

Ғәҙәттә, бөйөк шәхестәр тураһында хәтирәләр, иҫтәлектәр, тикшеренеүҙәр, китаптар уҡыһаң, уның ата-әсәһе хаҡында һөйләүҙәренә, нәҫел-нәсәбен юллауҙарына, тыуып үҫкән ерен, тәрбиәләнгән мөхитен, көндәлек йәшәйешен тасуирлауҙарына иғтибар итәһең. Тап ошо төшөнсәләр йыйылмаһының берлеге кешене шәхес дәрәжәһенә күтәргәнгәлер. Әлбиттә, кешенең шуларға үҙ тырышлығы, маҡсатына ынтылыусанлығы, ныҡышлығы үрелеп үҫкән булһа. Ноғман ағай Мусин шәхесе тураһында уйланғанда мин дә уның бөйөклөгөнөң сығанағы – даръяға әйләнгән шишмә башын, оло юлға алып сыҡҡан һуҡмағын, кескәй генә йорт менән оло донъяны айырып та, тоташтырып та торған тупһаһын күҙ алдына баҫтырырға тырышам.
Ябайлыҡтың мәғәнәһе
Изге Уралыбыҙҙың көнбайыш битләүендәге армыттар, Алатау ҡуйынына иркәләнеп кенә һыйынып, Шешәнәк йылғаһының тынмаҫ йырын тыңлап көн иткән, ҙур булмаған – 15-ләп ауылға һыйып бөткән Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуының элек Маҡар, хәҙер Ишембай районына ҡараған Ҡолғона ауылы – Әҙиптең тәүге ауазын ишеткән, һауаһын һулатҡан, изге тупраҡҡа аяҡ баҫҡан, төпһөҙ күккә ҡарап әҫәрләнгән, күҙҙәрен алыҫтарға төбәп, офоҡто байҡап, киләсәккә йәшәйеше маҡсатын билдәләгән, төҫмөрләгән сабый төйәге бөгөн күптәргә билдәле. Ябай ғына ғаиләлә тыуған ябай ғына ауыл малайын милләтебеҙ ғорурлығы дәрәжәһенә еткергән ябай ғына ауыл. “Ябай” ҡалыбын ҡулландым да, уйға ла ҡалдым.
Нимә һуң ул ябай булмаған ғаилә, кеше, ауыл? Юғары белеме булмаған, үҙен ашатҡан ерҙең ҡәҙерен белгән, уның менән яҡшы мөнәсәбәттә булған, йәшәйеште тәьмин итер өсөн ал-ял белмәй шул ерҙә соҡонған кешеме, ғаиләме? Бейек йорттары, асфальты, трамвайҙары, театры, ҡама бүрекле-шәшке тунлы элиталары, йортта уңайлыҡтары булмаған йәшәр ерме? Был юҫыҡтан ҡарағанда шулайҙыр. Тик һәр кем күҙенә күренгән был ябайлыҡ халҡыбыҙ йәшәйешенең тышҡы күренеше – кейеме генә. Ул кейем эсендә – башҡорт көнкүреше, көнитмешенең асылы, менталитеты. Уның эсендә бар кешелеккә хас тормош ҡайнай. Нәҫелде арттырыр, ҡәүемде ишәйтер, әҙәмсә көн күрер өсөн көрәш.
Тағы ла мөхәббәт – нәфрәт; тоғролоҡ – битарафлыҡ; уңғанлыҡ – ялҡаулыҡ; көнсөллөк – ярҙамсыллыҡ; иман, намыҫ.Тағы ла үҙеңдең Кеше, ҡәүемеңдең милләт булыуын иҫбатлар, нығытыр өсөн көнө-төнө арымай-талмай тир түгеү... “Ябайлыҡ”тың төп мәғәнәһен шулай аңлаһаң, килешергә була. Ошо ябайлыҡта, сафлыҡта үҫкән Ноғман ағай мәленә ҡарап ярһып та, тыныс ҡына ла аҡҡан, тамсылап таш тишкән, ташып баҫыуҙар, үҙәндәрҙе иңләгән Шешәнәктәй холҡо, ҡалҡан булып ҡалҡып халҡын хәүефтәрҙән киҫәтеп, бәләләрҙән ҡурсалап, бар байлығын ил ғәменә биргән, мәрхәмәтле лә, ҡырыҫ та, ҡаты ла ҡая, тау-таштай фиғеле, ерҙе йәмләгән урмандарындай, солоҡ ҡарағайҙарыныҡындай бейек һәм бөйөк фекере менән, тәбиғәттән алған тәбиғи үҙенсәлеге, яҙыусылыҡ таланты менән ошо ябайлыҡты һүрәтләй, тасуирлай, донъяға еткерәсәк. ...
Ә әлегә ябай ауылдың кескәйҙән атайһыҙ ҡалған саф малайы атаһы юнып биргән ағас атҡа атланып (белгән атаһы нимә бирергә улына – Ноғман ағай шул мәлдән эйәрҙән бер ҙә төшмәне), донъяны, ауылын, нәҫелен танырға өйрәнә.
Атаһының үтә лә эшсән, егәрле оҫта булғанын – бер аҙнала бер үҙе өй бураһы һалғанын, бар ҡаралтыһын йүнәтеп, геүләтеп донъя көткәнен, көр күңелле, алсаҡ йөҙлө, көслө кеше тип һөйләгәндәрен ишетһә, атаһын бер бәһлеүән, батыр итеп күҙ алдына баҫтыра. “Һыу һөлөгө кеүек матур, ҡарағайҙай таҙа, изге күңелле кеше ине Сөләймән” тигән һүҙҙәр ҡолағына салынһа, күңеле йә үҫеп китә, йә һағыш баҫа – атаһы булмағас, үҙен кәм тойоу тойғоһо һағалай. “Ай, бынау Нөғәмән (кирәй-ҡыпсаҡтарса. Уларҙа Ғайса ла Ғайса түгел – Айса, Ғатауллаһы ла – Атаулла, Ғүмәре – Үмәр) ҡойоп ҡуйған атаһы инде” тиһәләр, башы күккә тейә...
Ә гел генә “атайың, атайың” тип торған әсәһе тәрбиәһе? Юҡ, һүҙ һөйләп, ноҡот әйтеп, аҡыл һатып түгел, ә донъяға үҙ ҡарашы, үҙ эше, тәүәккәллеге, ғәҙеллеге, кешелеклелеге менән. Бына әсәһе Вәсиләнең ҡайнағаһына колхоз балын урларға юл ҡуймаған ваҡиға. Ул үҙенән-үҙе намыҫ, тоғролоҡ, оят тигән, тәү ҡарамаҡҡа күҙгә күренмәгән төшөнсәләр буйынса асыҡ дәрескә әйләнә... Йә булмаһа, дүрт балаһын үҫтерер, аяҡҡа баҫтырыр, тамаҡтарын туйҙырыр өсөн ниндәй саялыҡ менән ауыл советында эшләгән яһил менән һалым майы өсөн алышҡаны; күҙ терәп торған үгеҙҙәрен юл ыңғай урларға маташҡан колхоз малын ҡыуған өс ир-атҡа инә арыҫландай ташланып, йәнен аямай ул малын йолоп ҡалғаны?
1943 йылда өлгөр малайҙар Стәрлетамаҡ, Маҡар яғынан хәрбиҙәр оҙатыуында ҙур ғына бер төркөмдөң ауылға килеп ингәнен күрә. Былар Белорет, Магнитогорск комбинаттарына арестанттар хәленә төшөрөлөп эшкә ҡыуылған ас, йонсоған үзбәктәр икән. Әлһерәгән, хәлһеҙләнгән был бәндәләргә ауыл халҡы икмәкме, монар көпшәһе турап бешерелгән ыумаслы өйрәме, булған башҡа ашынмы бирергә маташҡанда, хәрби һаҡсылар ул ризыҡтарҙы ергә түктергән. Буласаҡ әҙиптең әсәһе урындағы властың ҡушыуы буйынса хәрбиҙәр командирының тамағын хәстәрләргә тейеш булһа ла, ғәскәренең шулай ҡыланғанын күреп, түрәгә тип бешерелгән ризығын тоттороп, уны өйөнән ҡыуып сығара... Үлемесле һуғыш барғанда бер ниндәй ҡанунға ла һыймаған, аҡылһыҙлыҡҡа тиң был ҡылыҡ баш китерлек эш була. Күрелмәгән тәүәккәллектең ҡот осҡос фажиғәгә еткереү ихтималлығы үҫмер аҡылына һыйып бөтмәгән хәлдә лә, уның бәғерен телгеләгәндер, рәсми тәртәләргә һыймаһа ла, “кешелеклелек” тигән ҡанунға тап килгәнен, уның шулай яҡланырға тейеш икәнен ҡанына һеңдергәндер.
Баланың уңдырышлы күңеленә ата-әсәһе, ҡырыҫ тормош сәскән орлоҡ шул мәлендә үк тиерлек шытым бирә башлай, ул тормош арбаһына егелә, уның әсеһен-сөсөһөн татып, уңын-һулын белеп үҫә. Рәсми документтар раҫлауынса, 12 йәшлек бала 1943 йылда ауылдағы “Большевик” промартеленә эшкә төшә. 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалы – уның иң ҡәҙерле дәүләт наградаһы.
Буласаҡ яҙыусы бәләкәйҙән балта тота – үҫә төшкәс, “оҫта” тип тә йөрөтәсәктәр үҙен, бесән эшенә – сабырға, йыйырға, күбә тарттырырға, кәбән ҡойорға өйрәнә. Кәбән ҡойғанға тиклем үк атаһының төҫө итеп һаҡлаған, ауылдың ирҙәрен көнләштергән ос һәнәген “үҙебеҙгә кәрәк булыр”, тип һаттырмай. Шикле бесәнселәрҙең һәнәкте урларға ниәтләгәнен һиҙгәс, төн ышығында биш-алты саҡрымда ятҡан бесәнлектән һәнәген һөйрәп, ауылына ҡайта. Был аҙымдары менән йөрәкле, зирәк бала “рухи ҡиммәт”, “быуын күсәгилешлеге”, “хәләл мал” тигән изге төшөнсәләр донъяһына үҙенән-үҙе килеп инә.
Нимә икәнен аңлап бөтмәһә лә, олатаһы менән тәбиғәт һағына баҫа. Аҙағыраҡ бар тормошо шуға бағышлана – тәбиғәт гармонияһын, халыҡ тарихын, күңел бөтөнлөгөн һаҡлауға. Уны тейешенсә башҡарыр өсөн ете ҡат тирен түгер, ете ҡат тиреһен һыҙыртыр әле уңған да, сәмле лә, сыҙам да, ныҡыш та был егет ҡорона инеп барған бала. 14 йәшендә юҡты бар итер (ғаиләне өҙлөктөрмәҫ өсөн) Петровскийҙан Ҡолғонаға тиклемге 50 саҡрым араны, 100 стакан дымлы тоҙ тултырылған ауыр тоҡсайҙы артмаҡлап, тәпәй-турат ҡайтҡанда, арҡаһын эштән сығарып сейләндереп, ҡутырлатып, тиреһен һыҙыртып, яңыртып-ямап оҙаҡ ҡына ятыуы – бер. Унан башҡа күпме ауырлыҡтар күтәрергә, күпме арҡыры кәртәләрҙе емерергә, күпме ташҡындарҙы кисергә, күпме дауылдарҙы үтергә тура килә әле.
Ҡанундарға һыйып та бөтмәгәндәй...
Баштараҡ, Ноғман ағай шәхесе тураһында уйланам тинем дә, үҙем дә һиҙмәй уның тамырҙарын, ғүмер һуттарын барлауға төшөп киттем. Уҡыусылар иғтибар иткәндер, бында мин яҙыусының “Тормош. Яҙмыш. Булмыш” повесына ныҡ таяндым. Был барлауҙа барыбер төп геройыбыҙ бала, үҫмер Нөғәмән бит. Был әҫәргә йәйә эсендә икенсе исем дә ҡуйылған: “Яҙылмай ҡалған яҙмалар”. Мин аҡҡа төшөргән ваҡиғалар, факттар, уйланыуҙарым, бәлки, “яҙылмай ҡалған” өлөшөн саҡ ҡына булһа ла асыҡлар, тулыландырыр.
Иренең аманатын үтәп, Вәсилә апай үҙе лә белем эстәгән улын нисек тә белем донъяһына индерергә тырыша. Сөләймән улы ул замандарҙа ауылда 10-сы класты тамамлап, урта белем алған берҙән-бер егет була. Ә был инде үҙ сиратында Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусылар институтына инергә, студенттарҙың ҡайнап торған мөхитенә, белем, әҙәбиәт донъяһына, йәмәғәт тормошона юл аса.
Өлгөр, әүҙем студентҡа, институттың профсоюз ойошмаһы рәйесе Ноғман Мусинға яҙмыш яйлап-яйлап йылмая ла башлай. Уға профсоюздарҙың Бөтә Союз съезына делегат булып һайланыу, Мәскәүгә барыу, В.И. Ленин мавзолейына инеү бәхете тейә (ул ваҡытта Ленинды күреү оло бәхет ине). Яҙыусы үҙе әйткәнсә, институтта уның тағы ла оло бәхете бар: “Ғүмерем буйы онотолмаясаҡ өс уҡытыусыға эләктем: Абдулла Нәбиулла улы Баязитов, Билал Хәмит улы Юлдашбаев һәм Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы Ғиләжев”. Эй, донъя! Миңә лә Баязитов ағайҙа уҡырға насип булды, Юлдашбаев ағай менән томанлы-дауыллы 90-сы йылдарҙа бер үк хәҡиҡәткә табындыҡ, ә Хәким Ғиләжев ағай, уның поэзияһы хаҡында диплом эше яҙғайным, мине ғүмер буйы үҙ күреп, ҡурсалап, дәртләндереп тора ине. Артабан тағы ла Ноғман ағай һүҙҙәре “...уның (Х. Ғиләжевтең – Т.С.) ҡулына эләкмәһәм... әҙәбиәттең ҙур юлына төшөп китә алыр инемме ни?” Шөкөр, киң күңелле, ярҙамсыл, хәстәрлекле ҡулға эләккән хыялға бай Ҡолғона егете. 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында баҫылған “Минең дуҫым” хикәйәһе республикабыҙҙа яңы ҡәләм тибрәтеүсе морон төрткәнен белдерһә, 1956 йылда яҙылған “Зөһрә” повесы (1960 йылда айырым китап булып сыға) талантлы яҙыусы, үҙ ижад тематикаһы – тәбиғәт һәм уны ҡурсалау, һаҡлау, тәбиғәт һәм кешенең үҙ-ара мөнәсәбәте – ныҡ төҫмөрләнгән талантлы прозаик тыуғанын тантаналы хәбәр итә.
Әтейем Ниғмәтулла менән өс туған булған Нөғәмән (үҙебеҙсә, кирәйҙәрсә – мин дә кирәй-ҡыпсаҡ – әйтергә булдым әле был юлы) ағайҙар менән беҙ, Өфөгә эшкә килгәс, яҡыныраҡ аралаша башланыҡ. Бер мәл Ноғман ағайҙар беҙҙе “Аҡлан”ға – яҙыусылар дачаһына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Саҡырылған көн килеп еткәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ. Танылған яҙыусының, оҫта тигән даны ла таралған инсандың, үҙ ҡулы менән ҡарағайҙан бурап өй һалғанын, биләмәһен ағас-ҡыуаҡтарҙан таҙартып, гөл-баҡсаға әйләндергәнен ишетеп белә инек. Хатта уның өй һалғаны хаҡында хәбәрҙар ҙа инек. Яҙыусылар өйҙәрен ҡышҡылыҡҡа бикләп, Өфөгә ҡайтып киткәндә, Ноғман биләмәһенә ҡул да теймәгән булған, ә яҙ килгәс, күрәләр: ағастар араһынан ҡайҡайып, баҡыр тәңкәләрҙәй сайырын йылтыратып, ҡарағай өй ҡарап тора. Һоҡланырлыҡ өй ҙә һуң, тик бынауы тынғыһыҙ, үҙ һүҙле Ноғман кооператив Уставын, законды иҫәпкә лә алмаған – ағастан һалған.
Йыйылышып, ҡәләмдәштәренә: “Өйөңдө ҡутар, тәртәгә һыймаған эш был, башбаштаҡлыҡ”, – тип ғәйеп ташлайҙар. Ярай әле хөрмәтле, итәғәтле Зөлфәр ағай Хисмәтуллин: “Йә инде, бүрәнәнән өй һалғанды тикшереп ултырсы”, – тип баҡсалаштарын һыуындыра. “Тәртәһе лә бит әле – һыйырлыҡ булһа бер хәл – ҡыбырларлыҡ түгел, ныҡ тар, ситлек кеүек”, – тип ҡуя. Ысынбарлыҡты иҫәпкә алмаған, тик сикләүгә, тыйыуға ғына нигеҙләнгән дөйөм “тәртә”не һәр саҡ тарһына Ноғман ағай, йәмғиәттә урын алған ҡанундарға һыйып та бөтмәгәндәй йәшәй. Әҙәп, намыҫ, толерантлыҡ, ысын йәшәйеш ҡанундарына һыя ул, ә бына ҡайһы бер рәсми закондарҙың туҙға яҙмағанын өнәп бөтә алмай. Уларға яҡшыраҡ, матурыраҡ, зауыҡ үҫтерерҙәй, гармонияны киңәйтерҙәй үҙ аңлауын, үҙ самаһын, үҙ рәүешен, үҙ бәҫе-мәртәбәһен индереп, мәғәнәлерәк һөҙөмтәгә ирешергә тырыша.
Ана шул дачниктарҙы бер аҙ ҡужғытып алған, “законһыҙ”лығы менән тирә-йүнендә ҡойон сығарған матур өйгә барҙыҡ. Шул ҡәҙәре оҡшаттыҡ. Рәхәтләнеп ял иттек. Соланында ағайыбыҙҙың үҙ ҡулы менән эшләнгән дадандарҙы күреп иҫебеҙ китте, тимәк, умарталар ултыртыласаҡ. Ҡайындан әрҙәнә өйөп ҡуйылған, тимәк, ҡыш та килеп йөрөйәсәктәр. Баҡсаның ҡаралғаны, сүп-сарҙың әҫәре лә булмағаны күҙгә бәрелә. Күпереп үҫкән ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, емеш-еләк, үлән-сәскәләре “беҙ бәхетле, уңған хужалар ҡулындабыҙ” тип шатланышҡандай, хуш еҫ бөркөп ултыра. Күркәм өйҙө йәмләп, Фәһимә еңгә йүгереп йөрөй. Ҡайһы ваҡыт туҡтап, күҙен ҙур асып, “атаҡ-атаҡ” тип аптырағанын белдерә. Йылмайып ебәрһә, бөтә бите ҡаплана, былай ҙа нур сәсеп торған стеналар тағы ла сағыулана, яҡтыра бара. Ә башын ҡайҡайтып, рәхәтләнеп көлөп ебәрһә, донъя гәлсәр сыңлауына тулғандай...
Олатай биргән аҡыл
Был матурлыҡты Урта Азиянан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ике туған (әнейем яғынан) Венера апайыма ла күрһәттек. Ҡунаҡтарға ҡайһы яҡты күрһәтәйем икән тип торғанда, туған йәнле ихлас Ноғман ағайыбыҙ: “Бәй, алып килегеҙ Аҡланға, Дим буйы бигерәк матур саҡ”, – тине. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының алсаҡлығы, ябайлығы хаҡында Венера апайым бөгөн дә һоҡланып һөйләй.
Үҙ өйөнөң матурлығы менән Оло яҙыусыбыҙ беҙҙең менән дә уртаҡлашты. Баҡсала өй күтәреребеҙҙе белгәс, алдан уҡ: “Тәлғәт, өрлөгөңдө сабырға мин үҙем барам”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Өй күтәрер көндә ҡара таңдан тороп, алты-ете саҡырымда ятҡан “Аҡлан”дан беҙҙең участкаға килеп тә етте. Өрлөк сабыр өсөн бар нәмәһен – оҫта балтаһынан алып бау, һуҡтырыр өсөн күмер киҫәгенә тиклем йөкмәп, әлбиттә. Оҫталығын ғына түгел, күңелен дә биреп сапҡан өрлөк өйөбөҙҙөң оло йәме булды.
Яйлап-яйлап Ноғман ағай миңә яҡын кәңәшсегә лә әйләнде. Комсомолдан Яҙыусылар союзына эшкә күсереү тураһында һүҙ сыҡҡас, Ноғман ағай: “Кил һин, Тәлғәт, союзға. Әҙәбиәтте беләһең, мәҙәниәтте лә. Фәнгә тартылһаң, аспирантураға ла инеп китерһең. Унда еңелерәк булыр”, – тине. Союзға эшкә барҙым, ситтән тороп уҡырға аспирантураға ла индем – күңелем тартманы. Ә танылған прозаик мине һаман ижад мөхитенә ипле генә ылыҡтырырға тырышты – юлын да матур тапҡайны. “Мәңгелек урман” романын русса нәшер итергә ниәтләйҙәр, шуның һүҙмә-һүҙ тәржемәһен эшләй алмаҫһыңмы?” – тип өндәште миңә. Тотоноп ҡараным. Оҡшаны. Рәхәтләнеп эшләнем. Автор ҙа хупланы. “Зәңгәр тауҙа – аҡ болан”ды ла һүҙмә-һүҙ тәржемәләнем.
Яҙыусы әҫәренең һәр юлы менән эш итеү миңә уның оҫталығын, һәләт-талантын тамырынан уҡ аңлау мөмкинлеге биргәндер, тим. Халҡы тарихын, үткәнен, кисергәнен һәр күҙәнәгенә һеңдергән, бай телен тәрәндән белгән, уның рухи бейеклеге юғарылығында, уның менән бер үк әҙәп-иманға табынған, халыҡ ғәме-хәстәре, маҡсат-ынтылышы донъяһында ҡайнап, уның яҙмышын, тыуған илен, телен, динен ҡайғыртып, янып йәшәгән халыҡ улы ғына юғары кимәлдәге һәр зауыҡты ҡәнәғәтләндерерҙәй, халыҡ яҙыусыһы тип танырҙай шедевр кимәлендәге әҫәрҙәр тыуҙыра алалыр.
Уңған әҙибебеҙ нисәмә йыл халҡына бер туҡтамай бынамын тигән фундаменталь әҫәрҙәрен бүләк итә килә. Ҡайһы бер ижад емештәрен барлап киткәндә лә булалыр: “Ауылым юлы”, “Ер биҙәге”, “Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Шунда ята батыр һөйәге”, “Һуңғы солоҡ”... Барыһын да әйтеп бөтөп булмаҫ. Уларҙың нимә һөйләгәндәрен ике һүҙ менән еткереп була алмаған кеүек. Китап уҡығандар уны былай ҙа белә, ә уҡымағандар... Шулай ҙа уларға ла бер-ике һүҙ әйтеү кәрәктер: “Мәхрүм итмәгеҙ үҙегеҙҙе Ноғман Мусин атлы әҙипте уҡымай, туған телегеҙ матурлығын тойоуҙан, ҡәүемебеҙҙең юғары фекерен аңлауҙан, үткән-кисергәнен белеүҙән, бөгөнгө мәғәнәле көнитмеше менән бергә булыуҙан! Уҡығыҙ, был авторҙың ижадын ғына түгел, милли әҙәбиәтебеҙҙе лә белегеҙ. Ғөмүмән, уҡығыҙ”.
Юҡҡа ғына һәр яңы әҫәре менән үҙе лә үҫә барған Ҡолғона ауылы уҙаманы ижады башҡорт әҙәбиәте тарихында беренсе булып 12 томлыҡ әҫәрҙәр рәүешендә донъяға еткерелмәне. Халҡы күңеленә инеп ятырлыҡ емешле яҙыусы булыр өсөн белем кәрәк, холоҡ кәрәк, арҡа һөйәге ныҡ булыу кәрәк. Ә улары Ноғман ағайҙа етерлек. Ябай ҙа түгел, үҙенсәлекле. Үҙ бәҫен һаҡлай, ҡәҙерен яҡлай белгән, тура һүҙле, үткер күҙле, кәрәккәндә әсе телле инсан кешеләр күҙенә һәр саҡ тура ҡарай белде, ярамһаҡланып, ярарға тырышып күҙҙәрен йүгерткеләмәне. Һынын гел тура тотҡанға, шөһрәтлерәк шәхестәр уны бик үк яҡынайтып та барманы, дан туртаһы менән уртаҡлашманы, бер аҙ шөрләгәндәрҙер ҙә, бәлки. Сыҙам, түҙем була белеүе көтөлгән-көтөлмәгән бәләләрен, ауырлыҡтарын ирҙәрсә сабырлыҡ менән күтәрергә, кисерергә ярҙам иткәндер.
Фалиж һуҡҡандан һуң иренең хәстәрлеге солғанышында оҙаҡ йылдар түшәктә ятҡан хәләл ефете Фәһимә апайҙың ахирәткә күсеүе – аяҡтан йығырлыҡ фажиғә бит. Оло юғалтыуҙан айнып та бөтмәнеләр, оло ҡыҙы Фәрзәнә лә ни өсөндөр ҡабаланды. Әсәһенә иптәшкәлер инде... Донъялыҡта атаһы кесе ҡыҙы Гөлшат, кейәүе Ринат менән бергәләп, тулы, татыу тормошта, әруахтар рухына лайыҡ донъя көтәсәктәренә ышанып. Шөкөр, матур, күңелле, эстәлекле йәшәй был ғаилә. Үҙ-ара, уҡыусылары, туған-тыумасаһы, ауылдаштары, ватандаштары менән бергә. Ҡайнашып.
Ноғман ағайҙың ябай ауыл мөхитендә үҫкәнендә олатаһы биргән аҡыл бигерәк тә фәһемле. Урманда ат эҙләп йөрөгәндә олатаһы төрлө яҡта дыңғырлаған ҡыңғырауҙарға ҡолаҡ һалып тора ла: “Беҙҙең бейә Тәрәнсоҡор яғындараҡ шикелле”, – ти. Уны ҡайҙан айыраһың, тип аптыраған малайға олатаһы: “Атҡа ҡыңғырауҙы шуның өсөн тағалар бит инде”, – ти. Шунан өҫтәп ҡуя: “Шулай, улым, ат муйынындағы ҡыңғырауға ҡарап та кемдең кемлеген белеп була...” Хәйерле сәғәттә булғандыр был дәрес. Үҫмер был тормошта үҙ ҡыңғырауын таба. Заманаһына ярашлы, заманына ҡарата төрлө сифаттағы, төрлө көстәге, хәүефле лә, дәртле лә, моңло ла тауыш сығара ижадсы үҙ ҡыңғырауынан.
Халҡыбыҙ тарихында ла, көндәлек тормошта ла, әҙәбиәттә лә Ноғман Мусинды 1991 йылда – Салауат Юлаев премияһы лауреаты, 2001 йылда халыҡ яҙыусыһы кимәленә күтәргән, әҙәби әҫәрҙәргә әйләнгән һиҙгер ҡыңғырау тауышы көслө яңғырай, һәр тарафҡа ишетелә, һәр ҡолаҡҡа барып етә, һәр күңелгә юл таба. Шөкөр.
Ҡайҙа ғына эшләһәм дә – “Башҡортостан” гәзите мөхәрриреме, мәҙәниәт министрымы – ҡала-райондарға командировкаға сыҡҡанда, иң тәүҙә китапханаларға юл ала инем. Китаптар бармы? Етерлекме? Ниндәй телдә күберәк әҙәбиәт килә? Уҡыйҙармы? Кемде күберәк уҡыйҙар, кем китабы ҡулдан төшмәй? Китапханасылар “уҡыйҙар, уҡыйҙар” тип иң тәүҙә Зәйнәб апай Биишеваның, Ноғман ағай Мусиндың китаптарын килтерә ине. Бүтәндәрен дә килтерәләр, әммә был ике авторҙың китаптары айырылып тора. Ҡулдан-ҡулға күсеп, майланып, ҡайышланып, иҫкереп, сосолоп, күп ҡулланыуҙан таралыр хәлгә еткән булыр инеләр. Яҙыусыны ихтирам итеүҙең шунан да ҙурыраҡ дәлиле бармы икән?!
Хәйер, танылған яҙыусыһын халыҡтың төрлөсә ололағанын әҙ күрмәнем, ундай тантаналарҙа, кисәләрҙә, осрашыуҙарҙа, конференцияларҙа әҙ ҡатнашманым.
Тура килһә килә бит, миңә, күп кенә йылдар Салауат Юлаев премияһы буйынса комиссия ағзаһы булған кешегә, 1991 йылда яҙыусы Ноғман Мусинға Салауат Юлаев премияһын тапшырыу бәхете тейҙе. Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса, бәлки, яңы лауреаттың теләге шулай булғандыр, премияны башҡа бүләкләнгәндәр менән бергә түгел, әҙиптең тыуған төйәгендә тапшырырға булалар. Ҡыҙыҡ, бында ла Ноғман ағай ваҡыт, ваҡиға тәртәһенә һыймағанмы, әммә яҙмыштың был тантананы тыуған төйәгенә йүнәлткәне юғарынан әшкәртелгән кеүек: яҡташтары күрһен, тойһон, һөйөнһөн, ғорурланһын. Шулай булды ла: республиканың ижад өлкәһендәге иң юғары бүләген әҙипкә Ишембайҙа тапшырғанда яҡташтары тантана иткәнен үҙ күҙем менән күрҙем.
“Беҙ – мәңгелек!”
Яҙыусының 70 йәшлек юбилейын билдәләгәндәге оло байрам да хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды. Ишембай мәҙәниәт һарайының туп-тулы залында халыҡ яҙыусыһын ҡотларға килгән Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаевтың, мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитовтың, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры Зөфәр Тимербулатовтың, урман хужалығы һәм тәбиғи ресурстар министры Риф Ҡаҙаҡҡоловтың, Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы Владимир Давыдовтың кисерештәре, хистәре, ихтирам һүҙҙәре залдағыларҙыҡы менән ауаздаш, аһәңдәш ине. Халыҡ ғорурлыҡ, ихлас йылылыҡ, күтәренкелек, йылмайыу, алҡышлау, дәрт, йыр-моң менән ололаны үҙенең улын.
Иртәгәһенә Ҡолғонала үтәсәк мөһим сарала ҡатнашыу теләге лә бик ҙур. Иртүк тороп, Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылына саптым: унда халҡыбыҙ батыры, Е. Пугачевтың көрәштәше Кинйә Арыҫланов һәм ошо кескәй генә ауыл үҫтергән өс Советтар Союзы Геройы музейын сәғәт унда асып, ал таҫмаһын киҫеп, 200 саҡрымдан ашыу юл үтеп, сәғәт 1-ҙә тантана башланыуға юбиляр ауылына килеп тә еттем. Әҙәбиәт аҡһаҡалыбыҙ үҙ геройҙары – тауҙары, ҡаялары, шишмә-йылғалары, ағас-урмандары, күге-ҡояшы, Алатауы-Уралы, ғәзиз ере, халҡының бер бөтөнгә әйләнеп, күрелмәгән тантана уртаһында ҡайнап, үҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарын йыһан аша төрлө тарафтарға еткерә-еткерә нисек байрам иткәндәрен күрер өсөн әллә ниҙәр бирерһең.
2006 йылда әҙип Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Тағы биш йылдан уның күкрәген “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, 2016 йылда Халыҡтар дуҫлығы ордендары биҙәне.
2011 йылда, Ноғман ағайҙың 80 йәшендә, ҡәүемдең, халҡыбыҙҙың, республиканың оло байрамында, әйтерһең дә, ниндәйҙер эстафета буйынса кесе улым Салауат та ҡатнашты. Бар күргәнен зиһененә алды, күңеленә һалды. Бөйөк рухтың йәшерәк быуынға шундай рәүештә тапшырылыуы ниндәй мәғәнәле, өмөтлө. Ә рух күсәгилешлеге яҙыусы өсөн бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтманы.
Оло улым Азаматҡа бүләк иткән “Шунда ята батыр һөйәге” китабына: “Азамат улым! Атай-олатайҙарҙың изге мираҫына тоғро бул. Ноғоман бабайың”, – тип яҙғайны. Алдар Иҫәкәевте – батша палачтары тарафынан язалап үлтерелгән халыҡ батырын үҙ ҡуйынына алған ер, арымай-талмай күк йөҙөн иңләп-буйлаған батыр рухының һәр саҡ уяу, һаҡта икәнлеген белә, күрә, тоя. Ошо рух менән бер сафта изге ҡиммәттәребеҙҙе имен-аман, түкмәй-сәсмәй быуындан-быуынға тапшырыуға көс түккән, ғәйрәт һалған, ғүмерен бағышлаған ир-азаматыбыҙ уны киләсәк быуындарға аманат итеп әйтә.
Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға – башҡорт әҙәбиәте титаны, намыҫы, ғорурлығы булған Олуғ Шәхескә, 78 йыл эш стажы булған хеҙмәт ветеранына, үҙ мөнәсәбәтем, тәрән ихтирамым хаҡында милләттәштәремә лә еткерәйем тип, ҡулыма ҡәләм алдым, алдыма аҡ ҡағыҙ һалдым. Яҙмама ниндәй баш ҡуйырға тип уйланып ултырғанда, ҡәләмем үҙенән-үҙе тиерлек “Мәңгелек...” һүҙен яҙҙы. Ә унан – “Һуңғы солоҡ”. Ил ағаһы был романы менән беҙҙе, йәмғиәтте һуңғы солоҡ кешелек һуңы булып ҡуймаһын, тип киҫәтә түгелме һуң? Был төшөнсә, бәлки, аҡты-ҡараны, яманды-яҡшыны айыра белмәй башлағандарҙы һиҫкәндереп-айнытып ебәрер, тип өмөтләнәлер автор. Уларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәбиғәтте ҡоротоуға, уны буйһондороуға түгел, ә был мөғжизәне һаҡлауға, юғарынан бирелгән тәбиғәт – кеше гармонияһын ҡурсалауға, байытыуға, камиллаштырыуға йүнәлтер, тип ышаналыр? Әлбиттә, ышана.
Тамырҙарын ер-тупраҡҡа тәрәнгә ебәреп, ер һутына, тарих рухына – тимәк, йәшәү сығанағына, йәшәү йәменә мәңгелеккә тоташҡан, үҙ күстәрен – эшһөйәр, илһөйәр, берҙәм, ғәҙел бал ҡорттарын үҙендә йыйып, үҙ йөрәге янына алған солоҡ, мөһабәт һынын, олонон күккә сөйөп, “Беҙ бында. Беҙ бында әлмисаҡтан көн итәбеҙ. Йәберләмәгеҙ, ҡәҙерләгеҙ тыуған еребеҙҙе. Беҙ мәңгелеккә килдек”, тип хәбәр-сәләм оҙатып торғандай. Алыҫтарға, бар донъяға, ғаләмгә “Беҙ – мәңгелек!” тип оран һалғандай Ноғман ағай солоғо. Р.S. Мәңгелек Солоҡ 90 йәшлек бөйөклөгөнә артылған көндән Ишембай районының Ҡолғона ауылы балалары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге мәктәпкә уҡырға барасаҡ.
- Тәлғәт СӘҒИТОВ,Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.