Иҙел башында - ете ил вәкилдәре

Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария һәм Албаниянан килгән ҡунаҡтар ниндәй тәьҫораттарын еткерҙе?

Иҙел башында - ете ил вәкилдәреИҙел башында - ете ил вәкилдәре
Иҙел башында - ете ил вәкилдәре

Бөгөн белореттар ҙа халҡы донъя кимәлендәге ваҡиға шаһиты булды. Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария һәм Албания ҡунаҡтары урындағы халыҡ алдында сығыш яһап, үҙ илдәренең мәҙәниәте менән таныштырҙы.

Ижади коллективтар сығыш яһарға әҙерләнгән ваҡытта делегациялар етәкселәре Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты.

Ҡунаҡтар үҙҙәренең тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты:

“Ғалимдар Башҡортостан менән Венгрияның тарихи тамырҙарының бер булыуын күптән иҫбатланы, был телдәребеҙҙә лә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, “һыу” һүҙе ике телдә лә бер ишерәк яңғырай. Башҡортостандың тәбиғәте лә Венгрияныҡына оҡшаш. Мин бында беренсе тапҡыр булһам да, үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм. Фольклориаданың юғары кимәлдә ойошторолоуына һоҡланам”, - тине Венгрия ҡунағы Джозеф Сигетвари.

“Фольклориада бөтә донъя өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Төрлө илдәрҙән килгән вәкилдәрҙең бергә йыйылып, барыһына ла аңлайышлы уртаҡ телдә аралашыуҙары бик мөһим.

Башҡорт мәҙәниәте иҫ киткес бай, ә милли аштарығыҙ телде йоторлоҡ. Башҡортостандың төп байлығы, әлбиттә, уның ҡунаҡсыл, һәләтле, киң күңелле халҡы”, - тип һоҡланыуын йәшермәне Албаниянан килгән Джоколи Сеймен.

“Башҡортостанды, шул иҫәптән Белорет районы тәбиғәтен Швейцарияныҡына оҡшаталар. Ысынлап та, шулай. Бында килгәнемә сикһеҙ бәхетлемен. Шундай ҙур һәм күркәм байрам ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт”, - тине Зоссо Лорин.

Черногория ҡунағы Сретен Калуджерович мәктәптә уҡығанында рус телен өйрәнә. “Бында шундай иркенлек, хатта ауылдар ҙа ҙур биләмәләрҙә урынлашҡан. Беҙҙе һәр ерҙә ихлас ҡаршы алалар, хөрмәт итәләр. Барыһына ла ҙур рәхмәт”, - тине ул рус телендә.

АҠШ-тан килгән Джозеф Ахуна, барыһын да һоҡландырып, “Солнечный круг” йырын йырлап ишеттерҙе.

Осрашыу аҙағында белореттар ҡунаҡтарға иҫтәлеккә ҡурай, китап һәм сувенирҙар бүләк итте. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡалманы – үҙ илдәренең сувенирҙарын тапшырҙылар, ә АҠШ ҡунағы хакимиәт башлығы Андрей Иванютаға Гавая муйынсағын элде.

Фото “Белорецкий рабочий” гәзитенән.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас