Фәрит Әхмәров китап яҙған

Ике быуат киҫешкән осорҙа “Башҡортостан” гәзитендә үҙ хәбәрсе булып эшләгән Фәрит Әхмәровтың күптән түгел “Һикәлтәле йылдар” тигән китабы донъя күрҙе. 

Йыйынтыҡта Фәрит Зәби­хулла улының “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсе һәм “Атайсал” гәзи­тендә хәбәрсе булып эшләгән саҡтарында, автор үҙе “һикәл­тәле” тип атаған йылдарҙа, яҙылған үткер телле, халыҡсан рухлы мәҡәләләре, уйланыу­ҙары тупланған. Китап үҙнәшер юлы менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң Сибай мәғлүмәт үҙәге филиалында баҫылған, ҡалын тышлы, күләме – 380 бит.

Күптәр китапты ҡулына алғас та, “Ни өсөн “Һикәлтәле йылдар?” Бәлки, юлдарҙыр ул?” – тип икеләнеп тә ҡалыр. Был хаҡта автор аңлатма бирҙе:

- Юҡ, ысынлап та, китабым “Һикәлтәле йылдар” тип атала. Ни өсөнмө? Сөнки элегерәк, беҙ бала саҡта, ололар “бер шырпы ҡабы тоҙҙо бер миллион һумға һатып ала торғайныҡ” тип һөйләһә, нисек йәшәгәндәр икән, тип аптырай торғайным. Ә бит яңыраҡ ҡына, 20–25 йыл элек беҙ үҙебеҙ ҙә ошондай осорҙо кисерҙек. Тәүҙә аҡса хаҡһыҙланды. Шунан бөтәбеҙ ҙә миллионер булып киттек. “Ағас” һумдар эшкинмәй башлағас, бартерға күстек. Баймаҡ таусылары хатта алтынды ла бартерға алмаштырҙы. Бер төн эсендә машина йәки өй һатып алыуға тиҫтәләрсә йыл йыйған аҡсалары юҡҡа сыҡҡас, үҙ-үҙенә ҡул һалған кеше аҙ булдымы? Яртышар йыл аҡса алмай, бушҡа эшләмәнекме?! Китабымдың тәүге өлөшө ошо турала. Был мәҡәләләрҙең барыһы ла үҙ хәбәрсе булып эшләгән йылдарымда “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан, әммә йылдар үткән һайын хәтерҙән юйыла биреңкерәгән яҙмалар. Уларҙың барыһы ла – беҙҙең тарих, беҙ үткән юлдар, һикәлтәле йылдар... Уларҙы онотоп та булмай, оноторға ла ярамай, – ти матбуғат ветераны.

Ҡабаланыраҡ булһа ла, китаптың йөкмәткеһенә күҙ һалып, эстәлеген бер аҙ байҡап сыҡтым. Тәүге һөнәре таусы булған автор “Түбә руднигының киләсәге бармы?”, “Юбилей ятҡылығы кемгә бирелер?”, “Геология сәнғәт рельстарына һыйырмы?” тигән мәҡәләләрендә төбәктең сәнәғәтен ҡайғырта. Төрлө теманы ҡыйыу күтәргән журналистың мәҡәләләре һәр өлкәнән алынған. Йә ул “Асфальт бөткән урын”ға барып, бесәнселәр, “Йөҙйәшәр инәйҙәр” менән аралаша, “Әкиәтте ысын итер оҫталар”ҙы таба, “Баймаҡ Кулибины”, “Алтын ҡуллы егет”тең эштәрен байҡап һоҡлана. “Китап ене” ҡағылғандарҙы ла онотмай. Тарихҡа ла инеп китә, бөгөнгөнө байҡап, киләсәккә лә күҙ ташлай. Йыйынтыҡты ҡулына алыусыларҙың һәр береһе үҙ күңеленә ятҡан мәҡәлә табыуына ышаныс ҙур.

Китабының икенсе өлөшөн автор “Дуҫтарым. Ағайҙарым” тип атаған. Был бүлектә ябай ауыл уҡытыусыһы Булат Бүләков, ауылда йәшәп, ижад иткән яҙыусы Мөслим Әбсәләмов, дуҫы, күренекле шағир Рәмил Йәнбәков, яҡташы, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Фәрит Бикбулатов, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Йыйынтыҡтағы фотоһүрәттәрҙең төҫлө булыуы ла уның мәртәбәһен арттыра.

Хәбәрсене аяғы туйҙыра, тиҙәр. Байтаҡ йылдар журналистика өлкәһендә эшләгән Фәрит Әхмәровҡа үҙ мәҡәләләрен яҙыр өсөн, газ торбаһы һуҙыусыларға эйәреп, Хәйбулла далаларын гиҙергә лә, ауыл хужалығы белгестәре менән сәсеү, уңыш йыйыу осоронда баҫыуҙарҙа йөрөргә лә, урындағы күп етәкселәргә барып етмәгән, төпкөл ауылдарҙағы ҡайһы бер хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе ишеттерергә лә тура килә. Әммә ул эшен ҙур кинәнес менән башҡара. “Ҡасандыр филология факультетына барырға хыял итеп, уйламағанда таусы булып китһәм дә, йылдар үткәс, йәшлек хыялым тормошҡа ашты. Оҙаҡ йылдар хәбәрсе булып эшләүем менән бик бәхетлемен. Ә был китабым – шул йылдарҙың йылы иҫтәлеге”, – тине Фәрит Әхмәров. 

Кәримә УСМАНОВА.

Сибай ҡалаһы.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас