Бер ҡәләмдәш менән әңгәмә
– Йә, тыуамы шиғырҙарҙың
Ҡояшлыһы, айлыһы?
– Төкөрһәнә шиғырына,
Миндә бүләк ҡайғыһы.
Район һайын тип әйтерлек
Шағир бүләктәре бар,
Шуларҙы алып бөтөргә
Тигән теләктәрем бар.
Әле белдем: бүләк бар, ти,
Әхтәри исемендә,
Ошо хәбәрҙән уянды
Сәмләнеү хисе миндә.
Шуны миңә бирмәгәндәр!
Быға нисек түҙергә?
Мәсетлегә киттем әле
Түрәләрен һүгергә.
Икеһенә бер эш
– Беҙҙә яңы участковый
Фәлән иптәш.
– Ләхәүлә!
– Белгән кешең кеүек әйттең,
Берәй танышың мәллә?
– Биш бармағым кеүек беләм,
Таныш булмаһын нишләп?
Нисәмә йыл уның менән
Йөрөнөк бергә эшләп.
Мин башлайым, ул ташламай,
Ут-һыуҙар йота-йота.
Мин урлайым, ә ул мине
Урлаған һайын тота.
Эш стажыбыҙ байтаҡ,
Торма башыңды сайҡап.
Иш янына ҡуш
Ике ҡорҙаш гәп һаталар:
– Белеп донъя көтөү кәрәк.
Шунһыҙ йәшәп булмай хәҙер,
Экономить итеү кәрәк.
Пеләш башын һыйпап, береһе
Күңелендәген йәйеп һалды:
– Шөкөр, расход тигән нәмә
Әҙ булһа ла кәмеп ҡалды.
Аҡсаға көс һалғаным юҡ,
Тараҡ-фәлән алғаным юҡ.
Тешһеҙе лә унан ҡалмай
Үҙен һөйләй маҡтап ҡына:
– Минең ғаилә бюджетына
Кереткән өлөш байтаҡ ҡына.
Һис тә һинән ҡалғаным юҡ,
Щетка-фәлән алғаным юҡ...
“Донъя кендеге”нең йыры
Байлыҡ, тиҙәр, айлыҡ, тиҙәр,
Был һүҙ миңә ҡағылмай,
Минең аҡса тоҡсайының
Ауыҙҙары ябылмай.
Тиндәр һумдар алып килә,
Тоҡсай тағы ҡабара,
Аҡса еҫе сығып торһа,
Ҡара эш тә ағара.
Аҡса менән иҫәпләнә
Беҙҙә кемдең кемлеге.
Эх, кем донъя кендеге лә,
Эх, мин донъя кендеге!
Тәтәй ҡыҙҙар, аҡса тиһәң,
Һарылалар муйынға.
Әллә береһен алайыммы
Үҙ яныма ҡуйынға?
Әй, милашка, милашка,
Битең оҡшаш миләшкә,
Минең менән бер кис ҡунһаң,
Йәшәрермен мең йәшкә.
Аҡса менән иҫәпләнә
Беҙҙә кемдең кемлеге.
Эх, кем донъя кендеге лә,
Эх, мин донъя кендеге!
Шикле түрә
Түрәләрҙе беҙ күп күрҙек,
Иҫтәр китерлек түгел,
Ә бына беҙгә килгәнен
Аңлап бөтөрлөк түгел.
Эшкә иртә килгән була,
Һәм һуңлап киткән була.
Осрашҡанда иҫәнләшеп
Баш ҡағып үткән була.
Беҙҙең менән кешеләрсә
Йомшаҡ һөйләшкән була,
Кварталдың аҙағында
Бүләк өләшкән була.
Машинаһы гаражында,
Йәйәү йөрөгән була.
Ҡатыны менән клубта
Гел дә күренгән була.
Әллә юрый ҡыланамы,
Әллә күҙҙе быуамы?
Бөтәбеҙ ҙә аптырашта:
Түрә шулай буламы?
Түрә бит ул һуңлап килеп,
Иртә китергә тейеш,
Осрашҡанда күккә ҡарап,
Күрмәй үтергә тейеш.
Беҙҙең менән һөйләшкәндә
Өҫтәл төйөргә тейеш.
Беҙгә шиш, ә бар бүләктәр
Уға тейергә тейеш.
Хәжәткә лә машинала
Елеп барырға тейеш,
Ялға китһә, һөйәркәһен
Мотлаҡ алырға тейеш.
Беҙ белгәнсә, түрә үҙен
Шулай тоторға тейеш,
Ә беҙ, барыһына түҙеп,
Телде йоторға тейеш.
Бөтә хеҙмәт тәжрибәбеҙ
Беҙҙе шулай уйлата.
Түрә башҡа төрлө булмай,
Быныһы шик уята.
Үҙгәрмәҫ ғәҙәт
Түрә түрә инде.
Беҙгә уның төрлөһө ярай.
Ә быныһын аңламаҫһың,
Беҙгә мал итеп ҡарай.
Бүлмәһенә саҡырып алып,
Тиргәй һәр беребеҙҙе:
– Илке-һалҡы эшләһәгеҙ,
Тунармын тирегеҙҙе!
Шикләнәбеҙ: асыуланһа,
Үҙ-үҙен тыймаҫ, тибеҙ,
Ысынлап та, тунарға ла
Күп һорап тормаҫ, тибеҙ.
Беҙҙең башҡа ниндәй кеше
Ебәргәндәр һуң үрҙән?
Әллә күсергәндәр үҙен
Тире тунаған ерҙән?
Дөрөҫ икән. Шундай хәбәр
Килде уның хаҡында:
Беҙгә килгәнсе эшләгән
Ул ит комбинатында.
Ул да ришүәткә ҡаршы
Бар шул әле беҙҙең илдә
Юҡтан байыуҙар.
Нисек бөтмәй ришүәт биреү,
Ришүәт алыуҙар?
Әле берәү миңә ришүәт
Төртмәксе була,
Ҡырын эштәр эшләп, донъя
Көтмәксе була.
Мин йөҙөнә кире бәрҙем
Уның биргәнен.
Эттән алып, эткә һалып
Үҙен тиргәнем:
– Бының өсөн статья бар,
Ваҡыт белергә.
Закон ҡаты. Юлың ята
Тура Себергә!
Был сәғәтем ришүәт түгел,
Ул – бүләк, имеш.
Алтын булһа, бер хәл әле,
Ә һинең – көмөш.
Дәрәжәмде төшөрәһең,
Ах, һин, әҙәпһеҙ!
Күҙгә күренәһе булма
Алтын сәғәтһеҙ!
Марат КӘРИМОВ