“ЛиФФт–2022” әҙәби фестивале Башҡортостанда буласаҡ

Был әҙәби байрам 2021 йылда Мәскәүҙә уҙған V фестивалдә билдәле башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимовтың еңеүенә бәйле.

“ЛиФФт–2022” әҙәби фестивале Башҡортостанда буласаҡ“ЛиФФт–2022” әҙәби фестивале Башҡортостанда буласаҡ
“ЛиФФт–2022” әҙәби фестивале Башҡортостанда буласаҡ

Республиканың Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында күптән түгел Евразия халыҡтары ассамблеяһының Әҙәби советы һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының Әҙәбиәт буйынса комитеты ижади ултырыш үткәрҙе. Ул “Башҡортостан – Евразияның алтын йөрәге” тип аталды.

Онлайн тәртиптә ойошторолған ултырышта Башҡортостандың, Рәсәйҙең, Азербайжандың, Австрияның, Германияның, Төркиәнең, Тажикстандың, Ҡырғыҙстан һәм башҡа Евразия илдәренең әҙәбиәт, мәҙәниәт вәкилдәре ҡатнашты. Ҡала-район китапханалары хеҙмәткәрҙәре сараны культура. рф live каналы аша ҡарай алды.

Яҙыусылар, фән, мәҙәниәт әһелдәре хәҙерге Евразия әҙәбиәте үҫешендә милли әҙәбиәттәр проблемаларын, донъя мәҙәниәте мираҫын һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе, хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.

Евразия халыҡтары ассамблеяһының Әҙәби советы һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының Әҙәбиәт буйынса комитеты рәйесе, “ЛиФФт” фонды президенты Маргарита Аль (М. Әлмөхәмәтова) 2022 йылға ҡаралған VI Бөтә Рәсәй милли фестиваленең Башҡортостанда үтәсәге тураһында хәбәр итте. Был әҙәби байрам 2021 йылда Мәскәүҙә уҙған V фестивалдә билдәле башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимовтың еңеүенә бәйле. Яҙыусы Рәсәй Дәүләт Думаһында “Күңелдәргә ҡатырға ирек бирмәгән һауыҡтырғыс сатира һәм юмор өсөн” Алтын миҙалы менән бүләкләнгәйне.

Әлеге ижади ултырыш иһә “Башҡортостан–2022: Евразия халыҡтары милли әҙәбиәттәренең үҙәге” тигән девиз аҫтында ҙур әҙәби сараға әҙерлектең башы булып тора.

Маргарита Аль Евразия халыҡтары ассамблеяһы Әҙәби советының һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Әҙәбиәт буйынса комитетының аныҡ эштәре һәм эшмәкәрлеге пландары тураһында ла һөйләп үтте. Ул илдең һәр төбәгендә “ЛиФФт” журналын сығарырға тәҡдим итте. Баҫма республиканың, өлкәләрҙең әҙәбиәтселәре менән таныштырыр, ә яҙыусы-шағирҙар үҙ әҫәрҙәрен баҫтырыу мөмкинлегенә эйә булыр ине, тип иҫәпләй ул.

Бынан тыш, ултырышта хәҙерге әҙәбиәттең башҡа көнүҙәк мәсьәләләре лә ҡаралды. Улар иҫәбендә – милли әҙәбиәттәр вәкилдәренең әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү.

Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының проректоры Сергей Дмитренко 2014 йылда Рәсәй Президенты Указы менән “Милли әҙәбиәттәр йорто” төҙөлгәне һәм әлеге көндә уның әүҙем үҫешкәне тураһында һөйләне. “Беҙ йыл һайын тәржемәселәр төркөмө йыябыҙ, – тине С. Дмитренко. – Башҡорттарҙан тыш, икенсе татар төркөмө туплайбыҙ, удмурт, яҡуттар бар”. Башҡорт төркөмө уҡып бөткәс, икенсе төркөм йыйыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ. “Башҡорт әҙәбиәте бай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уның тураһында әҙ беләбеҙ”, – тигән фекерҙә С. Дмитренко.

Ғөмүмән, ултырышта хәҙерге милли әҙәбиәттәргә ҡағылған бихисап көнүҙәк һорауҙар ҡаралды, улар буйынса емешле фекер алышыу барҙы.

Ултырыштың моңло биҙәге – “ЛиФФт–2021”ҙең дипломанты, Коми Республикаһынан шағирә Татьяна Анцупованың Марсель Сәлим шиғырына яҙылған “Многоязычный башкир” йыры булды.

Сарала шулай уҡ күренекле башҡорт яҙыусы-сатиригының китаптарынан торған “Күңелдәрҙе таҙартыусы көләссик” күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Фото: bashnl.ru

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас