Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Август 2021, 08:00

"Ҡыҙҙарҙың әсәһе булыу – икенсе төрлө бәхет"

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ, танылған йырсы Алһыу Сафина, ике ҡыҙы менән төшкән фотоһын ҡуйып, уның аҫтына бик матур һүҙҙәр яҙған.

"Ҡыҙҙарҙың әсәһе булыу – икенсе төрлө бәхет""Ҡыҙҙарҙың әсәһе булыу – икенсе төрлө бәхет"
"Ҡыҙҙарҙың әсәһе булыу – икенсе төрлө бәхет"

Билдәле булыуынса, Алһыу Сафина ире Ян Абрамов менән өс бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Сафина һәм Микелла менән бергә төшкән фотоларын социаль селтәргә һуңғы ваҡытта йыш һалһа ла, дүрт йәшлек улы Рафаэлде ниңәлер күрһәтергә тартына. Моғайын, улым әлегә бәләкәй, тип уйлайҙыр.

Эстрада йондоҙо үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ике ҡыҙы менән төшкән бик матур фотоһүрәтен ҡуйған һәм уның аҫтына: "Әсәй булыу – ҙур бәхет! Ә ҡыҙҙарҙың әсәһе булыу – икенсе төрлө бәхет. Минең бәләкәстәрем шундай ҙур инде, ярҙамсыларым, иң яҡшы әхирәттәрем, – тип яҙған. – Был бәхет өсөн Хоҙайыма ҙур рәхмәт!"

Өс матурҡайға уңыштар ғына насип булһын!

Фото: йырсының шәхси архивынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас