Уға бөгөн 75 йәш тулыр ине...

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, Композиторҙар, Журналистар союзы ағзаһы, күренекле драматург, балалар яҙыусыһы, шағирә, композитор Зөһрә Фәйзуллина 75 йәшен билдәләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр уны мәкерле сир беҙҙең аранан мәңгелеккә алып китте.

Уға бөгөн 75 йәш тулыр ине...Уға бөгөн 75 йәш тулыр ине...
Уға бөгөн 75 йәш тулыр ине...

Зөһрә Хәдит ҡыҙы 1946 йылда 29 июлендә Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1969-1980 йылдарҙа Әбйәлил районында уҡытыусы булып эшләй. 1980 йылда Сибайға күсеп килә, мәктәп-интернатта, Сибай педагогия колледжында хеҙмәт юлын дауам итә. 1996 йылдан 2001 йылға тиклем “Атайсал” гәзитендә мөхәррир булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2005-2012 йылдарҙа “Сулпан” театрында әҙәби бүлекте етәкләй. Артабан ғаиләһе менән Өфө ҡалаһына күсә.

Зөһрә Хәдит ҡыҙы төрлө жанрҙа ижад итте, ололар өсөн дә, балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙҙы. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев  (Сибай), Ким Әхмәтйәнов (Әбйәлил), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты (Баймаҡ).

Зөһрә Хәдит ҡыҙын күптәр уның йырҙары аша белә: йөрәккә үтеп ингән, моңло, һағышлы йырҙарын (күп йырҙарҙың һүҙен дә, көйөн дә үҙе яҙа) төрлө йәштәге йырсылар яратып башҡара. Күптән инде халыҡ күңелен яулаған "Тәгәрәп китте йөрәгем...", "Саралар юҡ", "Илекле ҡыр", "Тыуған яҡтарым", "Мәктәп вальсы" һәм башҡа йырҙарын һәр быуын яратып башҡара.

Ғаиләһен өҙөлөп яратҡан, тормош иптәше Вәкил ағайға һәр саҡ терәк булған, улдары өсөн өҙөлөп торған әсәй, дүрт ейәненә хәстәрлекле өләсәй, туған йәнле, кешелекле, кеселекле, алсаҡ, һәр сай Әбйәлилем, Ҡырҡтым, Ҡыҙылым тип йән атҡан Зөһрә Хәдит ҡыҙының әле булһа арабыҙҙа юҡ икәненә күңел ышанмай...

Һеҙ һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә, күркәм юбилейығыҙ менән Зөһрә апай! Тыныс йоҡлағыҙ!

 

Фото: "Бәйләнештә"ге сәхифәнән алынды.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас