

Бөгөнгө юғары үҫешкән технология заманында йәштәр китап уҡымай, улар күбеһенсә интернет селтәрендә ултыра. Йәш быуынды тәрбиәләр өсөн ниндәй әҫәрҙәр ижад итергә? Беҙҙең быуын уҡыусыһы Н. Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты?” исемле китабын һәм ошоноң кеүек башҡа әҫәрҙәрҙе уҡып тәрбиә алһа, бөгөнгө уҡыусының иғтибарын ниндәйерәк геройҙар йәлеп итер? Бына ошондай етди һорауҙар, шулай уҡ башҡа бик күп мәсьәләләр ҡаралды яҙыусылар форумында.
Әлеге көндә алға киткән Көнбайыш Европа илдәре генә түгел, тотош донъя көрсөк кисергән заманда иҡтисади үҙгәрештәрҙе генә түгел, кешенең үҙенең үҙгәреүен дә талап итә. Үткән быуатта аслыҡ-яланғаслыҡты, ауыр тормошто кисергән ололар, нужа һурпаһын эскән атай-әсәйҙәребеҙ ҙә берәм-берәм яҡты донъя менән хушлашты. Уларҙың: “Һуғыш ҡына булмаһын! Илебеҙ тыныслыҡта йәшәһен!” тигән теләктәре һәммәбеҙгә таныш.
Бөгөн алдыбыҙҙа яңы быуат кешеһе хасил булды. Ул бөтөнләй башҡаса уйлай, башҡаса фекер йөрөтә. Беҙ үҫкән идеология уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Йәш быуынды тәрбиәләр өсөн заманса әҫәрҙәр ижад итеү, яңыса фекер йөрөтөү, яңы геройҙар табыу талап ителә.
“XXI быуат яҙыусыһы” форумында “XXI быуат яҙыусыһы ниндәй булырға тейеш?” тигән һорау лейтмотив булып торҙо.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың форумға килеүе, заман яҙыусыһы алдына килеп баҫҡан мәсьәләләрҙе уртаға һалып етди һөйләшеүҙәр алып барыуы оҡшаны.
Ике көн буйына барған йыйын яҙыусылар өсөн бик файҙалы булды, улар үҙҙәрен борсоған байтаҡ һорауҙарға яуап алды. Китап сығарыу тураһында ла һүҙ булды. Ҡайһы берәүҙәр китабын үҙнәшер юлы менән сығара, ә хәҙер бағыусы табыуы еңел түгел. Шуға күрә үҙнәшер юлы менән китап баҫтырырға йөрьәт иткән яҙыусыларҙың аҙымын ҡыйыулыҡ тип атар инем.
Халҡыбыҙҙы, туған телебеҙҙе, еребеҙҙе данлаған бихисап әҫәрҙәр ижад иткән ҡәләм оҫталарының күбеһе хәҙер инде оло йәштә. Илһөйәрлек, батырҙарыбыҙҙы данлау, намыҫ, эш кешеһен юғарылыҡҡа күтәреү – ошондай маҡсаттарҙы үтәр өсөн яҙыусы башкөллө ижад эшенә егелде, Башҡортостан тарихына өңөлөп ҡалырҙай әҫәрҙәр ижад итте. Халҡыбыҙҙың үткәне, һуғышта еңеп сыҡҡан батырҙарыбыҙ, тылдағы ҡаһарманлыҡтар тураһында Ватаныбыҙҙың алтын фондын тәшкил иткән романдар, поэмалар яҙылды. Әммә һуғыш темаһын яҡтыртҡан әҫәрҙәр дауам итер әле. Өлкән быуын яҙыусыһы һуңғы һулышына тиклем ошо темаға яҙасаҡ – быға иманым камил, сөнки һуғыш, Бөйөк Еңеү һәр саҡ беҙҙең аңыбыҙҙа, һәр кемебеҙҙең йөрәк түрендә.
Форум барышында байтаҡ яҙыусылар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Хәсән Назар: “Беҙ үҙ заманыбыҙ менән бергә атланыҡ һәм атлайбыҙ...” – тине. Уның был һүҙҙәрен мин “Хәҙер инде дилбегәне йәштәргә туғарабыҙ...” тигән кеүегерәк аңланым. Бөгөн яңы быуат яҙыусынан яңы герой, йәш быуынды үҙе артынан эйәртерҙәй, уларға өлгө булырҙай әҫәрҙәр көтә.
“XXI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара форумы һәр яҙыусыны уйланырға, үҙе алдына яңы маҡсаттар ҡуйырға, яңы йөкләмә алырға мәжбүр итте. Республика етәксеһе башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән әҙиптәрҙең ҡайһы берҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Ошо форумдан, әҙәби тормошта ыңғай үҙгәрештәр булыр, тигән өмөт менән таралышты яҙыусылар.
- Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА,Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.