғилман олатай яу яланында туп йәҙрә­ләренең шартлауын, яралы­ларҙың ҡысҡырыуын, ат кеш­нәүен, ҡурғаш боҙлауыҡ кеүек яуған мушкет пулялары аҫтында аты менән йән-фарман сабып, дош­мандарға ҡаршы барыуын күҙ алдына килтергәндер. Бәлки, ҡан ҡойошло бәрелеш­тәрҙең береһендә үлемесле яраланған полк командиры Лачинды, 26 йәшендә генә күрше Һыртлан ауылына (хәҙерге Мәләүез районы) әйләнеп ҡайта алмай, мәңгелеккә яу яланында ятып ҡалған Рәхмәтулла Таһировты иҫенә төшөргәндер.
Шулай көндәр үтә тора, яйлап булһа ла, тормош үҙ яйына инә. Ғаиләһендә тағы бер ул менән бер ҡыҙ тыуа. Үҙе 1826 йылда 49 йәшендә генә вафат була. Ғилман олатай тыуған ауылы­ның (хәҙерге Түбәнге Бикҡужа ауылы) иҫке зыяратында ерләнгән.
“Атай-олатайҙарҙың даны менән ғорурланыу кәрәк кенә түгел, был хатта мөһим һәм мотлаҡ”, – тигән бөйөк урыҫ яҙыусыһы Александр Пушкин. Тыуған яғына еңеү һәм дан менән әйләнеп ҡайтҡан олатай­ҙарҙы бер ҡасан да онотмаҫҡа һәм үткәндәребеҙ менән ғорур­ланырға тейешбеҙ.
Көнбайыш Европаның ҡайһы бер илдәре халҡы Наполеон илбаҫарҙа­рынан ҡотҡарыуҙа үҙ өлөшөн индергән башҡорт яугирҙәрен һаман да онотмай, һәйкәл ҡуялар. Беҙҙең, оло быуындың, бурысы – киләсәк быуынға халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен еткереү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Тарихты оноторға ярамай, сөнки тарих­һыҙ ҡалған халыҡтың рухы һына һәм үҙенән-үҙе бөтөүгә дусар була.


Күгәрсен районы.
Автор:Әсхәт ҒИЛМАНОВ
Читайте нас: