Әҙәбиәтебеҙ выжданы

Әүәл: “Ноғман Мусин башҡорт әҙәбиәтенә башҡорт урманының бар һутын-тәмен килтерҙе. Ул тарихта башҡорт урманы йырсыһы булып ҡаласаҡ, әҙәбиәтебеҙгә башҡорт урмандары хазинаһын бүләк итеүсе тип иҫәпләнәсәк”, – тип яҙғайным.

 Хәҙер “әҙәбиәтебеҙ выжданы” тинем дә туҡтабыраҡ ҡалдым. Әҙәбиәтебеҙ выжданы, намыҫы... Беҙҙең намыҫыбыҙ, әҙәбебеҙ! Башҡорт әҙәбиәтенең бәҫе! Уның халҡыбыҙ, башҡа халыҡтар алдындағы дәрәжәһе, урыны... Ошо бөтә күрһәткестәрҙе һынландырыусы ул, тип уйлайым. Ул бүтән халыҡтар ҡаршыһында ла беҙҙең бәҫебеҙ, даныбыҙ! Ноғман Мусин инде бына егерме биш йыл самаһы башҡорт прозаһының башында тора, уның ҡиммәтен, баһаһын билдәләй, тим.

...Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башы. Ноғман Мусин был ваҡытта – Яҙыусылар союзы идараһының проза секцияһы рәйесе. Башҡорт прозаиктары үҙҙәренең дөйөм йыйылышына килгән. Секция рәйесе сығыш яһай.

“1989 йыл, хикәйәләр. Рәшит Солтангәрәевтең “Хамбал” хикәйәһе – тормош тураһында етди уйланыу емеше, үҙәктә – ғәрип йәнле әҙәм яҙмышы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай заттар беҙҙең арала осрап тора. Әҙип әйтмешләй, һәр заман үҙенең Хамбалын тыуҙыра. Таңсулпан Ғарипованың “Мәңгелек һағыш”, Әхмәт Әһлиуллиндың “Ғәҙеллек” хикәйәләре – бөгөнгө көн тураһында. Мәүлит Ямалетдинов “Ҡыҙыл итек” әҫәрен яҙҙы. Уны һис икеләнмәй руссаға тәржемә итергә булыр ине. Әмир Әминев тә – төплө, уйланыусан ижадсы. Уның ҡапҡа образы символик мәғәнәгә эйә. Әүәл беҙ “әҫәрҙәребеҙҙә символика, символик образдар һирәк” тип килдек. “Ҡапҡа” хикәйәһе – ошо йәһәттән фәһемле әҫәр.

1989 йылды, ғөмүмән, повестар йылы тип әйтергә мөмкин. “Ағиҙел” журналында ете повесть баҫылды, әммә әлегә улар тураһында ауыҙ күтәреп әйткәнебеҙ юҡ. Мәрйәм Бураҡаева, Зарема Әхмәтйәнова, Таңсулпан Ғарипова, Риф Мифтаховтың повестары ҡыҙыҡлы. Һуңғы ваҡытта документаль әйберҙәр ишәйҙе. Аҫылғужаның “Ниндәй көн был?”, Муса Ғәлиҙең “Тауҙар төш күрә”, Рамаҙан Өмөтбаевтың “Генерал Күсимов” повестары ошондайҙар иҫәбенә инә”.

Әлбиттә, секция рәйесе ҡәләмдәштәре ижадына баһа бирә, уларҙың әҫәрҙәрен анализлай ала. Мәҫәлән, мин бер тапҡыр ҙа алға баҫып, кеше алдында улай эшләгәнем юҡ. Әлбиттә, гәзит аша сығыш яһағаным, яҙғаным бар, әммә ғәм халыҡ алдында үҙ һүҙеңде әйтеү башҡасараҡ, бының өсөн гражданлыҡ яуаплылығы ла кәрәктер, тим. Ноғман Мусин проза секцияһы рәйесе вазифаһынан киткәс тә, күп тапҡыр йыйылыштарҙа, йәмәғәтселек алдында, гәзит-журналдарҙа прозабыҙҙың хәле, әлеге мөмкинлектәре тураһында сығыш яһаны. Хатта әҙәбиәтселәребеҙ, ижади өлкәләге етәкселәребеҙҙең әхлаҡи йөҙө, булмышы хаҡында ла һүҙ әйтте, әйтә барҙы. Ул бер ваҡытта ла ауыҙ йомоп ҡалманы, һәр күренешкә ваҡытында үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Быны уның гражданлыҡ позицияһы, әҙәбиәтебеҙҙең сафлығын, булмышын ҡайғыртыуы тип атамай, башҡаса нисек нарыҡлайһың?

1992 йыл. Йәш әҙиптәрҙең республика конференцияһы алдынан бер төркөмдө Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итергә әҙерләйҙәр. Үҙем Яҙыусылар союзы аппаратында эшләйем. Мин дә – йәш, мин дә яҙышам. Был хаҡта Союз идараһы рәйесенең ул саҡтағы урынбаҫары Ҡәҙим Аралбайға өндәшәм. Ҡәҙим ағай яуапҡа: “Ноғман Мусинға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул был мәсьәләгә нисек ҡарай икән?” – тине.

Бына шулай! Ноғман Мусин башҡорт прозаһында нимә бар, нисек бар – бөтәһен дә хәл итә. Ул нарыҡлай, ул баһалай, бары ул ғына бөтә проза өсөн яуаплы. Ул уның сафлығы, ныҡлығы, дәрәжәһе һағында!

Унан һуң 1993 йылда ла прозабыҙҙың хәле тураһында төп һүҙҙе Ноғман Мусин әйтте. 2009 йылда ла “Китап” нәшриәте төҙөлөүгә 90 йыл тулыуға ҡарата ошонда һигеҙ йыл эшләгән әҙип үҙ фекерҙәрен еткерәсәк. 2015 йылда ла “Ағиҙел” журналында әҙиптәребеҙҙең, етәкселәребеҙҙең әхлаҡи йөҙө, әҙәбе хаҡында ул фекер йөрөтә.

Ноғман Мусин һәр ваҡыт, һәр урында әүҙем позициялы, принципиаль фекер йөрөткән әҙип-граждан, тос уйлы, үткер телле яҙыусы булараҡ сығыш яһай. Был яҡтан уның етдилегенә, принципиаллегенә, әүҙемлегенә һоҡланаһы ғына ҡала.

Әҙәбиәткә, әҙәбиәтселәргә, етәкселәргә, туған телебеҙҙең нәгеҙ ҡулланылышы мәсьәләләренә лә ғәҙел, һис ҡасан да үҙенең инанған таяныстарынан таймаҫ, уларға хыянат итмәҫ зат ул. Мәҫәлән, беҙ бөтәбеҙ ҙә “Торатау” тибеҙ, ә ул асылында “Тыратау” икән... “Һыны ҡатып көлә” тип тә ебәрәбеҙ, хатта яҙабыҙ. Уңарса халыҡ “һене ҡатып көлә” ти икән...

Ноғман Мусин теләһә ниндәй ваҡытта, теләһә ниндәй дәрәжәле кеше алдында үҙ уйын әйтә, үҙ нәгеҙ фекерен сатнатып белдерә. Шул саҡта инде һин йә сәсрәп кит, йә ултыра төш, әммә сая әҙип үҙенекенән тамсы ла (бер йот та) сигенмәҫ.

Был сифаттары уны ҡурҡыу белмәҫ итеп кенә күрһәтмәй, ә иң элек ғәҙеллекте һөйөүсе, уның өсөн йәнен дә, тәнен дә аямаусы шәхес яһай. Нәҡ шундай белгес прозабыҙҙың һис ниндәй тайшаныуҙарға бармаҫ үлсәүсеһе, баһасыһы булып тора. Бөтә был сифаттар уны әҙәбиәтебеҙҙең намыҫы яһай, выжданы итеп һынландыра.

Һүҙҙе йомғаҡлап, йәнә шуны ла еткерергә ине. Был болғауыр заманда, таяныс-маяҡтарыбыҙ шайбанлап торғанда һеҙ, башҡорт әҙәбиәтенең бизмәне – уның намыҫы һәм выжданы, оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ, һеҙгә һаулыҡ һәм сәләмәтлек, рух көсө, урманыбыҙ ҡото – ҡарағайҙай ныҡлыҡ һәм талымһыҙлыҡ юрайбыҙ.

 

Ринат КАМАЛ.

Читайте нас