

“Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар шағир Сафуан Яҡшығоловтың ижады, эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш. Һуңғы йылдарҙа Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә атҡарылған эштәрҙең барыһы ла республикабыҙҙың олпат баҫмаһында донъя күрә килде. 2015 йылда шағирҙың “Башҡорт хәлдәре” тигән китабы ошо юлдар авторының баш һүҙе менән донъя күрһә, 2016 йылда Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттары, урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында С. Яҡшығоловтың ҡәбер ташы яңыртылды. Унда кәлимәи-шәһәҙәт менән бергә шиғри юлдар ҙа теркәлде.
Шағир ғына түгел, мөғәллим дә...
Ошо йылдарҙан алып төбәк уҡыусылары араһында даими рәүештә Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙары үткәрелеп килә. 2019 йылда Дәүләкән ҡалаһында Башҡортостан автономияһы нигеҙендә торған шәхестәр – шағир Сафуан Яҡшығоловҡа, Бәләбәй өйәҙенең Башҡорт милли шураһы рәйесе Шәкир Мозафаровҡа, Юлмөхәмәт Арыҫланбәковҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылғайны. Ул ваҡытта сарала район хакимиәте вәкилдәре, уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урындағы халыҡ ҡатнашты.
Уҡыусылар араһында ярыштар әленән-әле ойошторола. Әле әйтелгәнсә, шиғыр бәйгеләре үткәреү матур йолаға әүерелде. Мәҫәлән, Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез урта дөйөм белем биреү мәктәбендә С. Яҡшығоловтың тыуыуына 150 йыл тулыуына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте.
Тамаша залында уҙғарылған сара, ғәҙәттәгесә, башҡорт халҡының мәшһүр “Урал” гимны менән башланды. Мәктәп директоры Рима Әхмәтова, Мең ырыуы советы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов, Мең ырыуының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәнис Хәлиуллин, Ф. Кәрим премияһы лауреаты, яҙыусы Фәнис Янышев, “Дим буйҙары” гәзите хәбәрсеһе Ләйлә Ғүмәрова уҡыусыларҙың сығыштарын баһалаған. Атаҡлы шағир, мәғрифәтсе, мулла Сафуан хәҙрәт Суфиян улы Яҡшығолов тураһында балаларға Фәнис ағай Янышев ентекләп таныштырып үтте.
Артабан уҡыусылар илһамланып та, бер аҙ тулҡынланып та Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарын сәхнә түренән яңғыратты. Улар “Яҙ килеүе”, “Дим буйы” кеүек шиғырҙарына өҫтөнлөк бирҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рима Индус ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбендә 120 бала белем ала, шуларҙың 75-е башҡорт телен өйрәнә. Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенең филиалы булған Ҡунаҡҡол уҡыусылары ла шиғыр бәйгеһендә ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән Айгөл Ғәләүетдинова етәкселегендә бер төркөм уҡыусы С. Яҡшығоловтың шиғырҙарын, мәҫәлдәрен ятлап килгән.
Шиғыр ятлау ярышы милли кейемдәге “Умырзая” бейеү ансамбленең (етәксеһе – З.Б. Таран) илһамлы бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Сарала ете уҡыусыға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты hәм Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптар тапшырҙы. Уҡыусыларға шулай уҡ “Аҡбуҙат” журналы бүләк ителде. Мең ырыуы советы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенә ете томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы”н тапшырҙы.
Ошондай уҡ конкурс быйыл Дәүләкән ҡалаһында ла үтте, унда Мең ырыуына ҡараған алты район балалары ҡатнашты. Бындай конкурстарҙың маҡсаты — балаларҙы тыуған яҡ тарихы, башҡорт шағирҙарының ижады менән таныштырыу. Конкурста ҡатнашҡан балаларҙың әйтеүенсә, улар төбәк күләмендә ойошторолған бәйгегә тағы ла ҙурыраҡ тырышлыҡ менән әҙерләнгән.
Шиғыр ятлау буйынса беренсе урынға – Илназ Илекәев, икенсе урынға – Ынйы Ишмырҙина, Элина Миңләхмәтова, өсөнсө урынға Гөлнара Хозинова, Екатерина Быль, Камилә Ильясова лайыҡ булды.
Иншалар, ғилми эш буйынса беренсе урын – Наҙгөл Солтанғәлина менән Алтынай Әхмәтовала, икенсе урын – Зилара Мөхәмәтйәнова менән Адель Ғәлимуллинала, өсөнсө урын – Наҙгөл Садиҡова менән Гөлназ Мәжитовала. Ҡотлайбыҙ, уҡыусылар!
Сарала балаларҙы Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зиннур Ғайсин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Мең ырыуының ҡор башы Әхнәф Дәүләтйәров тәбрикләне, бүләктәр тапшырҙы. Уҡыусыларҙың эшен күренекле ғалимә, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөбөтдинова етәкселегендәге комиссия баһаланы. Ғалимдар Әхәт Сәлихов, Рәшит Аҡкөбәков балаларға Сафуан Яҡшығолов ижады тураһында һөйләне. “Аҡбуҙат” журналының бүләгенә Ынйы Хәмәҙиева лайыҡ булды, унан тыш 16 балаға баҫманың бүләктәре тапшырылды.
Быйыл шулай уҡ З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала ғалимдар, уҡыусылар, студенттар ҡатнашлығында “Мәғрифәтсе, шағир Сафуан Яҡшығолов” тип аталған түңәрәк өҫтәл булды. Уны китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин асып ебәрҙе. Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов, Миәкә районының Илсеғол китапханаһы мөдире Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова, фән әһелдәре Гөлнара Абдрафиҡова, Фәнилә Салауатова, Рәшит Аҡкөбәков, Флүр Сибәғәтов, Айтуған Ҡоланшин, Диниә назараты хеҙмәткәре Ғәзиз Йосопов ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдә яҙыусының ижадына бәйле төплө, ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтелде, уның шиғриәттә генә түгел, мөғәллимлек эшмәкәрлегендә, милли хәрәкәттәге эшендә лә һәр саҡ мәғрифәтсе, аң-белем таратыусы булып ҡалыуы билдәләнде.
Донъяға – сәнғәт күҙлегенән
ХХ быуат донъя тарихына империялар дәүере булараҡ ингән. Күп милләтле Рәсәйҙә был осорҙа ҡайһы бер халыҡ вәкилдәре киң йәмәғәтселеккә мәғрифәтселек идеяларын алып сыға. Ихтилалдар, түңкәрелештәр, һуғыш осоро... ХХ быуат башындағы тарихи ваҡиғалар әҙәбиәткә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Бәлки, тап ана шул милләттең алдынғы ҡарашлы вәкилдәре илдәге төп үҙгәрештәргә сәбәпсе булғандыр ҙа.
Рәсәйҙә яҙыусылар ижтимағи тормоштоң үҙәгендә була. Сафуан Яҡшығоловтың (1871 – 1931) шиғриәте – тап ихтилалдар йоғонтоһон кисергән, әммә тәү сиратта башҡорт халҡының уйланыуҙарын, һыҙланыуҙарын үҙендә сағылдырған ижад. Авторҙың әҫәрҙәре тулыһынса мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған. Үҙҙәренең нәҫел шәжәрәһен һаҡлап, уны быуындан-быуынға тапшыра килеп, Илекәй-Мең ырыуы башҡорттарының һәр быуыны үҙ заманына йоғонто яһаған шәхестәр үҫтергән.
Сафуан Яҡшығолов та ошо ырыуҙан. Был хаҡта Башҡорт википедияһында ла байтаҡ мәғлүмәт менән танышырға була. Ғалимдар Ә. Харисов, В. Әхмәҙиев, Ғ. Ҡунафин Сафуан Яҡшығоловтың ижады хаҡында төплө фекерҙәрен әйткәндә, уның быуындан-быуынға тапшырылған уҡымышлылыҡ сифатына айырыуса баҫым яһай.
Бөгөнгө уҡыусыны беҙ Сафуан Яҡшығоловтың ижады менән яңынан таныштырабыҙ, сөнки совет осоронда, шул дәүер өйрәнгән әҙәбиәттә уның әҫәрҙәре иғтибарҙан ситтә ҡала килгән. Хәйер, ижады ла ентекле өйрәнеүҙе талап итә. Сафуан Яҡшығолов – М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Ғ. Соҡорой кеүек үк, мәғрифәтселек идеялары аша халыҡты аң-белемгә әйҙәгән, замандаштары фекеренә йоғонто яһаған әҙиптәрҙең береһе. Ул Мәскәүҙә I Бөтә Рәсәй мосолмандар съезында ҡатнашҡан. “Аймаҡ” журналында Д. Юлтый “Демократ-федералистарҙың Рәсәйҙә дәүләт идараһы тураһында” тигән мәҡәлә һәм С. Яҡшығоловтың ҡултамғаһы менән Протокол баҫтыра. Был факт әҙиптең ижтимағи-сәйәси, рухи-мәҙәни тормошта әүҙем эш алып барғанлығы, үҙенең шәхси ҡарашы булғанлығы хаҡында һөйләй.
Үҙе иҫән сағында С. Яҡшығолов дүрт йыйынтыҡ сығара. Был да заманы өсөн ҙур күрһәткес: “Мөғәллим Солтангилде әфәнденең мәрҫиәсе” (Ҡазан, 1908), “Башҡорт хәлләре” (Стәрлетамаҡ, 1911), “Дим буйы” (Ҡазан, 1912), “Күңел ялҡынлары” (Өфө, 1916). Башҡорт ерҙәрен яулап алыуға, колонизацияға ҡаршы яҙылған шиғырҙар, тыуған еренә, халҡына мөрәжәғәт, һөйөү менән һуғарылған әҫәрҙәр тупланған уларҙа.
Әйткәндәй, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала китаптарҙың өсөһөнөң төп нөсхәһе һаҡлана. Ошо осор әҙәбиәтен өйрәнгән ғалимдар мәғрифәтселек идеялары аша милләткә мөнәсәбәт белдереү, аң-белемгә әйҙәүҙе әҙәбиәттең төп темаларының береһе тип атай. Был күренеш бигерәк тә С. Яҡшығолов ижадында асыҡ сағыла. Әгәр совет осоронда был дәүер ижадсыларының яҙғандарына коммунистик идеология аша ҡаралһа, бөгөн әҙәбиәт ғилеме ХХ быуат башы яҙыусыларының ижадын башҡаса аса.
Әйтәйек, шул уҡ мәғрифәтселекте өйрәнеүгә йүнәлтелгән ҡараш та был быуат башында киң танылыу тапты. Халыҡҡа ла яңы идеялар, милләтте күтәреү, гуманизм, ысынбарлыҡты тасуирлаған әҙәбиәт ҡыҙыҡлы була. Етмәһә, Сафуан Яҡшығолов үҙ әҫәрҙәрен баҫтырып ҡына ҡалмай, ул һәр йыйылышта, мәҙрәсәлә балалар уҡытҡанда был хаҡта һөйләй, шиғри сығыштар яһай. Уның замандаштарының балалары ла Этҡол баҙарында (хәҙерге Дәүләкән ҡалаһы) Сафуан мулланың халыҡты йыйып, телмәр тотоуын, мәғрифәтселеккә әйҙәп һүҙ әйтеүен һөйләп ҡалдырыуҙарын хәтерләй.
Ғөмүмән, Дим буйы төбәгендә уның исеме киң таралған була. Башҡорт балаларын йыйыуын, бигерәк тә етемдәргә ҙур иғтибар бүлеүен төбәк халҡы хәтерендә яҡшы һаҡлай. М. Өмөтбаев менән аралашыуы, хат алышыуы билдәле. Архив документтарында һаҡлана был яҙма. Милләт балаларына ҙур өмөт бағлай С. Яҡшығолов. Әйткәндәй, М. Өмөтбаев та үҙенең бер яҙмаһында былай тип яҙа: “Башҡорт халҡы ғилемгә һәм сәнғәткә бик әүәҫ, мәҫәлән, Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусының Азия эскадронында һуңғы реформаға тиклем уҡыған башҡорт, мишәр, типтәр, ҡырғыҙ һәм урыҫ балалары араһында һәр саҡ башҡорт малайҙары зирәклеге менән айырылып торҙо” (Бөйөк мәғрифәтселәрҙең мираҫы. Мифтахетдин һәм Мөхәмәтсәлим. Өфө: Инеш, 2016. 192-се бит. Төҙ. З. Шәрипова). Ошо юҫыҡтан сығып ҡарағанда ла, С. Яҡшығоловтың балаларҙы уҡытыуға, үҙ дәүерендә ижады, мөғәллимлек эше менән мәғрифәтселек идеяларын таратыуын иҫәпкә алғанда, XIX быуат аҙағы, ХХ быуат башы мәғрифәтсеһенең ижадына яңы ҡараш, яңы анализ кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Тыуған төйәгенә тәрән һөйөү менән яҙылған романтик рухтағы шиғырҙар – милләттең донъяға сәнғәт күҙе менән бағыуына йәнә бер асыҡ миҫал.
Лариса АБДУЛЛИНА,
С. Яҡшығоловтың ижадын өйрәнеүсе.