

Өфөлә ҡаҙаҡ шағиры, журналист, тәржемәсе, “Мөлдiр булак” (“Таҙа шишмә”) балалар журналының баш мөхәррире Саят Ҡамшыгерҙең “Тебе... Һиңә... Саған...” тигән шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Авторҙың ижады өс телдә – рус, башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәрендә тәҡдим ителә. Шиғырҙарҙы рус теленә Кристина Андрианова, Татьяна Васильченко, башҡортсаға Тамара Искәндәриә, Таңсулпан Рәсүл, Гөлнур Ҡыуатова, Илгиз Ишбулатов тәржемә иткән. Китаптың исем туйы, вирус пандемияһы тамамланғас, Өфөлә һәм Алматы ҡалаларында үтәсәк.
Ғүмер тигән...
Ғүмер тигәнең мамыҡтай,
Йәки ҡатыраҡ таштан.
Бер көн килеп яңлышһаң һин
Башлай алмайһың баштан.
Кире ҡайтмай киткән бәхет,
Уны һаҡлай белмәһәң.
Күҙҙәреңә йәштәр алып
Төңөлөрһөң ғүмерҙән.
Өлөшөңә тейгәненә
Риза булһаң уңырһың.
Нәфселәргә баш булмаһаң
Ҡанатың һындырырһың.
Фани донъя мәңге түгел,
Баҡыйлыҡҡа уҙғанда,
Яҡшы эштәр, иман ғына
Юлдаш булыр юлыңда.
Ғүмер тигән – ҙур бер һынау,
Барыһына ҡатмарлы.
Бер яғына алдаҡ ҡуя,
Бер яғына хаҡтарҙы.
Яҡшыларҙың ғүмерҙәре
Таушалмай торған китап.
Ямандарҙың ғүмерҙәре
Йыртылған бит йомарлап.
Ғүмер – бәйге, был бәйгенән
Ҡалмай тырышыр кәрәк,
Һине уҙып киткәндәргә
Ҡул һелтәмәй үпкәләп.
Изгелектә, яҡшылыҡта
Ярышҡандар иң әүәл,
Йән аямай уҙышҡандар,
Тырышҡандар – тәүәккәл.
Ынтыл алға, күңелеңдә
Өмөт утын ҡабыҙып.
Ғүмерҙең үҙ хәҡиҡәте –
Көсһөҙ булма абынып...
Йөрәгемдә йондоҙ бар
Яҡын миңә был йондоҙҙар, күптән яҡын,
Һағышымды күккә атҡан аңлар кем?
Тартылһам да йыһандарға, ерҙәмен мин,
Күҙҙе йомһам керпектәргә ҡолай төн.
Был тормоштоң аҡлығына эйәргәнмен,
Кешелеккә мин үҙемде биргәнмен.
Фәрештәләй пак ғүмергә ғашиҡ булып
Шағирлыҡтан бәхет тапҡан бәндәмен.
Тырышамын ҡалмайым тип тәҡдиремдән,
Бер башыма һанһыҙ һорау ҡаҙалған.
Мин – шағирмын, төҫтәре күп ғүмерҙәрҙең,
Күҙҙәр күрмәҫ ҡылдарына уралған.
Көҙ! Һауаларға аҫылынған һыуыҡ төн,
Бейеклеккә дан йырлайҙар йондоҙҙар.
Серле янған шул уттарға ҡеүәт булып
Минең дә бит йөрәгемдә йондоҙ бар!
Ауыл
Ил ҡәҙерен белмәгән бар, белгән бар,
Иҫкә алһам ауылымды телем бал.
Йөрөгәндә сит ерҙәрҙә ауылдың
Төтөнөн дә һағындырған көндәр бар.
Әремен дә һағынғанда ауылдың
Ир тигәнең тыуған ерһеҙ ҡаламы?
Кешеләрҙең киң күңеле һәм рухы
Мираҫ иткән ата-бабам дауамы.
Һис арымай сайҡалалыр тирәге,
Тыуған ерем тәнгә ҡеүәт бирәлер.
Ялҡып китһәм ҡалаларҙың һыуынан
Ауылыма ҡайтып киткем киләлер.
Хәбәр алһам әгәр ауыл яғынан
Йәш йөрәгем хискә тулып ҡыуанам.
Һағыныуҙан һарғайғанда, бер ҡайтып,
Күгүләндә аунап торһам һауығам.
Тыуған ере һәр кемгә лә ныҡ яҡын,
Китмәгәнгә һис бер ҡасан унан ҡот.
Кеме тыуып, кеме китеп барһа ла,
Ауыл тигән – ул ожмахтай тыныслыҡ.
Һағыныу
Атай, һине әжәл иртә тапты,
Һиҙәм, ул яҡ был донъянан яҡты.
Һин киткәндә мине генә түгел,
Тауҙарҙы ла һығып һалды ҡайғы.
Күҙемдә – йәш, йөрәгемдә – һағыш,
Һағыштарҙың һис юҡ бер сараһы.
Атай, һинһеҙ инде үтә ғүмер,
Мәғәнәһе юҡ, нисек табаһы?
Хыялдарым ҡалды хыял булып,
Осалманым, ҡанаттарым бәйле.
Һин киткәндә түңкәрелеп донъям,
Яҙҙар – көҙгә, йәй ҡышыма әйләнде.
Улдарыңды байраҡ итеп тоттоң,
Ә ҡыҙҙарың булды ҡосағыңда.
Атай, бөйөк инең һәм дә бейек,
Һинән риза хәҙер башҡа донъя.
Йәнең – күктә, яҡын итте күкте,
Күҙҙәремдән, кисер, йәш тамды.
Һағыш менән үкенестәр ҡатыш,
Һинһеҙ көндәр, атай, башланды!
Утрауҙарҙы табырһың...
Донъя матур ысын яратҡанға,
Ал таңдар ҙа яҡты аталар.
Ғашиҡтарҙың йөрәк төпкөлөндә
Аҡ диңгеҙҙәр тулап яталар.
Ҡарап тормай ҡыштың һалҡынына
Яҙғы хистәр ярһып алҡына.
Бер-беренә кеше ябыҡ китап,
Таушалмаҫтай мәңге хазина.
Ниндәй генә ҡайғы уралмаһын,
Яратҡандар таба дауаһын.
Юҡҡа түгел, изге фәрештәләр
Ғашиҡтарҙың ялғай араһын.
Һөйгән йәрҙең сафлыҡ биләр йәнен,
Ысын хистәр генә табылһын.
Яҡынлай күр, яндарына, һөйһәң,
Асылмаған утрау табырһың.
* * *
Керләнгәндәй күңелемдең дәфтәре,
Табынғаным хаҡ булманы, алдаҡсы.
Ҡайҙаһың һин, йәндәремдең һаҡсыһы?
Тай-тулаҡтай йөрәк сығып сапмаҡсы.
Үҙең юҡта минең йәнем тоноҡ көҙ.
Йә булмаһа уйҙарымды өтә ҡуҙ.
Бер йыр булып һине эҙләй йөрәгем,
Шиғырыма моңдай тулған тәтәй ҡыҙ.
* * *
Эй, йәш егет, мөхәббәткә ҡомарһың,
Ғашиҡ була торғас бер саҡ тынырһың.
Матурлыҡты ғына күрһәң йөҙөндә
Күңелдәрен ҡасан аңлай алырһың?
Һылыуҙар бар бешкән ҡыҙыл еләктәй,
Бар ғүмергә етер терәк кеүектәй.
Ә берәүҙәр ташты тишкән япраҡтай,
Берәүҙәр бар төбө төшкән силәктәй.
Эсе-тышы һылыуҙарға һүҙ башҡа,
Тороп ҡалма, ундайҙарға юл башла.
Күңелдәре матурҙарҙы һайлаһаң
Ғүмерлеккә уңырһың һин тормошта.
Кәмселекһеҙ булмай ерҙә берәү ҙә,
Әммә ләкин сабырһыҙлыҡ күрһәтмә.
Ғүмереңә өс нөктәне ҡуя бел,
Күп осраҡта ҡуйып булмай бер нөктә!
Ата-бабам айҙай һылыу, ҡояштай
Һылыуҙарын һаҡлағандар милләттең.
Шул бейеккә етер өсөн ҡөҙрәттең,
Бөркөттәргә тиңе кәрәк егеттең.
Саят ҠАМШЫГЕР
Ҡаҙаҡсанан Таңсулпан РӘСҮЛ тәржемәһе.