

Бөрйәндә күптән көткән ваҡиға – Аҡбуҙат һәйкәле асылды. Һәйкәлдең Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылыуы юҡҡа түгел – “Аҡбуҙат” башҡорт халыҡ эпосында бәйән ителеүенсә, Аҡбуҙат тап ошо күл төбөнән бер өйөр йылҡы эйәртеп, зил-зибәр ҡуптарып сыға.
Ҡанаттары ижади азатлыҡты сағылдыра
Артыҡ ҙур булмаған яландың бер ситенә һыйынып ҡына ята ул Йылҡысыҡҡан күле. Тымыҡ, һил булыуы менән үҙенә арбай – һыу төбөндә ниндәй серҙәр йәшенгәнен бер кем белмәй, бөрйәндәрҙең үҙ-ара һөйләшкәнендә “төпһөҙ бит ул” тиеүҙәре генә ишетелеп ҡала. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары арҡылы тап ошо Йылҡысыҡҡан төбөндә Шүлгәндең һыу аҫты батшалығы булдырып йәшәп ятҡаны, ҡыҙы Нәркәстең өйрәк сүрәтендә төнөн күл өҫтөнә сығып йөрөгәне, батыр егет Һәүбәндең ҡыҙҙың йөрәгенә юл ярғаны, һыу аҫтына төшкәне, аҙаҡ күл өҫтөнә йылҡы эйәртеп, Аҡбуҙат күтәрелгәне мәғлүм. Аҡбуҙат... Ул, ысынлап та, бында – ана, ҡанаттарын елпеп, күлдән сығып килә, бына-бына осоп китер төҫлө... Һәйкәлде асыу тантанаһы изге доғанан башланды. Бының өсөн Салауат хәҙрәт менән билдәле сәнғәт әһеле Роберт Юлдашев сәхнәгә саҡырылды. “Әл-Фатиха” сүрәһе яҡшы башланғысҡа, ғөмүмән, һәр изге эшкә фатиха һымаҡ яңғыраны.Тантананың VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә уҙыуы сараға айырыуса йәм өҫтәне. Байрамға Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF етәкселеге – Филипп Боссан, Алехандро Камачо, Марчело Фиеро, Кристиан Идальго-Маццеи һәм Андрей Беляев килде. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙан шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим Рәшит Шәкүр, Аҡбуҙат һәйкәленең авторы, скульптор Өлфәт Ҡобағошов булды.– Был сараның Фольклориада сиктәрендә ойошторолоуы башҡорт халыҡ ижадының, “Урал батыр” эпосының донъя мәҙәниәте мираҫының айырылғыһыҙ өлөшө булыуын һынландыра. Халҡыбыҙ мираҫын һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу – беҙҙең бурыс. Бөрйән – иҫ киткес әкиәти донъя, ул мәшһүр эпос тыуҙырған ер. Мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау арҡылы беҙ киләһе быуынға тыныслыҡ, изгелек ҡиммәттәрен һеңдерәбеҙ. Аҡбуҙат – ул эпос геройы ғына түгел, ҡанатлы халҡыбыҙҙың азатлыҡ символы ла. Халҡыбыҙ һәр ваҡыт талантлы булған. Аҡбуҙаттың ҡанаттары ижади азатлыҡты сағылдыра, – тине Әминә Ивний ҡыҙы үҙ сығышында.– Минең өсөн ошондай мөһим сарала ҡатнашыу – оло мәртәбә. Бөтә донъя фольклориадаһы – мәҙәни генә түгел, тыныслыҡ фестивале лә. Ул именлекте, азатлыҡты һәм мәҙәниәтте һаҡлау ниәтенән ойошторола. Сарала төрлө илдәрҙән йыйылған 40-ҡа яҡын ижади коллектив ҡатнаша, Башҡортостандың төрлө райондарынан да йыйылғандар.CIOFF етәкселеге, ойоштороусылар рәтендә Башҡортостанда тупланыуыбыҙға, Башҡортостандың бар донъяға дуҫлыҡ ептәрен һуҙыуына шаһит булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Фольклориада мәҙәни мираҫыбыҙҙы ғына түгел, донъялар именлеген һаҡлаусы сара ла ул, – тине Филипп Боссан.
Халҡыбыҙҙың рух саптары
Сәхнәнән Бөрйән районы хакимиәте Башлығы Ғәзиз Манапов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина сығыш яһаны.Ғәзиз Миңләхмәт улы Бөрйәндә икеләтә байрам булыуын билдәләне: – Беренсенән, Бөтә донъя фольклориадаһын Бөрйән ерендә ҡаршы алабыҙ, икенсенән, оҙаҡ йылдар көтөлгән ваҡиға – Аҡбуҙатыбыҙға һәйкәл асыла. Киләсәктә Аҡбуҙатыбыҙ халыҡ ижадының һынланышы ғына түгел, ә районыбыҙға туристарҙы йәлеп иткән, туризмдың үҫешенә йоғонто яһаған объекттарҙың береһе булып ҡалыр, тигән өмөттәмен. Халыҡты берләштереүсе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаусы объекттарыбыҙ күбәйһен, Бөрйәнебеҙ сәскә атһын! – тине ул һәм һәйкәл авторы Өлфәт Ҡобағошовҡа Бөрйән районы хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бөгөнгө сараның тарихи ваҡиға булыуын телгә алды. – Был сара киләсәк быуын, балаларыбыҙ өсөн әһәмиәтле, сөнки улар тарихыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш. Аҡбуҙат һәйкәле янындағы майҙандың бер ҡасан да буш тормауын теләйем. Бында һәр башҡорт өсөн изге урындар: Башҡортостан – Рәсәйҙең йөҙөк ҡашы, Бөрйән – республиканың йөҙөк ҡашы, – тине ул һәм Бөрйән халҡына эпостар рухын һаҡлаған урындарҙы таҙа тотҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина Аҡбуҙат һәйкәленең тап Фольклориада көндәрендә асылыуының ҙур әһәмиәткә һәм тәрән мәғәнәгә эйә булыуы хаҡында әйтте:– Аҡбуҙат – ул халҡыбыҙҙың рух аты. Аҡбуҙат йөҙәр, меңәр түгел, ул – берәү. Тап Бөтә донъя фольклориадаһы, халыҡ ижадына арналған сарала Аҡбуҙатыбыҙҙың һынлы сәнғәт рәүешендә ҡайтыуы ҡыуаныслы. Осоп ҡына килә Аҡбуҙат, йөҙөп кенә килә Аҡбуҙат – ул халҡына ҡанатлы сәләмдәрен еткереп килә. Республикабыҙҙың иң йәмле райондарының береһе Бөрйәндең киләсәктә лә туристарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, рухи көсө менән халҡыбыҙҙы берләштерер төбәккә әйләнеренә шигем юҡ. Халҡыбыҙ тарихына, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларға, айырыуса “Урал батыр” эпосында әйтелгән “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” тигән һүҙҙәргә тоғро ҡалып йәшәй.Аҡбуҙат һәйкәлен асыу тантанаһын тәбрикләргә ошо уҡ исемде йөрөткән Рәсәй супер лигаһында уйнаған гандбол клубы командаһы ла килгәйне. Улар ике йыл элек ошо ғорур исемгә эйә булыуы һәм Аҡбуҙаттың ярыштарҙа ҙур еңеүҙәргә өлгәшергә ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.
Ерҙең ҡөҙрәте
Артабан сәхнә кескәй бөрйәндәр менән тулды – Айназ Ғиззәтуллин, Зөһрә, Асия Манаповалар, Айдина Кәримова тарафынан “Урал батыр” эпосы яңғыраны. Ирекһеҙҙән, уларға ҡарап, ошо бәләкәй генә йөрәктәргә нисек шунса рух һыйҙы икән, тип уйлап ҡуяһың – һәр бала эпос юлдарын шулай кәрәк булғаны, ата-әсәһе, уҡытыусылары мәжбүр иткәне өсөн түгел, ә яратып, аңлап, бирелеп, һәр бер һүҙен үлсәп, мәғәнәһен һөйләй. Уларҙың уңышлы сығышында етәкселәре Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрованың хеҙмәте ҙур. Бөрйәндәр сит ил ҡунаҡтарына халҡыбыҙҙың атҡа мендереү йолаһын да күрһәтте. “Ҡарасәс” фольклор коллективы башҡарыуындағы йыр оҙатыуында атаһы тарафынан бәләкәй малай уйнаҡлап торған атҡа атландырылды –уны егетлеккә арнау йолаһы башҡарылды.Аҡбуҙат һәйкәленең өҫтөнән япманы асыу өсөн тантаналы рәүештә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Күсемһеҙ милек объекттарын һаҡлау үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин саҡырылды. Был тантаналы минуттарҙа көслө алҡыштар яңғыраны.Байрам ҡурайһыҙ булмай: Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө, “Guzel Dance” бейеү коллективы тулы концерт тамашаһы менән ҡыуандырҙы. Хәҙер килеп Йылҡысыҡҡан күленә баҡһаң, Аҡбуҙат ошо ерҙә мәңге торған кеүек. Шуға күрәлерме, һәйкәлде асыу ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә иң тәүҙә башҡа килгән уй ул – Аҡбуҙат ҡайтты Бөрйәнгә! “Аҡбуҙат һаман ошо ерҙәрҙә йөрөй, тик ул изге, саф күңеллеләргә, батыр йөрәклеләргә генә күренә” тигән матур фекер йәшәй бөрйәндәрҙә. Йылҡысыҡҡан күле өҫтөнән күтәрелгән Аҡбуҙатҡа ҡарап, һәр кемдең күңеле таҙарынырына, рухы нығынырына шик юҡ – һәйкәлдең дә, эпос шаңдауын һаҡлаған был изге ерҙәрҙең дә ҡөҙрәте шунда.
Өлфәт ҠОБАҒОШОВ, Аҡбуҙат һәйкәленең авторы:
“Аҡбуҙатҡа һөйөү тыумыштан килә, ғөмүмән, бала саҡтан ҡанға һеңде – атайымдың Аҡбуҙат ҡушаматлы аттары була торғайны, бәләкәйҙән йоҡлар алдынан Аҡбуҙат хаҡында әкиәттәр тыңланым. Хәҙер килеп, был әкиәттәр “Аҡбуҙат” эпосы булғандыр, тип уйлайым – “Аҡбуҙат” эпосы минең тыуған еремдә, Көйөргәҙе районында Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан 1917 йылда яҙып алына. Был да юҡҡа түгелдер. Олатайым сәсән булды, шуға күрә Аҡбуҙатҡа булған һөйөү нәҫелдән киләлер, тим. Артабан, Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда, ҡыҙыҡһынып, “Башҡорт халыҡ эпостары” китабы аша тулыраҡ мәғлүмәт тупланым. Һәйкәлде эшләгәндә, уны башҡорт халыҡ ижадында нисек һүрәтләнгән, шулай түкмәй-сәсмәй бойомға ашырырға тырыштым.Киләсәктә Урал батырға һәйкәл ҡуйыу уйы менән янам, уға Өфө ҡалаһында урынын да тәғәйенләп ҡуйғанмын”.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Бөрйән районы.