

Иртәгә, 3 августа, Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн мөһим мәҙәни ваҡиға көтөлә. Рәсәй Ҙур театрының Тарихи сәхнәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Жюль Массненың "Дон Кихот" операһы премьераһын күрһәтәсәк.
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала ла һөйләшеү булды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, иртәгә уның етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы Мәскәүгә яңы операның премьераһын ҡарарға барасаҡ.
Билдәле булыуынса, "Дон Кихот" Башҡортостанда быйыл май айында күрһәтелде. Тулы зал менән барған тамашаны барыһы ла бик юғары баһаланы. Уның ҡуйыусыһы – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов. Төп ролде лә ул башҡара.
– Беҙҙең республика матур йоланы дауам итә: атаҡлы коллективтарыбыҙ Ҙур театрҙа үҙ спектаклдәрен күрһәтә. Үткән йылда ул Илдар Абдразаҡов ҡатнашлығындағы "Аттила" ине, быйыл – Асҡар Абдразаҡов менән "Дон Кихот". Киләһе йылға ла пландар бар. Тамаша әҙерләнә, уның ниндәй булыры әлегә сер итеп тотола, – тине Радий Хәбиров.
Ҙур мәҙәни сараға республиканың дуҫтары, партнерҙары, федераль министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре саҡырыла. Башҡортостан коллективының илдең иң мәртәбәле сәхнәһендә сығыш яһауы республиканың имиджын үҫтереү, эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн үтә мөһим.
Фото: bashinform.ru