Әҙәбиәттең алтын бағанаһы

Беҙҙең өсөн ижадының маһирлығы ҡиммәт.

Башҡорт әҙәбиәтенең ХХ быуат осоро халҡыбыҙҙың рухи үҫешенә, ошо йүнәлештәге ҡиммәттәренә әйтеп бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе. Классик әҙәбиәттең айырым жанрҙары ныҡлы формалашып, һүҙ сәнғәтенең кимәлен билдәләрлек юғарылыҡҡа күтәрелде.

Әҙәби осор тураһында һүҙ йөрөткәндә айырым быуын яҙыусылар, шағирҙар ижады күҙаллана. Ә бына тотош быуатҡа торошло айырым ижадсының булыуы – башҡорт әҙәбиәте өсөн дә, беҙҙең халҡыбыҙ өсөн дә оло табыш! Ул да булһа, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Сөләймән улы Мусин.

Халыҡ яҙыусыһының кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан төйәге – Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Ишембай районының Ҡолғона ауылы. Атаһынан бик иртә ҡалған сабыйҙы олатаһы мыҡты ир-егет итеп тәрбиәләй, урман яғына хас хеҙмәткә өйрәтә. Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килеп, ололар менән бер рәттән хеҙмәттә сыныға, урман эшенең бар нескәлектәренә төшөнә. Шуға ла Ноғман ағай ғүмеренең һәр осоронда ла ағас, урман эшенән айырылмай, тиһәң дә, хата булмаҫ.

Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлағас, егерме йәшлек егет хәрби хеҙмәткә тиклем Маҡар районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Артабан “Әҙәби Башҡортостан”, ”Совет Башҡортостаны” баҫмаларында хеҙмәткәр, Яҙыусылар союзы идараһында – әҙәби консультант, нәшриәттә мөхәррир вазифаларын атҡара. Һәр урында ныҡышмал, егәрле эшмәкәр, әҙә­биәт серҙәрен төплө өйрәнеүсе булараҡ замандаштарының хәтерҙәренә уйылып ҡала. 1966 йылда Ноғман Мусин БДУ-ны тамамлай.

Һүҙ сәнғәтенә һөйөүе студент йылдарында уҡ башлана. Ноғман Мусин шиғыр яҙыу менән мауыға, ләкин ижади булмышы эпик төрҙә икәнен тиҙ төшөнә. Уның тәүге эпик пландағы “Минең дуҫым” хикәйәһе 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Ябай ғына хикәйәнән башланған ижад шишмәһе артабан күп һанлы хикәйәләр, очерктар, нәҫерҙәр, повесть һәм романдар менән тулыланып, оло бер мул һыулы йылғаға әйләнә. Бөгөн беҙ уның ижади мөмкинлектәре, даирәһе, һүрәтләү ысулдары хаҡында уйланып, хайран ҡалабыҙ, һоҡланып бөтә алмайбыҙ.

Яҙыусының тәүге китабы “Зөһрә” 1960 йылда дәүләт китап нәшриәтендә донъя күрә. Шунан башлап Н. Мусиндың илленән ашыу китабы башҡорт, рус телдәрендә нәшер ителә. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тарихында иң тәүгеләрҙән булып һайланма әҫәрҙәренең 12 томлығын баҫтырып, уҡыусылар хөкөмөнә сығарҙы.

Яҙыусы ижады хаҡында төрлө йылдарҙа фән докторҙары З. Нурғәлин, Р. Байымов, Ғ. Хөсәйенов, З. Шәрипова, Г. Гәрәева, С. Поварисов, Р. Аҙнағолов һәм фән кандидаттары Ә. Вахитов, Ә. Хәбиров, З. Әлибаев, З. Мырҙағоловалар  күҙәтеүҙәр яһаны, айырым әҫәрҙәренә анализ эшләне. Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың хеҙмәттәре лә байтаҡ. Улар араһында – Әмир Әминев, Ринат Камал, Таңсулпан Ғарипова, Флүзә Мырҙабаева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Салауат Әбүзәров һ.б. Халыҡ яҙыусыһының ижады хаҡында һаман да монографик хеҙмәт булмауы үкенесле лә, оят та. Был аҡ тап яҡын йылдарҙа юҡҡа сығыр, тигән өмөттәбеҙ.

Н. Мусин ижадын хикәйә жанрынан башлап ебәрә. Милли әҙәбиәт өсөн бик бай һәм үҙен­сә­лекле жанр һәр осорҙа уҡыусының зауығын ҡәнәғәтләндерә, күңел донъяһын яулай. “...Хәҙер үҙем дә аптырабыраҡ торам: ошоғаса ниңә хикәйәләр китабы сығарманым икән? Бәлки, шуға күрәлер, әҙәбиәт белгестәренең мине хикәйәсе булараҡ телгә алғаны юҡ.... Нисек кенә булһа ла, ижад шишмәмдең башы булараҡ, улар миңә ҡәҙерле. Ә артабан, ныҡлабыраҡ күҙ һалһаң, алтмыш йылдан ашыу повестар, романдар ижад иткән осорҙа ла туҡтауһыҙ хикәйәләр яҙыла торған икән дә!” – тип билдәләй яҙыусы 10-сы том булып сыҡҡан хикәйәләр йыйынтығында. Иллегә яҡын хикәйәһендә, тиҫтәләрсә нәҫерендә яҙыусының күңел ҡылдарын тирбәткән ваҡиғалар ағышы ғына түгел, заман һулышын ярып һалырҙай проблемалар ҙа герой характеры аша сағылыш таба.

Авторҙы һәр саҡ башҡорт ауылының киләсәге, кеше яҙмышы, тәбиғәт мәсьәләләре борсой. Шуға ла “Нөгөш буйҡайҙары бөҙрә сауҡа”, “Ҡатмарлы операция”, “Өй артында өс ҡарағай” кеүек хикә­йәләрендә һәр сюжет һыҙығы, һәр характер аша заман мәсьәләләрен ҡыйыу күтәреүе менән уҡыусы хәтерендә уйылып ҡалған. Яҙыусының һуңғараҡ яҙылған “Үлеләр – китә, тереләр – ҡала”, “Китмә, китмә, һандуғас”, “Һуңлаған хат”, “Ҡала себене” тигән хикәйәләрендә кеше ғүмеренең ахыры, яҙмыш, үҙ-ара мөнәсәбәттәр фәлсәфәүи яҡтан тасуирлана. Уҡыусыны уйландырған, тетрәндергән ваҡиғаларҙың беҙҙең тормошта ла йыш осрауы – яҙыусының һәр хикәйәһенең нигеҙле, тормошсан булыуындалыр.

Н. Мусиндың “Һунарсы хикәйә­ләре” тигән йыйынтығында донъя күргән бынамын тигән “Ҡора­лайҙар”, “Талғаҡтан атылған айыу”, “Етемәк болан балаһы” һәм башҡа әҫәрҙәрҙә урман – кеше мөнәсәбәт­тәре төрлө йәһәттән сағылыш тапҡан, һәр сюжеттың нигеҙендә тәбиғәткә айырыуса иғтибар, уны яратып бағыу ҡыҙыл еп булып үрелгән.

Үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡ башҡорт әҙәбиәтендә нәҫер жанры әүҙемләшеп китә. Уның романтик рухы, поэтик яңғырашы әҙәбиәткә аһәңлек өҫтәй. Н. Мусин ижадында ла “Ҡарағай һәм ҡая”, “Таң нуры”, “Шишмәләр”, “Ысыҡ тамсыһы” һәм башҡа нәҫерҙәр йөҙөк ҡашы кеүек балҡып тора.

Ноғман Мусин үҙен повесть жанры оҫтаһы булараҡ та танытты. Ике тиҫтәнән ашыу повесының тематик даирәһе киң, образдар системаһы хайран ҡалырлыҡ. Тәүге “Аҙашыу” повесын уҡыусылар хөкөмөнә илленсе йылдар аҙағында тәҡдим иткән ул. Ә “Ғүмерҙең бер мәле”, “Ер биҙәге”, “Йыртҡыс тиреһе”, “Ике ир һәм бер ҡатын” тигән повестары, жанрҙың барлыҡ мөмкинлектәре ҡулланы­лып, әҙәбиәтебеҙҙең сағыу күре­неше булды, тиһәң дә, хата булмаҫ.

Халыҡ яҙыусыһының төп темаһы – тәбиғәт, тип билдәләргә күнеккәнбеҙ. Тап ошо йүнәлештә авторҙың эпик ҡарашы заман проблемаларын системалы, тулайым характер аша бирергә булышлыҡ итә лә. Мәҫәлән, “Йыртҡыс тиреһе” повесында символика, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр шәхес һәм йәмғиәт конфликтын аса. Төп герой Һолтанбай ғүмер буйы үҙ принциптарын алға ҡуйып, иркенләп йәшәһә лә, ахырҙа бәләкәй генә ваҡиғаның ҡолона әйләнеп, тормош ҡараштарының емерелеүе уны фажиғәгә илтә лә. 

“Ноғман Мусин ижадындағы тәбиғәт һәм кеше проблемаһы – улар мөнәсәбәтенә дан йырлау ғына түгел, иң башта ошо гармо­нияларҙы һаҡлауға саҡырыу, киләсәк афәттәр хаҡында иҫкәртеү: “Урман юҡ икән, ерҙең йәм-күрке юҡ, сөнки ул әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткән”. Шуға ла тәбиғәткә аңһыҙ мөнәсәбәт, уның хатта бер генә биҙәге юҡҡа сығыуы ла кешелекте әкренләп һәләкәткә килтереүе ихтимал. Сөнки тәбиғәт – тәү сығанаҡ, кеше – уның бер айырылмаҫ өлөшө. Тимәк, тәбиғәтте һәләк итеү – үҙ-үҙеңде һәләк итеү. Бына ниндәй глобаль фекерҙәр төйөнләнә урмансыларҙың, кешеләрҙең ябай, ә ҡайһы саҡ ғәмһеҙ көнкүре­шендә. Әлбиттә, көнүҙәк темаға, бигерәк тә социаль көнкүреш өлкәһендә, башта әйткәнсә, ижад итеү еңел түгел. Шуға күрә, Ноғман Мусин әҫәрҙәрендә лә, заман идеология­һына эйәреп, публицистик яңғыраш­лыларҙы, эске психологик драматизмды күрһәтеүгә ҡарағанда, “производство” мәсьә­ләләре һүрәт­ләнгән, хеҙмәт эйәләрендә коллективизм, социаль акценттарҙы ҡуйыртҡан осраҡтары ла юҡ түгелдер. Әммә беҙҙең өсөн был ижадтың эҙмә-эҙлекле камиллаша, киң дөйөмләштереүҙәргә маһир була барыуы ҡиммәт”, – тип билдәләй Р.Н. Байымов.

Ноғман Мусиндың ижады юғарылығын уның романдары билдәләй. “Өҙәрем юл кешеләре” тигән тәүге романы 1970 йылда донъя күргәйне. Артабан бер-бер артлы “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман” дилогияһы, “Зәңгәртауҙа –  аҡ болан” трилогияһы, “Шунда ята батыр һөйәге”, “Һуңғы солоҡ” романдары ижад ителә. “Зәңгәртауҙа аҡ болан” трилогияһының тәүге китабы Бөйөк Ватан һуғышы осоро кешеләренең тыл-хеҙмәт батыр­лығын, уларҙың рухи ныҡлығын һүрәтләүгә арналған.

Романда хыял донъяһына илт­кән шәп деталь – Ирназарҙың “аҡ боланлы” кеше булыуы. Әлбиттә, әҫәрҙә һүрәтләнгән осор нисек кенә ауыр булмаһын, яҡты өмөт, кешенең хыялы, ысынлап та, бер ваҡытта ла ташлап китмәй, һуғыш осоро яҙмыштарҙы аямай, тип әйткәйнек инде. “Зәңгәртауҙа аҡ болан” романында ла һәр геройҙың, персонаждың яҙмышына ул үҙ тамғаһын ҡуйған. Һуғыш – тормош ҡаршылығы ғына түгел, шәхси яҙмыштар бәрелешенең төп сәбәпсеһе, конфликт нигеҙен тәшкил итеүсе лә.

Н. Мусиндың “Зәңгәртауҙа аҡ болан” трилогияһының икенсе һәм өсөнсө китаптары “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға” тип атала. Романдың һуңғыһында ваҡиғалар тап беҙҙең йәшлек дәүерендә бара. Әҫәрҙең үҙәгендә торған урман һәм ундағы йәшәгән кешеләрҙең яҙмышы китапҡа күсеп, киң үҙәк проблемаларҙы, улар араһындағы мөнәсәбәт ҡатмар­лылығын хәл итеүгә ҡоролған.

Трилогияның өсөнсө китабында тәүге ике әҫәрҙәге геройҙар Әхәт Аҙнаев, Зифа менән Кәбир Әхмәтшиндар, Ирназарҙың улы Таһир, Ризуан Әхмәтшин хәрәкәт итә. Романдың конфликты төп герой Ризуандың характеры үҫешендә барлыҡҡа килә. Юғары белем алып, Ризуан, ата-бабалары кеүек үк, тыуған тәбиғәте һағына баҫа. Әлбиттә, ауыр, яуаплы, әммә бик кәрәкле эштә аҙым һайын ҡаршылыҡтар тулып ята.

Әйткәндәй, Ризуан яҙмышының баштан уҡ ҡаршылыҡтарға дусар булғанын билдәләргә кәрәк. Һуғышҡа киткән Кәбирҙән оҙаҡ йылдар хәбәр булмағас, Зифа, үҙен һөйөп йөрөгән Әхәт менән уйламағанда ғына осрашып, балаға уҙа. Кәбире лә ҡайтып төшә, әммә хаталарҙы төҙәтеп булмай. Кәбир немец лагерында булып, ирлек дарманын юғалтҡан була. Зифаның үҙгәрешен күреп, эстән генә кисерә, ғәфү итә.

Улдары тыуғас, Ризуан тип исем ҡушалар. Ошо ваҡиға ғына ла артабан был сабыйҙың яҙмышы нисегерәк булыуын төҫмөрләтә. Кеше яҙмышында булған ауыр башланғыс уны ғүмер буйы ҡалдырмай тигәндәре тап Ризуанға ҡағыла ла, сөнки әҫәрҙә хәрәкәт иткән геройҙы аҙым һайын эреле-ваҡлы ҡаршылыҡтар көтөп тора. Был иһә характерға төрлө яҡлап ышаныуға, шәхси һәм дөйөм кешелек мәнфәғәттәрен баһалауға ярҙам итә. Ризуандың Таһир Ирназаров менән бәрелешендә беҙ тәүге китапта бер үҙәктән халыҡ өсөн көрәшкән атайҙары Ирназар менән Әхәтте генә хәтерләп ҡалмайбыҙ, заман ҡаршылыҡта­рының тамырҙарын да шәйләйбеҙ. Берәүҙәргә, йәки Таһир, Мирғазов кеүектәргә, урман – байлыҡ сығанағы, күпме теләйһең, шулай тәләфләргә булһа, икенселәргә, Ризуан һәм уның кеүектәргә – йәшәү сығанағы, йәшәйештең айырылғыһыҙ бер өлөшө лә.

Романдың төп конфликты ошо ике ҡараш араһында ҡырҡыулаша. Ризуандың Фаягөл менән мөнәсәбәттәре был ҡаршылыҡҡа ҡуҙ ғына өҫтәй. Романда конфликт асыҡ килеш ҡала.

Ғөмүмән, хәҙерге башҡорт прозаһында тәбиғәт, экология темаһы ярайһы уҡ күп яҡтыртыла. Алдағы осорҙа күберәк фәнни-техник прогресты бер генә яҡлы һүрәтләп, тәбиғәт проблемаһы күләгәлә ҡала килде. Был бигерәк тә Башҡортостан ерҙәрендә экологик проблемалар булғанда, әлбиттә, ыңғай күренеш түгел. Шуға ла һуңғы тиҫтә йылдарҙағы романдарҙың ошо теманы киңәйтеп, төрлө яҡтан яҡтыртыуы маҡтауға лайыҡ. Яҙыусының романдары, уҡыусыларында тәрән эҙ ҡалдырып, мәңге асылмаҫ серҙәй ҙур һорауҙар килтереп баҫтырҙы.

Публицистик аһәң – Н. Мусин ижадының үҙенсәлекле һыҙаты. Был яҙыусының оҙаҡ йылдар гәзит-журнал редакцияларында эшләүе­нән, очерктар, публицистик мә­ҡәләләр яҙыуҙы художестволы эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө итеп ҡарауынан да киләлер. Уның күп томлыҡтарының ХI һәм ХII томдарында мәҡәләләр, очерктар, рецензиялар тупланған. Яҙыусының ижадташтарының әҫәрҙәренә лә, йәштәргә лә бик иғтибарлы булыуы күҙгә күренеп тора. Б. Бикбай, З. Биишева, Н.Нәжми, М. Тажи, И. Ғиззәтуллин, Х. Ғиләжев, Ғ. Ибраһимов, Я.Ҡолмой, Д. Исламов, Ғ. Рамазанов, З. Хисмәтуллин, Ш. Бикҡол, Ф. Иҫәнғолов, С. Шәрипов, Т. Ғари­пова һәм башҡа яҙыусыларҙың ижадына күҙәтеүҙәр яһаған ул. “Үҙ ҡәләмдәштәренең ижады тура­һында уйланмаған, теге йәки был әҫәрҙе, вайымһыҙланып, уҡымай үткәреп ебәргән кеше бармы икән?”, – тип юҡҡа ғына үҙ-үҙенә һорау бирмәйҙер яҙыусы.

Ғөмүмән, 90 йәшен тултырған башҡорт яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин әле лә ижад юлына саң ҡундырмай. Әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағанаһы кимәленә күтәрелгән әҙип, ижад өҫтәленән ҡараштарын алға, юғарыға төбәп, халҡыбыҙ уйҙарын барлай.

 

- Зәки ӘЛИБАЕВ,

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Читайте нас