

Туғандарҙы бергә туплаған, иҫән саҡта бер-береһе менән аралаштырған, осраштырған, нәҫел-нәсәбен, араларҙы бер табынға йыйған күркәм сараларҙың береһе лә ул.
Шәжәрә – билдәле бер нәҫел-ырыуҙың килеп сығышын, уларҙың тармаҡланыуы хаҡында яҙыу ул. Ғәрәп телендә “ағас” тигәнде аңлата. Элек-электән беҙҙең атай-олатайҙар ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Күптән түгел Әбйәлил районының Хәлил ауылынан “Аллағол Мөхәмәтғәле”нең нәҫелдәре Шәжәрә байрамын үткәрҙе. Төрлө араларҙы бергә туплаған Аллағол вариҫтары бер ҡорға йыйылды, тарихын барланы, әруахтары рухына аяттар бағышлап, ҡорбан салды, быуындар бәйләнешен дауам итеп, нәҫелдең иң оло һәм кесе вариҫтарына бүләктәр тапшырҙы.Сара йәмле Ҡыҙыл йылғаһы янындағы матур аҡланда башланды. Һәр ара үҙ шәжәрәһен эшләгән. Улар янынан килгән ҡунаҡтар, туғандарының ҡайһы яҡтан яҡын булыуы, шәжәрәгә кем нигеҙ һалыуы тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышып, “мәж” килде. Кемдер йылдар буйы күрешмәгән туғанын осратып, уның менән ҡосаҡлашты, икенселәре балалыҡ дуҫын күреп, йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрҙө. Аҡлы-суҡлы матур балитәкле күлдәктәрен кейеп, байрамға килгән инәйҙәр, шым ғына йәштәрҙе күҙәтеп, һәр береһен күҙҙән үткәреп, кемдең балаһы икәнлеген сырамытырға тырышҡандай, уларҙың йөҙөнә текәлде. Әле Шәжәрә байрамының ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңламаған бала-саға ғына рәхәтләнеп шаярҙы, күбәләктәрҙе ҡыуып, ихлас уйнаны.Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин, йыйында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, изге башланғыстарын хуплап, уңыштар теләне.
Ишбулды ауылы муллаһы Мөхәррәм Бейешев сараны аяттан башланы. Һәр араның нәҫел-нәсәптәренең рухына арнап ҡорбан салдыртҡан Наил Ғүмәров, Рауил Әсәҙуллин, Рәйлә Хафизова, Морат Мөхтәров һәм Рәйсә Дауытоваларға рәхмәт әйтеп, бүләктәр тапшырылды. Артабан Шәжәрә байрамында ҡатнашыусыларға ошо нәҫелдең кейәүе, Сибайҙан килгән оҫта ҡурайсы Шайморат Йәнбәков үҙенең ҡурай моңдарын бүләк итте. Сәхнә түренә “Аллағол Мөхәмәтғәле”нең вариҫтары – төрлө араларҙың вәкилдәре бер-бер артлы сыҡты. Улар – Шәмғол улы Ғәләүетдин, Илһаметдин улы Әҡсән, Мөхәмәтғәле улы Ғилман, Ғәләметдин улы Мөғәлләм, Ғәләметдин улы Вәлит, Илһаметдин ҡыҙы Хәшиә, Сөләймән улы Фәхриғәлләм аралары.
Уларҙың һәр береһе, үҙҙәренең шәжәрәләре менән яҡындан таныштырып, нәҫелдәренең иң оло һәм иң бәләкәй кешеләренә бүләк тапшырып, концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләп, былтыр ваҡытһыҙ вафат булған хеҙмәттәшебеҙ Самат Ғәлин дә – ошо нәҫелдән.Ниндәй генә байрамды алма, уның башында сараны ойоштороусылар тора. Әйҙәүсеһе булғанда ғына, уға эйәреүсеһе табыла, тигәндәй, Шәжәрә байрамын бар яҡтан ойоштороусылар – Сибайҙан Венера Йәнбәкова менән Хәлилдән Бәшир Ғәлин. Ошо күркәм сарала ҡор башы булып Бәшир Әҡсән улы Ғәлиндең һайланыуы ла юҡҡа түгел. Туғандар артабан да бер-береһе менән аралашып, быуындар сылбырын өҙмәй дауам итеү маҡсатында Шәжәрә байрамдарын даими үткәрергә һүҙ ҡуйышты.– Мин үҙем, шәжәрә буйынса, әсәйем яғы тоҡомдарынан, “ҡарғалар араһы” тиҙәр беҙҙе. Шәжәрә байрамын үткәреү теләге күптән күңелдә йөрөй ине, ниһайәт, уйымдың тормошҡа ашыуына сикһеҙ шатмын. Шәжәрә эшләттек, әлбиттә, унда бар туғандар ҙа инмәне, кемдер мәғлүмәттәрен һуңлатты, икенселәр биреүҙе кәрәк һанаманы. Әммә бөгөн үҙҙәренең шәжәрәлә юҡ икәнлеген күреп, ныҡ борсолдо. Киләсәктә ырыу шәжәрәһен тулыландырыу өҫтөндә эш дауам итәсәк. Шәжәрә байрамын үткәреү йәш быуын өсөн бик кәрәк, сөнки улар туғандарын белеп, күреп үҫергә тейеш. Мәҫәлән, бөгөн мин үҙем дә тәүге тапҡыр байтаҡ туғанымды яҡындан күреп аралаштым, бәғзеләре менән таныш та булып сыҡтыҡ, әммә туған икәнлегебеҙҙе белмәгәнбеҙ, – тине байрамды ойоштороусыларҙың береһе Венера Әнүәр ҡыҙы. Был көндә быуындарҙы быуындарға тоташтырыусы документ булған Аллағол Мөхәмәтғәле улының вариҫтары шәжәрәләренең нәҫел ебе яңынан барланды, ул тағы ла тармаҡланып, тамырҙарын нығытты.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.