

Башҡортостандың халыҡ артисы, талантлы ҡурайсы Ишморат Илбаҡов ғаиләһе менән Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында ял итә. Ял туғандарға ярҙам итешеү, бесән эшләшеү, бал айыртыу менән йәнәш бара. Был хаҡта Ғәлиәхмәт ауылының уңған ир-егеттәренең береһе, оҫта ҡуллы һөнәрмән, гармунсы Илдар Юнысов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Бөгөн урамда данлыҡлы ҡурайсы Ишморат Илбаҡовтың тыуған ауылына ялға ҡайтып, эш мҽнән булышып йөрөгәнҽн күрҽп ҡалдым. Бҽҙҙҽң яҡтарҙа үлән ҡурайҙар үҫә. Үләндән үҙҽм яһаған ҡурайымды, ҡурайсы баһалаһын әлҽ, тигән уй мҽнән уйнатып ҡараным. Юғары баһаланы. Моңло тауышҡа ауылдың аҡһаҡалы Булат ағай Бикбов та килҽп сыҡты, хатта бҽйҽп тә алды", - тип яҙа ул.
Бына шулай үлән ҡурайға моң өрөп, ауылдаштарын бейетеп, туғандарына ярҙам итешеп тыуған ауылында ял итә халыҡ артисы. Ә һеҙ йәйҙе нисек үткәрәһегеҙ?
Фото: Илдар Юнысов.