

Башҡорт һәм татар эстрадаһының йәш йырсыһы Гөлназ Асаеваның атаһы, йырсы Рөстәм Асаевтың дүртенсегә атай булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәпәйҙе дауахананан алып ҡайтҡандар һәм бик үҙенсәлекле исем ҡушҡандар: Хәбил.
"Исемде шәхсән үҙем һайланым. Ул бик мәғәнәле. Татар халҡын бөтә донъяға танытҡан бөйөк спортсы Хәбил Бикташев хөрмәтенә ҡуштым. Бер нисә вариант һайлағайныҡ. Әммә, баһадир булып тыуһа, мотлаҡ ошо исемде ҡушасаҡмын, тинем. Улыбыҙҙың ауырлығы 4510 грамм ине, ысынлап та, баһадир!" - тигән "Интертат"ҡа биргән әңгәмәһендә Рөстәм Асаев.
Йырсының Гөлназ, Әминә исемле ҡыҙҙары, Мөслим исемле улы бар. Бәләкәстең киләсәктә иҫән-һау, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ.
Фото: "Интертат" сайты.