"Йөрәге тулы һөйөү һәм наҙ булыуы һоҡландырҙы"

Билдәле блогер һәм спортсы Рөстәм Нәбиев тураһында документаль фильмдан һуң ниндәй һүҙҙәр әйтелде?

"Йөрәге тулы һөйөү һәм наҙ булыуы һоҡландырҙы""Йөрәге тулы һөйөү һәм наҙ булыуы һоҡландырҙы"
"Йөрәге тулы һөйөү һәм наҙ булыуы һоҡландырҙы"

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйындағы амфитеатрҙа билдәле блогер һәм спортсы Рөстәм Нәбиев тураһында “30 000 ударов” тип аталған документаль фильм күрһәтелде. Картина уның Эльбрусҡа күтәрелеү ваҡиғаһына арналған.

Беҙ замандашыбыҙҙың Омск ҡалаһында казарма емерелгәндә аяҡһыҙ ҡалған десантсы икәнен, билдәле блогер булып киткәнен беләбеҙ. Былтыр ул Эльбрусҡа менгәндә 15 сәғәт эсендә алты мең километрҙан ашыу юл үтте һәм шунса араны кире төштө.

Амфитеатрҙа халыҡ күп ине. Ҡояш байығанын көтөргә тура килде. Рөстәм менән дуҫтарса әңгәмәләшеү һөҙөмтәһендә ваҡыттың нисек үткәне лә һиҙелмәне. ”Республикала терәк булыуын тойоу минең өсөн мөһим. Бөгөн килгәнегеҙ өсөн рәхмәт, – тип мөрәжәғәт итте ул тамашасыларға. – Шулай уҡ Радий Хәбиров йөҙөндә Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәт. Фильмды беҙҙең балалар ҡараясаҡ, ул меңәрләгән кешегә яңы һулыш өҫтәр тип уйлайым”.

Рөстәм Нәбиев режиссер Дмитрий Олейник, оператор Алексей Малинкович, продюсер Лариса Олейник һәм экспедицияла ҡатнашҡан Иоанн Чечнев һәм Виктор Стукаловтарҙың хеҙмәтен юғары баһаланы. ”Беҙҙең фильм – мөмкин булмағанды эшләргә тәүәккәлләгән спортсы тарихы. Үҙеңә ышаныстың мөғжизә тыуҙырыуын иҫбатлаған фильм. Ошондай көслө кешенең йөрәге тулы һөйөү һәм наҙ булыуы һоҡландырҙы мине”, - тине Дмитрий Олейник.

Тамашасылар Рөстәмде һорауҙарға күмде, пландары менән ҡыҙыҡһынды. Елена Горбунова тигән тамашасы ҡыҙы Еваны дауалауға матди ярҙам күрһәткәне өсөн Рөстәмгә рәхмәт белдерҙе. Ә ҡаһарман яҡташыбыҙҙы 1 сентябрҙә Непалдағы Гималай тауҙары көтә!

Фото: Мәҙәниәт министрлығы сайты.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас