

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә сибайҙар өсөн бик яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Бында Сибай филармонияһы яңынан асыла!
“Сибай филармонияһындағы янғындан һуң бында яңынан концерттар тыңлап булыуына бик аҙҙар ышана ине. 2015 йылдың көҙөндә ут бинаның бик ҙур өлөшөн юҡҡа сығарҙы, өс стенаһы ғына тороп ҡалды.
Филармонияны бындай хәлдә ҡалдыра алмай инек, шуға күрә 2019 йылда ҙур реконструкция башланыҡ. Эштәрҙе Сибайҙың 65 йыллығына тамамларға уйлай инек, тик коронавирус ҡамасауланы.
Беҙ янғындан һуң бинаны тулыһынса тиерлек яңынан төҙөнөк, тамашалар залын 500 урынға тиклем ҙурайттыҡ, бәләкәй зал өсөн урын бүлдек. Иң мөһиме – филармонияның үҙенсәлекле архитектур йөҙөн һаҡлай алдыҡ. Шулай уҡ яңы корпус төҙөнөк, биләмәһен төҙөкләндерҙек, инженер системаһын уйланыҡ.
Сибай филармонияһының яңыртылған концерт залы оҙаҡламай, сентябрҙә асыласаҡ. Ысын тауыш һәм заманса майҙан. Әминә Шафиҡова, Рөстәм Афзалов, концерт датаһын билдәләгеҙ (барлыҡ эпидемиологик сараларҙы үтәп) һәм ҡунаҡтар саҡырығыҙ.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.