

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу тауышлы йырсыһы Ришат Төхвәтуллиндың тормошона һәм ижадына бағышланған китап донъя күргән.
Уның авторы - Мәскәү ҡалаһында йәшәп ижад иткән йырсы Динара Рәхимова.
Ришаттың дуҫы Сөмбөл Вәлиәхмәтова белдереүенсә, китапта Ришаттың тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы хәлдәр урын алған. Бер нисә бүлекте йырсының дуҫтары, туғандары, таныш-белештәре һөйләгән хәтирәләр биләһә, ҡалған өлөштәр Ришат Төхвәтуллиндың үҙе бәйән иткәндәрҙән сығып яҙылған.
Китап рус телендә, "Мой путь" тип атала.
Фото: "Интертат" сайты.