

Бөгөн – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илсур Хәбиров тыуған көнөн билдәләй. Уны ошо уңайҙан ҡотлап, артабан да ижади артылыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ.
Яратҡан артисыбыҙ Илсур Хәбиров – тыумышы менән Архангел районының Тирәкле ауылынан. Артист һөнәрен сәнғәт институтында үҙләштергән егет 1989 йылдан алып республикабыҙҙың Милли йәштәр театрында эшләй.
"Сәхнә – минең йәшәү мәғәнәм, тамашасыларым һәр саҡ дәрт, көс биреп тора", – ти сәхнә оҫтаһы.
Олоһо ла, кесеһе лә Илсур Хәбировты ярата, спектаклдәрен көтөп ала. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” әҫәрендә һалдатты уйнап, ул ҙур уңыштарға өлгәште, ә Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда Йәнгилде роленә инеп, театрға ла, үҙенә лә дан килтерҙе. Шекспирҙың “Ромео и Джульетта”һында Капулетти образын бөтә тулылығында сағылдырҙы. Бер һүҙ әйткәндә, Илсур Сәғит улы ҡайһы ғына ролде башҡармаһын, һәр саҡ уңыш ҡаҙана.
Фото: Илсур Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһе.