Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2021, 06:30

Мәскәүҙәге премьера - имидж өсөн кәрәк

“Дон Кихот” 600 самаһы ҡунаҡты йыйҙы. 

Мәскәүҙәге премьера - имидж өсөн кәрәкМәскәүҙәге премьера - имидж өсөн кәрәк
Мәскәүҙәге премьера - имидж өсөн кәрәк

3 августа Мәскәү ҡалаһында Ҙур театрҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары “Дон Кихот” операһын күрһәтте тип алдан хәбәр иткәйнек. Был ваҡиға беҙҙең Башҡортостан өсөн үтә мөһим. Ул турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәр аша үҙ фекерен белдергәйне. Әле ул йәнә ошо теманы дауам итә.

“Кисә яҙа башлағайным инде: “Дин Кихот”тың Ҙур театрҙа премьераһы үтеүе беҙҙең төбәккә имидж йәһәтенән мөһим. Бөгөн был фекерҙе артабан үҫтергем килә.

Беҙ федераль үҙәк менән күп эшләйбеҙ. Мин дә, Радий Фәрит улы ла аҙна һайын тиерлек Мәскәүгә осабыҙ. Ведомстволар етәкселәре менән осрашабыҙ, яңы проекттар тураһында һөйләшәбеҙ, Башҡортостанды үҫтереү проекттарын ҡарайбыҙ. Быларҙың барыһы ла рәсми рәүештә үтә – кабинеттарҙа, галстуктарҙа...

Ә кисә, спектакль премьераһында, бөтөнләй икенсе мөхиттә, театр кулуарҙарында күп кенә эш мәсьәләрен хәл итеп өлгөрҙөк. Унда беҙ федераль министрҙар, агентлыҡ етәкселәрен, башҡа сәйәсәт һәм иҡтисад вәкилдәрен саҡырғайныҡ. Барыһы ла үҙен еңел тоя, ғәҙәттәгесә рәсми түгел. Бындай саҡтарҙа һөйләшеү күпкә һөҙөмтәлерәк килеп сыға.

Мәҙәниәт – беҙҙе берләштерә торған мөхит. Уны социаль “елем” тип атарға ла була. Операла быға тағы бер тапҡыр инандым. “Дон Кихот” 600 самаһы ҡунаҡты йыйҙы. Улар араһында беренсе вице-премьер Андрей Белоусов, федераль министрҙар – Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Спорт министры Олег Матыцин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар булды. Уларҙың барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалды.

Ошоға тиклем бик күп ыңғай фекерҙәр алам, бынан тыш федераль һәм төбәк баҫмаларҙа тиҫтәләгән һоҡланыу белдергән мәҡәләләр сыҡты, социаль селтәрҙәрҙә йөҙәрләгән перепостар. Мин быларҙың барыһын да күрәм. Һәм ҡыуанам: Башҡортостан үҙенең халҡын ғына түгел, бар илде ғәжәпләндерә ала.

Беҙҙә сифатлы тамашалар әҙерләй белгән һәләтле артистар һәм режиссерҙар бар. Шуға күрә Ҙур театрҙағы бындай премьералар йолаға әйләнәсәк.

Шулай уҡ беҙҙең яҡлылар һәм партнерҙар пулын булдырыу, федераль үҙәк менән бәйләнештәрҙе нығытыу дауам итәсәк.

Быларҙың барыһы ла республикаға үҫеш өсөн мөмкин барлыҡ уңайлы мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелә. Беҙҙәге бар ресурстар уның иҡтисади һөҙөмтәлелеген һәм кешеләр тормошо сифатын арттырыуға эшләргә тейеш”, – тип яҙҙы ул.

 

Фото: Андрей Назаровтың “Фейсбук”тағы сәхифәһенән.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас