

Әбйәлил районының Күсем ауылы тиһәң, Таһир Кусимов төйәге, Йәнйегетовтарҙың музыкаль ғаилә династияһы күҙ алдына баҫа. Етмәһә, улар батырыбыҙ менән ике туғандар ҙа. Эйе, боронғо башҡорт ауылы данлыҡлы шәхестәргә, батырҙарға, ижад кешеләренә, оҫталарға бай.
Вәлиәхмәт ағай Йәнйегетовты ҡурайҙың моңло тауышы бала саҡтан арбаған, үләнде ҡырҡып алып, уйымдар уйып, үҙенә буйһондорған, моңона сорналған. Һәләтле үҫмер ҡумыҙ, скрипка, гармунда ла өҙҙөрөп уйнаған. Уҡытыусыһы Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов та һәләтен хуплап, уны сәхнәгә сығарған. Шулай итеп ул Ташбулат мәктәбендә үткән концерт, кисәләрҙең биҙәгенә әйләнә. Урта мәктәпте тамамлау кисәһендә уҡыу алдынғыһы, талантлы уҡыусы булып танылған Вәлиәхмәтте күлдәк менән бүләкләйҙәр. Әммә әсәһе ҡаты ауырығас, ул артабан уҡый алмай. Вәлиәхмәт ағайҙың ғүмеренең һуңғы минуттарында ла ҡулынан китап төшмәй, шиғырҙар сығара, ҡобайырҙар һөйләй. Ҡыҫҡаһы, Вәлиәхмәт Йәнйегет улы профессиональ булмаһа ла, ысын сәнғәт оҫтаһы ине.
Әлбиттә, балалары ла ул уйнаған һәр төрлө уйын ҡоралдарына ынтыла, үҙҙәре лә һиҙмәй моң-көйгә ылыға. Шулай итеп ғаилә ансамбле барлыҡҡа килә. Йыр-моңға ғашиҡ Йәнйегетовтар ғаиләһендә айырыуса кистәр күңелле үтә. Бер туғандар һәр береһе үҙе яратҡан уйын ҡоралында халыҡ, ретро, бейеү көйҙәрен һуҙа, артистар тураһында әңгәмәләр ҡора, бәхәсләшә.
Донъяны тик матур төҫтәрҙә күргән Йәнйегетовтар бар мөхиткә изге ҡараш менән бағып өйрәнгән, күңелдәрендә боҙоҡлоҡҡа урын юҡ. Әсәләре Фәтиха апай балаларының талантына ҡыуанып бөтә алмай, маҡтап-хуплап, күңелдәрен үҫтереп кенә тора, үҙе лә ҡумыҙҙа уйнай, батмус сиртә, таҡмаҡ әйтә. Күбәләк ырыуы ҡыҙы – башҡорт милли аш-һыуҙарына оҫта ҡатын. Кейемдәрҙе лә иренең ырыуы – тамъяндарға хас милли орнамент менән биҙәп, үҙе тегә. Ҡыҙҙары ла үҙенә оҡшап, бар эшкә лә маһир, булдыҡлы, зауыҡлы, боронғоса кейемдәрҙе үҙҙәре бесеп, тегә.
Фәнил, Тәлғәт, Фирғәт, Вил, Таңһылыу, Гөлсинә, Ғәлиә ҡурай, думбыра, мандолина, синтезатор, ҡумыҙ, гармун, баянда уйнап, өзләп “Йәнйегетовтар ғаилә ансамбле” төҙөй, ауылдар, райондар буйлап, республика сәхнәләрендә сығыш яһай, уларҙың сығышынан мәҙәниәт йорттары гөрләй, тамашасы аяғүрә баҫып алҡышлай, заманаһына ярашлы төрлө кисәләргә алып барыусы итеп тә саҡыралар.
...Ғафури районының бер мәҙәниәт йортонда “Ҡышҡы нардуған” байрамында Тәлғәт Йәнйегетов ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, хатта туҙҙа ла уйнап, көй сығара. Фәнил Йәнйегетов төрлө баҫмаларҙа, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра. Вил Йәнйегетов – район мәҙәниәт йортонда баянсы, ҡурайсы, ҡумыҙсы. Район үҙәге Асҡар мәҙәниәте тарихында ул билдәлелек яулаған һөнәр оҫтаһы. Үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгән герой апаһының (олатаһының – авт.) фуражкаһын кейеп йөрөргә яратҡан тиктормаҫ малайҙы Таһир Кусимов ярата һәм Вәлиәхмәт ағай менән Фәтиха апайҙан уны уллыҡҡа һорай, улар ризалашмай.
Төпсөк ҡыҙҙары Ғәлиә Силәбелә музыка академияһын тамамлай. Юллама буйынса Баймаҡ районына ебәрелә, унда музыка мәктәбен аса, уны етәкләй. Әммә данлы йәнтөйәге, ауылдаштары, туғандары, тыуған нигеҙ үҙенә тарта. Күсем руднигы уҡыусыларын, Бикҡол балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен йыр-моңға өйрәтә, Теләш ауылы клубында “Зарифа” ансамбле төҙөй, Ташбулат мәҙәниәт йорто янында “Гөлнәзирә” халыҡ фольклоры ансамблен ҡабул итеп ала.
Ғәлиә, ҡурсаҡ кеүек ейәнсәрен әсәһенә оҡшатып, уға Фәтиха тип исем ҡысҡырта һәм яңылышмай. “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамблен етәкләгән өләсәһе ейәнсәрен үҙе менән бергә алып йөрөй. Ҡыҙсыҡ биш йәшендә Ҡырҙас мәҙәниәт йортонда мөнәжәт әйтеү бәйгеһендә яттан сүрә һөйләп, Маҡтау ҡағыҙы ала. Ташбулат урта мәктәбенә уҡырға төшкәс, төрлө шиғыр, бейеү, йыр, тиҙәйткестәр һөйләүҙә алдынғылар сафында була. Үҙ районында ғына түгел, республика ҡалалары сәхнәләрендә лә албырғап ҡалмай, үҙен иркен тота. Быйыл май айында “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр араһында ойошторолған интернет-конкурста алты-туғыҙ йәшлектәр араһында эстрада йырын башҡарыу буйынса беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ тип таныла. Өфөлә “Башҡортостан гүзәле-2021” матурлыҡ һәм традициялар конкурсының финалында, иң бәләкәй ҡыҙҙар төркөмөндә Фәтиха Назарова Гран-при яулап, Башҡортостанын, тыуған районын, Ташбулат мәктәбен, Күсем ауылын данланы. Икенсе класс уҡыусыһының сығышын баһалама ағзалары юғары балдар менән билдәләй. Ә уны бәйгегә әҙерләгән өләсәһен – Ғәлиә Вәлиәхмәт ҡыҙын Рәхмәт хаты менән бүләкләйҙәр.
Музыкаль белемгә эйә Ғәлиә Йәнйегетова тураһында әллә күпме һөйләргә була. Ул етәкләгән “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле, “Зарифа” ансамбле Ташбулат мәҙәниәт йортондағы барлыҡ сараларҙа ҡатнаша, район, зона, республика кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә призлы урындар яулай, репертуарын әленән-әле яңы сығыштар менән тулыландыра. Мәҫәлән, быйыл “Әйлән, орсоҡ!” зона бәйгеһе Сибай ҡалаһында уҙҙы. Призлы урын алып ҡайттыҡ, тип әйтеүе генә анһат! Талант, башҡарыу оҫталығы, һәләт, тел байлығы, образға инеү, тасуири һөйләү ҡеүәһе, импровизация, халыҡ ижадында эҙләнеүҙәр талап итә бындай бәйгеләр. Һуғыш осоронда Ташбулат ауылында колхоз рәйесе булған Ғәлләм ҡарт Хисмәтов сығарған “Орсоҡ” йыры халыҡ араһына сығарылды, шул осорға ярашлы кейем-һалым тегелде. “Мейе ултыртыу”, “Ҡот ҡойоу”, “Ҡөрьән, аят аштары үткәреү”, “Йома сәйе эсеү”, “Ямғыр теләү”, “Килен төшөрөү”, “Килен һөйөү”, “Буҙа ҡойоу”, “Күбекмай яҙыу” һ.б йолаларҙы тергеҙеү ҙә – тынғыһыҙ етәксе Ғәлиә Йәнйегетова иңдәрендә.
Был эштәргә Гөлсинә Йәнйегетованың диндар булыуы, шиғырҙар яҙыуы, таҡмаҡтар сығарыуы ла булышлыҡ итә. Быйылғы район һабантуйына килгән ҡунаҡтарҙы “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле Гөлсинәнең таҡмаҡтарын йырлап ҡаршы алды.
Бына шулай, һәр йәһәттән дә талантлы ул Йәнйегетовтар! Ҡорған донъялары ла үҙенсәлекле, сынъяһау, матур. Ә йыр-моң – Йәнйегетовтар өсөн күңел талабы, йәшәү мәғәнәһе, ата-бабалар рухы, аманаты. Был династия данлы ла, талантлы ла ата-бабаларының рухын лайыҡлы дауам итә. Ижади юлдарығыҙ, уй-теләктәрегеҙ уң булһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.