

ХХ быуат башындағы әҙәбиәтебеҙ тарихында Сафуан Яҡшығоловтың поэзияһы күренекле урын биләй. Уның шиғырҙары башҡорт халҡының тормошон сағылдырыуы, милли рухы менән көслө.
Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов 1871 йылдың апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Миәкә районы) Илсеғол ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Шәжәрә быуынынан күренеүенсә, Таймаҫ – Илсеғол – Бәкер – Яҡшығол – Суфиян исемле ата-бабалары аҫаба Мең башҡорттарының бай тарихлы нәҫелдәренән була.
Сафуан Яҡшығолов, тыуған ауылы мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғас, уҡыуын артабан ҙурыраҡ ерҙә – Дәүләкән мәҙрәсәһендә дауам итә. Үҙаллы уҡыу маҡсатынан тарих, география, тәбиғәт белеме китаптарын уҡый, рус телен өйрәнә, көнсығыш мәҙәниәте, әҙәбиәте, фәлсәфәһе менән ҡыҙыҡһына, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрки яҙыусыларының әҫәрҙәрен яратып уҡый.
Мәҙрәсәне тамамлағас, йәш белгес Өфөлә Диниә назаратында имтихан бирә һәм Дим буйындағы Яңы Яппар ауылына указлы мулла итеп ебәрелә. Шунда ғүмере буйы ауыл мәсетендә мулла – имам-хатип булып эшләй, мәҙрәсә аса, балалар уҡыта.
1990 – 1991 йылдарҙа Сафуан Яҡшығоловты Илсеғол ауылында белеүселәр бармы икән, тигән ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Кемдәр белә, кемдәр хәтерләй икән? Пенсионер уҡытыусы Әхиәр Сафа улы Зарипов, ул ваҡытта Сафуан хәҙрәт иҫән сағында 5-6 йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы хәтерләй. Уның һөйләүенсә, киң яурынлы, мөһабәт кәүҙәле кеше булған шағир. “Ҡоҙа кеше булараҡ, Яңы Яппар ауылынан беҙгә ҡунаҡҡа килә торғайны.Үҙенең шәп йүгерек аты һәм кырандасы бар ине. Уҡымышлы булғанға, доғаны көйләп уҡый ине”, – тип хәтерләй ул.
Барсын апай Илекәева ла, әсәһенең һөйләүе буйынса, матур мәғлүмәт бирҙе: “Әсәйем Миңлеямал, ҡыҙ фамилияһы Яҡшығолова ине. Эштән ҡайтып, гәзит ҡараштырып ултырғанда, күҙемә “Сафуан Яҡшығолов”, “Илсеғол” тигән һүҙҙәр салынып ҡалды һәм һорай ҡуйҙым: “Һинең туғанмы әллә?” – тип. Эйе, ике туғандарбыҙ, ул күптән ауылдан сығып китте инде, Дәүләкән яғында йәшәй. Ғилемле кеше, телгә оҫта. Ҡатынының исеме – Баҙығол, бәпәй килтермәне, шуға күрә ҡустыһының малайы Махиянов Ноғманды уллыҡҡа алды, уҡытты, тәрбиәләне. Һуңынан өйләндереп, Илсеғол ауылына ҡайтарҙы”, – тине.
Күл ауылында йәшәүсе Ғәшиә Арыҫләнбәк ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙом. Ул, Ноғмандың ҡатынының һеңлеһе (Ноғмандың балдыҙы), былай тине: “Сафуан ҡоҙа шағир, мулла булған. Үҙ балалары булмағас, аҫрауға Мансур, Файза һәм Ноғманды алып тәрбиәләй, сөнки ер йән башына ҡарап бирелә. Сафуандың ҡатынының исеме – Банат. Ноғман еҙнәмде ғәрәпсә яҙырға, уҡырға өйрәтергә теләгән, ләкин уның уҡырға теләге булмаған, һуңынан үкенеп йөрөгән...”.
Сафуан Яҡшығоловтың фотоға төшкән бер рәсеме лә юҡ. Әхиәр ағай Зарипов күҙаллауынса, ҡустыһының малайы Ноғманға оҡшап тороуына һылтанып, Илсеғол ауылының һәүәҫкәр рәссамы Риф ағай Миһранов менән һөйләшеп, шул замандағы кейемде кейҙереп эшләгәндәр һүрәтен.
Яңыраҡ шағирҙың портреты яңынан эшләнде. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Риф Абдуллин төшөргән.
Сафуан Яҡшығолов ижады менән һуңғы йылдарҙа ҡыҙыҡһынған кеше – шағирә Лариса Абдуллина, Дәүләкән районы ҡыҙы. Яңы Яппар ауылында йәшәгән халыҡ менән аралашып, һөйләшеп, Сафуан Яҡшығоловтың ҡәберен табыуға ҙур көс һалды, сөнки ҡайһы тирәлә икәне билдәһеҙ ине.
Зыяраты 1931 йылдан алып тәрбиәләнмәгән, ағастар ҡуйырып үҫкән. Уны таҙарттырырға, ҡәбер ташындағы яҙыуҙы уҡый белеүсене табырға кәрәк ине. Яппар ауылы халҡы әүҙем, ихлас ҡатнашып, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән дәррәү эш башлап, ҙур көс һалды.
Яҡынса ҡайһы тирәлә икәнен, ҡәбер ташы ҡыҙыл төҫлөрәк икәнен белеүселәр булған. Ниһайәт, табылды, тамғаһы бында ятҡан әруахтарҙыҡына оҡшамауы ла бер дәлил булып тора ине. Дәүләкән районының әүҙемселәре ҡәберҙең өҫтөн таҙартып, иҫтәлекле таш ҡуйҙы. Дәүләкән районы хакимиәте лә шағирҙың исемен мәңгеләштереүгә ярҙам ҡулы һуҙа.
Сафуан Яҡшығоловтың ҡәбер ташына ошондай һүҙҙәр яҙып ҡуйылған: “Атаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, мулла Сафуан хәҙрәт Суфиян улы Яҡшығолов, апрель 1871 – июль 1931.
Бары ла эшкә кермештер уҡыуҙан,
Йыһанда яҡшы эшкә кермәй наҙан.
Уҡыу, уҡыу, тиҙәр бит һәммә милләт,
Уҡыу өсөн ҡыйлығыҙ һеҙ ҙә һиммәт”.
Лариса Абдуллина Дәүләкәндә Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙарын ойоштороуҙа ла әүҙемлек күрһәтте. 2019 йылдың 24 апрелендә “Төбәк-ара Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙары” башланды. Бында төрлө яҡтан килгән балалар зыҡ ҡубып Сафуан Яҡшығолов шиғырҙарын, мәҫәлдәрен матур итеп сәхнәләштерҙе. Шул көндә Дәүләкәндең мәҙәниәт һарайында Сафуан Яҡшығоловҡа арналған иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
“Башҡортостан” гәзите менән Дәүләкән районы хакимиәте берлегендә Сафуан Яҡшығоловтың “Башҡорт хәлдәре” тигән китабын сығарыуға өлгәштеләр. 2015 йылда “Башҡортостан” гәзитендә Лариса Абдуллинаның “Сафуан Яҡшығолов ХIХ быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған” тигән яҙмалары баҫылды. “Ерҙе юҡ баһаға һатмағыҙ, ҡәҙер итегеҙ ерҙе, бөтә өмөт йәштәрҙә”, – тип хәҙерге ваҡытта яҙған кеүек Сафуан Яҡшығолов. Баҡтиһәң, башҡорт халҡының проблемалары XIX быуатта ла шул уҡ булған икән дәбаһа!
2016 йылда Лариса Абдуллинаның “Башҡортостан” гәзитендә “Ваҡыт саңы ҡунмаҫ исеменә”, “Инаныстарына тоғро сәсән, йәки рухи тәғлимәтсе Сафуан Яҡшығолов тураһында кәлимә” тигән мәҡәләләре баҫылып сыҡты.
Шулай итеп, быйыл Сафуан Яҡшығоловтың тыуыуына – 150 йыл. Миәкә районы үҙәк китапханаһы шағир-мәғрифәтсе Сафуан Яҡшығоловҡа арналған “Күңел ялҡындары” республика конкурсын иғлан итте. Шағирға ҡағылышлы викторина һәм шиғырҙарын яттан һөйләү ярышын ойошторҙо. Ҡатнашыусылар эштәрен Миәкә үҙәкләштерелгән китапханаһы сайтына ебәрҙе. Был конкурста 243 кеше ҡатнашты, улар араһында балалар ғына түгел, оло йәштәге пенсионерҙар ҙа бар. Ауыр тигән һорауҙарға ла яуап тапҡандар. Ҡайһы бер һорауҙарҙы Лариса Абдуллина тәҡдим итте. Иң-иңдәргә 1, 2, 3-сө дәрәжә дипломдар бирелде. Сибай, Октябрьский, Мәләүез, Салауат ҡалалары, Тәтешле, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Бишбүләк райондары әүҙем ҡатнашып, Сафуан Яҡшығоловтың дипломдарына лайыҡ булды. Иң оло ҡатнашыусы – 82 йәштә. Бына ниндәй дәртле, белемле инәйҙәр бар, уларға “иң оло ҡатнашыусы” тигән номинацияла сертификат тапшырылды.
Шиғырҙарын уҡыу еңелдән булмаһа ла, улар бик мәғәнәле, үҙенсәлекле. Иғтибарлап уҡыһағыҙ, шиғырҙарында ғәрәп, фарсы һүҙҙәре бик күп булыуы күренеп тора, үҙенә күрә матур һүҙҙәр бар: сәғәҙәт – бәхет, инсан – кеше, һәзәр дастан – һандуғас, хитап – мөрәжәғәт һ.б. Сафуан Яҡшығоловтың һүҙҙәренән алып, барығыҙға ла сәғәҙәт насип булһын, баҡсаларығыҙҙа һәзәр дастан һайраһын, инсан булып ҡалығыҙ, ҡәүем-ҡәүем йәшәгеҙ, әлеге сил (ташҡын) ваҡытында иттиһад (берҙәм) булайыҡ, инҡилабтар (үҙгәрештәр) булып торһон яҡшы яҡҡа, бына шулай һеҙгә хитап итәм, тип өндәшәм.
Беҙ халҡыбыҙҙың аҫыл заттарын оноторға тейеш түгел, уҡырға, өйрәнергә, аңларға, таратырға тейешбеҙ.
Ғәшүрә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
китапханасы.