

“...Һүҙ Ырымбур ҡалаһының Максим Горький исемендәге өлкә драма театрының художество...” – диктор иғланын әйтеп тә бөтмәне, зал аяғүрә баҫып, алҡышлай башланы. Күршеләр театрының Өфөләге сираттағы гастролен ябырға рампа алдына Рифҡәт Исрафилов саҡырылғанын Рус дәүләт драма театры бинаһына килгән тамашасыларҙың барыһы ла белә. Белә, күренеүенсә, ныҡ ихтирам итә, алҡышлап ҡаршы ала.
Үҙ юлы бар
Мин дә беләм уны – ҡалҡыу ғына буйлы, спортсыларға хас тығыҙ, ыҡсым кәүҙәле, үткер күҙе менән үтә тишеп ҡарап, “һә” тигәнсә тирә-йүнде ҡармап алған һары сәсле был егетте. 1963 йылдан, Өфө сәнғәт училищеһы студенты сағынан. Сәнғәт училищеһының Гоголь урамындағы ике ҡатлы иҫкереп бөткән ағас ятағының ишеге шар асылып китте лә, ситлектән азатлыҡҡа кәйелеп осоп сыҡҡан ҡоштай, киң йылмайып, талпынып Рифҡәт атылып сыҡты.
Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылы егете Рифҡәт артынса уҡ ҡарға күмелеп ятҡан күтәрмәлә Архангел районы Тирәкле ауылы улы Фәтих Иҡсановтың киң-киң атлап килгәне күренде. Улар – ҡышҡы каникулда гастролгә сығып, бер аҙ аҡса эшләп ҡайтырға ниәтләнгән һәләтле студенттарҙан үҙҙәре туплаған бригаданың етәкселәре. Был төркөмдә минең ҡыҙым, буласаҡ йырсы Фәрзәнә лә бар. Уны юлға оҙатырға килгәнмен. Ул мине концерт бригадаһының ағзалары менән таныштыра (кемдәргә ҡыҙын тапшырғанын белергә тейеш тә инде егете): баянсы Миңләхмәт Ғәйнетдинов, һүҙ оҫтаһы, бейеүсе Нурия Ирсаева, йырсы Филүс Гәрәев. Киләсәктә милли сәнғәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булыр студенттар. Йәшкә олораҡ булғанғамы икән, тәү ҡарауға Фәтих тынысыраҡ күренә, ә Рифҡәт торпедамы ни, төрлө йүнәлештә ҡыҙыу-ҡыҙыу йүгергеләп тора.
...Буранлы көндә тормошома килеп ингән был ике теремек егет үҙенән-үҙе һәр саҡ минең күҙ алдымда булды. Уҡып бөткәс, бергә академтеатрға эшкә барҙылар, бер үк заманда үҙ юлдарын юллап Мәскәүгә уҡырға киттеләр. Фәтих Ихсанов ГИТИС-ты тамамлағас, филармонияға эшкә ҡайта. Үҙ сценарийҙары менән хәтерҙә ҡалырлыҡ тамашалар ойоштора. Халыҡ ул “тыуҙырған” “Йәдкәр” фольклор ансамблен, республиканы шаулатҡан Тальян байрамын әле булһа һағынып иҫкә ала.
Ә Рифҡәт Исрафиловтың – үҙ юлы. Яу яланында һәләк булған атаһын күрмәй-белмәй үҫкән бала – быйыл дәүләтебеҙ уға ла “Һуғыш балалары” тигән таныҡлыҡ биргәндер инде – әлегә кескәй генә ғүмеренең ҡайһы мәлендә сәнғәт, театрҙы күргән, ҡасан уға ғашиҡ булып өлгөргән, ҡайҙан уға “театр минең яҙмышымдыр” тигән уй-фекер килгән – өҙөп әйтеүе ҡыйын. Мәктәптә уҡығандамы, бер аҙ эшләп алған сағындамы, ҡасып-боҫоп гармунда уйнарға өйрәнгәндәме? Үҙе әйткәнсә, киномеханик Рафас ағаһы менән ауылдан-ауылға кино күрһәтеп йөрөгәндәме? Үҫкән, шәхес булып формалашҡан осорҙа тормоштоң төрлө-төрлө көтөлмәгән хәлдәр, сисә алмаҫлыҡ ҡатмарлыҡтар менән тулы булғанын, күҙ йәшеҡайғының саманан күп булғанын, уның үҙәге һәм биҙәге эшһөйәрлек, сафлыҡ, мөхәббәт-тоғролоҡ, өмөт-шатлыҡ икәнен күргәндәме? Бөтөн был тормошто үҙенә һеңдереп, бәлки, сәхнә итеп ҡабул итә башлағандалыр?..
Шуныһы асыҡ: буласаҡ юлын үҫмер сағында уҡ билдәләп, тайпылмай, урап йөрөмәй тура маҡсатына атлаған... Бына хәҙер – Мәскәүҙә, ГИТИС тупһаһында, яҙмышындағы хәл иткес аҙымын атлау алдында. Уның менән бергә институтта бер урын яулар өсөн 137 кеше атлаясаҡ. Бәхетенә, иң тос, иң ҙур, иң ышаныслы аҙым алыҫтағы Башҡортостандың иң төньяҡ-көнсығышындағы ауыл егете Рифҡәттеке була. Тәүге дәрестә уларҙың уҡытыусыһы Андрей Алексеевич Попов: “Йә, тағы бер һөнәрегеҙҙе күрһәтеп алығыҙ әле”, – тигәс, Исрафилов, курсташы Борис Морозов хәтерләүенсә, барыһын да аптыратып, аудитория уртаһына бөркөттәрсә килеп ҡунып: “Мин Башҡортостандан! Ә йырһыҙ-бейеүһеҙ башҡорт булмай”, – тип, ихласлығы, оҫталығы, йыр-бейеүе менән барыһын да тулҡынландырған.
Уҡыуға ныҡлап тотона маҡсатлы егет. Иң тәүҙә эшкә урынлашып ала. Урам һепереүсе булып! Мәскәү ҡалаһында! Урам таҙартыусыларға мохтажлыҡ ҙур, шуға ла уларға йәшәр урын да бүләләр. Рифҡәт тә – сос егет – ярым подвалда бер бүлмәгә һыйынып ала. Бүлмә булғас, ул һәр саҡ курсташтар менән тулы. Унда хыял, унда бәхәс, унда өмөт. Мөйөшөң булғас, яҙған йәреңде – Вераны кәләш итеп алып ҡайтырға, ғаилә ҡорорға ла була. Таңдан тороп урамдағы эшеңде тамамлағас, институтҡа йүгереү, унан һуң танылған Эфрос, Любимов, Фоменко һәм башҡа корифейҙарҙың спектаклдәрен барып ҡарау, уларҙың репетицияларына йөрөү, ижад лабораторияһында ҡунаҡлау, эш серҙәренә, алымдарына төшөнөргә тырышыу...
СССР тигән илдең баш ҡалаһындағы иң көслө, ҡеүәтле мәҙәни-сәнғәти уҡыу йорто ГИТИС-тан, айырым бер ижади мөхит тыуҙырған театрҙарҙан, ғөмүмән, Мәскәү һауаһынан нимә алып була, барыһын да алғандыр рәссам. Уның шулай икәнен әле студент ҡына сағында 1972 йылда ҙур сәхнәлә – Башҡорт дәүләт академия драма театрында – ҡуйған “Ғәлиәбаныу” спектакле асыҡ күрһәтте. Ә инде диплом эше – “Тапшырылмаған хаттар” спектакле өлгөргән режиссер тыуғанын раҫланы.
Аншлаг серҙәре
Башҡорт театрына арнаған сирек быуаттан ашыу ғүмеренең – шуның 15 йылы художество етәксеһе сифатында – һәр көнөндә, һәр спектаклендә, һәр миҙгелендә етәксе гел алға, бейеклеккә ынтылды, башҡаларҙы әйҙәне. Сәнғәт күгендә иркенләп осорона ниәт итеп, ышанып ҡайтҡан йәш ижадсы тәүге көндәренән үк спектаклдәр ҡуйыу менән бер рәттән, иғтибарын актерҙар тәрбиәләүгә йүнәлтә. Илдәге театр донъяһының үҫеш тенденцияларын, яңылыҡтарын бер мәлгә лә күҙҙән ысҡындырмай, ундағы үҫеш һәм үҙгәрештәрҙе ентекләп күҙәтеп барған ижадсыға актерҙың халыҡҡа режиссер күрһәтмәләрен механик рәүештә ҡабатлап ҡына түгел, ә шул образды аҡылы менән аңлап, күңеле менән кисереп, үҙ аңында “бешереп” тыуҙырылған ижад емешен еткереүе мөһим.
Ул артистарҙы заман һулышын тамашасыларға заманса сәхнә теле менән һөйләргә репетицияларҙа ғына түгел, үҙ зауығына, заман талабына яуап бирерҙәй егет һәм ҡыҙҙарҙан тупланған буласаҡ сәхнә оҫталарын студент төркөмдәрендә Өфө сәнғәт институты профессоры булараҡ та өйрәтә. Эске ижади иркенлекте ассоциатив фекер, фәлсәфәүи интерпретациялар менән байытыу спектаклдәрҙең интеллектуаль кимәлен күтәререн, төрлө-төрлө зауыҡты ла ҡәнәғәтләндеререн яҡшы аңлаған режиссер, педагог был тезистарҙы һеңдерә-һеңдерә һәр актерҙың үҙенсәлеген табып, һәләтен асып, уны ижади шәхес кимәленә еткерергә тырыша. Үҙ маҡсатына – бар халыҡ та ҡабул итерлек элитар театр булдырыуға, интеллектуаль, уйлай торған тамашасыны тәрбиәләп, уны яулап алыуға күп көс һала.
...Художество етәксеһенә тағы бер һорау ишетелде:
– Башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың “Бибинур, аһ, Бибинур!..”ын Ырымбур тамашасылары нисек ҡабул итте? Ни тиһәң дә, башҡа мөхит, башҡа менталилет?
Яуабын бирер, ә мин – үҙ уйымда.
Театрҙың художество етәксеһе артистарҙың көнкүрешен ҡайғыртыуҙы ла һис тә артҡы планға ҡалдырып эшләмәне. Мин министр булып килгәс, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн биш ҡатлы йорт төҙөлөп бөтөп килгәнен белеп шатландым. Тик күп тә үтмәй, беҙҙе шом-хафаға һалған хәбәр килеп етте: был йортто яңы ғына ойошторолған оло перспективалы металдарҙың үтә һығылмалы ғилми-етештереү институтына, ә унда директор итеп КПСС Өлкә Комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров бик яҡын күргән, үҙ иткән ғалим Оскар Кайбышев ҡуйылғайны, бирергә булғандар. Көстәр нисбәте тигеҙ түгел – теге яҡтағыларҙың бизмәне ауырыраҡ тарта.
Абруйлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшкәндә Рифҡәт Вәкилович: “Әллә Шакировҡа мин барып ҡарайыммы?” – тип рөхсәт һораны. “Үҙ чиновнигын – министрҙы тыңламауы ла бар, ә үтенесебеҙҙе билдәле сәнғәт эшмәкәре еткерһә, мәсьәлә беҙҙең файҙаға хәл ителеүе лә мөмкин”, – тип ризалығымды бирҙем. Был хәлдә художество етәксеһе үҙен талантлы практик итеп тә күрһәтте. “Эш ыңғай хәл ителһә, беҙҙең театрға фатирҙарҙы элегерәк самалап ҡуйғанығыҙҙан артығыраҡ бирерһегеҙ инде”, – тине.
Беренсе секретарҙың рәсми ҡабул итеүен көтөп тормай, Шакиров иртүк эшкә барғанда юлында “осраҡлы” тап була. Мәсьәлә Мәҙәниәт министрлығы файҙаһына хәл ителә.
Энергияһы ташып барған, театрҙарҙың үҙ-ара тығыҙыраҡ аралашыуын ҙур тәжрибә уртаҡлашыу мәктәбе тип таныған Рифҡәт Вәкил улы төрки телле театрҙарҙың Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивален башлап ебәреүселәрҙең береһе лә булды. Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзының идара рәйесе,СССР-ҙың халыҡ артисы Александр Калягиндың 2000 йылда III “Туғанлыҡ” фестивален асҡанда әйткән: “...Сейчас не важно, кто десять лет назад сказал ключевое слово, ясно одно: это был романтик с душой порывистой и щедрой, в ком сильно бродильное начало жизни...” тигән һүҙҙәре уға ҡарата әйтелгән.
Актерҙарҙы һәр саҡ ижади көсөргәнештә тотҡан, иғтибарҙарын гел генә эҙләнеүгә, яңылыҡты үҙләштереүгә йүнәлткән режиссер тамашасылар теләген һәм зауығын, заман талабын иҫәпкә алып, театрҙың идея-эстетик йүнәлешен билдәләй, уның алдына аныҡ маҡсаттар ҡуя. Режиссерға мотлаҡ кәрәк булған һыҙат – диктаторлыҡ һәләтен дә эшкә ҡушып, үҙ һүҙен һүҙ итеп, халыҡҡа еткерергә теләгән уй-фекерен актер уйнауҙары, сәхнә биҙәлеше, музыка һәм рампа уты оҙатылыуында, рух, матур аңлайышлы сәхнә теле аша тамашасы күңелен тирттереп, йәнләндереп, тулҡынландырып әйтеп биреп, маҡсатына өлгәшә – юғары кимәлдәге спектакль тыуҙыра.
Театр киләсәген уйлап, үҙенә алмаш тәрбиәләүҙе лә кәрәк таба. Театрҙың өмөтлө йәш артисы – үҙенең студенты Азат Нәҙерғоловты 1988 йылда ГИТИС-ҡа, курсташы Анатолий Васильев менән һөйләшеп, уның курсына, режиссер факультетына уҡырға ебәрә. Бөгөнгө сәнғәт институты профессоры Азат Әхмәҙулла улына ауыр йылдарҙа Милли йәштәр театры, Башҡорт академия театры художество етәксеһе булып эшләргә тура килә. Йөгө ауыр булһа ла, ситтән ҡарағанда еңел тартты. Исрафилов уҡыусыһы дауыллы йылдарҙа карабын имен-аман һаҡлай алды.
Репертуарҙа театрҙың кимәле, табынған ҡиммәттәре, йөҙө сағылғанын яҡшы белгән художество етәксеһе көн-төн зауыҡлы, тәрән фәлсәфәле пьесалар эҙләне. Эҙләнеүҙәр уны йәш ҡәләм тирбәтеүсе Флорид Бүләков менән осраштырыр. Был бәхетле осрашыу булып сығыр: үткер күҙле талантлы режиссер һәләтле драматургты күрә белеп, уның әҫәрҙәрен сәхнәлә ҡуйып, башҡорт театрына яңы талантлы исем өҫтәне, театрҙы яңы сәнғәти-фәлсәфәүи бейеклеккә күтәрҙе. Төрлө милләт драматургтары шул иҫәптән туғандаш татар яҙыусыларының да әҫәрҙәрен әүҙем сәхнәләштерҙе. Кәрәк саҡта, кәрәк тапһа, үҙе лә инсценировкалар яҙа ине. Таһир Таһировтың “Ғәлиә”, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (сәхнә әҫәре – “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”), “Ярлыҡау” повестары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙең тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителеүе, уларҙың оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәүе, ә “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”ҙың өҙлөкһөҙ 150 тапҡыр аншлаг менән барыуы Рифҡәт Исрафиловтың был тәңгәлдә лә маһир булғанын һөйләп тора.
Театр сәнғәте өсөн оло табыш
Ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа күп сәнғәт эшмәкәрҙәре үҙгәртелгән иҡтисади-сәйәси ҡоролошҡа тиң булырҙай, уның демократик асылын күрһәтерҙәй эстетик идеал эҙләп, төрлө тарафҡа, төрлө темаға, тәғлимәткә һибелгәндә, уның классик аңламында тәрбиәләнгән ижадсы идеалды мәңгелек дөйөм кешелек ҡиммәттәрендә, инсан күңелендә эҙләне, табырға тырышты. Һәм тапты.
Оло ижадсы Ф. Кроммелинктың “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” (1994 йыл ҡуйыла), Ф. Бүләковтың “Бибинур, аһ, Бибинур!..” (1995 йыл) пьесаларын донъяға сығарып, башҡорт театрының художестволы фекерләүҙә юғарыраҡ кимәлгә күтәрелгәнен, уңышлы күтәрелеш осоро кисереп, осош офоҡтарының киңәйгәнен, бейегәйгәнен күрһәтте. Буталышлы заманда ла Башҡортостан күгендә театр һауаһы хакимлыҡ итә ине. Академтеатр артистары халыҡ һөйөүенә, маҡтаулы исемдәргә ҡойондо. Лауреат тигән юғары исемдең – төрлө кимәлдәгеһенең – театрға йылына бер булһа ла инеп әйләнмәгән сағы юҡ ине.
Сәнғәт фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Айһылыу Сынтимер ҡыҙы Сәғитова Рифҡәт Исрафилов ижады хаҡындағы студент заманындағы курс эшен “Полет в клетке” (“Ситлектә осош”) тип исемләгәйне. Күрәһең, был киң, тәрән мәғәнәле атама геройҙың халәтен, асылын шул тиклем дә дөрөҫ тотҡан, асҡан, күрһәткән, хатта мәҡәләнең данлыҡлы геройы үҙенең режиссер яҙмалары китабын шулай тип атай. Башҡа исем таба алмағандан түгел, был һүҙбәйләнештә үҙ булмышын, ижадын, мөхәббәтен, иманын, тоғролоғон, ғөмүмән, яҙмышын күргәнгә, тойғанғалыр.
Эйе, Рифҡәт Вәкил улын ижади амбицияһы гел осошта булырға әйҙәне, ул юлды эҙләне, тапты, гел үҫештә булды. Һәр ҡуйылған әҫәре менән бейектәрәк, юғарыраҡ, әммә был осош совет заманында хакимлыҡ иткән “социалистик реализм” тип аталған ысул ҡанундары менән тышауланып, ауыҙлыҡлап алынғайны, тимер сыбыҡтарҙан үрелгән, ишелгән сиктәр-ҡоршауҙар эсендә ныҡ тоторға тырыша һәм тота ине.
Әммә ныҡыш, үҙ һүҙле, маҡсатына тайпылмай, икеләнмәй ынтылған ижадсы Рифҡәт Исрафилов ҡайһы ваҡыт ситлек эсендә ҡалһа ла, һәр саҡ осошта булды. Ситлектәрҙең сымдарҙан үрелгән сиктәренә һыймайынса, ҡанһырап бөткән ҡанаттарын ҡаға-ҡаға кәйелә лә, уҡтала ла ине. Тамашасыларға ул ситлектәр сикләүе күҙенә эленмәгәндер ҙә. Улар тик яңынан-яңы, яҡшынан-яҡшы тамаша, спектаклдәр күрә ине. Ә гел генә осош хәлендә булыр өсөн күпме аҡыл ҡеүәһе, ни тиклем ихтыяр ныҡлығы, әйтеп бөтөрмәҫлек физик көс кәрәклеген Осоусы үҙе генә белә.
Һе, ҡыҙыҡ һорау яңғыраны. “Һеҙҙе Олег Хановты, Таң Еникеевты Ырымбурға саҡырырға нимә этәрҙе, бәлки, мәжбүр итте?”
Аңлата Рифҡәт Вәкилович, аңлата.
Ҡайҙан көс таба һуң был тынғыһыҙ уҙаман? Хәтирәләренең береһендә Рифҡәт Вәкил улы ниндәйҙер бер йылылыҡ, һағыш менән иҫкә ала: “Ағайҙарымдың һәр береһе миңә, төпсөктәренә, үҙҙәренең тиңһеҙ күңел йылылығы һәм талантының бер өлөшөн ҡалдырған. Ғәбделәүәл ағайым – музыка сихрилеген, Фәрих ағайым – һайлаған һөнәреңә ышаныс, Рауил ағайым – егәрлелек һәм ныҡышмаллыҡ, Рафас ағайым – хыялға ынтылыш” (Рифҡәт Исрафилов. “Полет в клетке”, Оренбург, 2010 год).
Күрәһең, тыуған ер, үҫкән мөхит, ата-әсә, ағайҙары тәрбиәһендә, улар сарлаған, сыныҡтырған холҡонан. Бәлки, ғүмерен бағышлаған эшенең халҡы, милләте, йәмғиәт өсөн бик тә кәрәк икәненә мөкиббән инанғанынан, уны гел юғары кимәлдә башҡарғанынан һәм, әлбиттә, бергә эшләгән коллективы теләктәшлегенән, ижадташ, фекерҙәш, яҙмышташ талантлы ике шәхестән – пар ҡанаты Олег Хановтан һәм Таң Еникеевтан. Талантлы сценограф менән берлектә ҡуйылған һәр спектакль – “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Ун өсөнсө председатель”, “Апалы-һеңлеле өсәү”, “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир”, “Бибинур, аһ, Бибинур!..” һәм башҡалар театр донъяһында оло ваҡиғаға әйләнә.
Олег Ханов. Тап ошо көндәрҙә – 11 августа – 70 йәшен тултырыр инсандың яҙмыш ҡушыуы буйынса үҙ иңенә йөкмәгән, ҙур яуаплылыҡ, оҫталыҡ менән көн һайын, һәр сәғәт, ғүмер буйы башҡарған иң төп ролдәре – халҡы улы, мәҙәниәте күрке, ил ағаһы, иманлы кеше һәм оло шәхес вазифалары! Бер ыңғайҙан уға ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы, йылы һүҙҙәребеҙҙе, изге теләктәребеҙҙе лә еткерә тороу дөрөҫ булыр.
Ә һәр күҙәнәгенән оҫталыҡ сағылышы бөркөлөп торған, ул төшөнсә менән иркен мөғәмәләлә булған, һәр һүҙе, мимикаһы, аҙымы, интонацияһы, кисереше менән шунда уҡ тамашасының һөйөүен, ихтирамын яулап ала торған мөләйем дә, итәғәтле лә, көсө-дәрте лә ташып торған Олег Ханов тыуҙырған ролдәр? Кендек (“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”), Мәхмүт (“Йәйәүле Мәхмүт”), Сандро (“Айһылыуҙың айлы кистәре”), Любомир Зух (“Ярлыҡау”), Бруно (“Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир”), Наполеон (“Корсиканка”), Арбенин (“Маскарад”), Абдрахман (“Бибинур, аһ, Бибинур!..”). Уларҙың һәр береһе театр сәнғәте, мәҙәниәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Әммә донъяла иң камил нәмәләр ҙә, таң ҡалдырғыс матурлыҡтар ҙа, донъяңды түңкәрерҙәй хистәр ҙә, күккә әйҙәүсе дәрт-ғәйрәт тә бар кешегә лә бер тигеҙ оҡшамай, уны ҡабул итмәгәндәр, аҡты – ҡара, ҡараны аҡ тигәндәр етерлек.
Бигерәк тә ҡаҙаныштары тонналап, километрлап, процентлап үлсәнелмәй кеше, уның күңеле менән эш итә торған сәнғәттә. Театрҙың, уның художество етәксеһе режиссер Исрафиловтың ҡаҙаныштары, уңышы күптәрҙе һөйөндөрһә, ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырһа, бәғзеләрҙе ул һағайтты, ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы, борсоуға һалды. “Репертуар бер яҡлыраҡ, спектаклдәр реаль тормоштан алыҫлаша бара, татар драматургтары әйберҙәре саманан тыш күп ҡуйыла, беҙҙең академтеатрҙы Ҡазан театрҙары филиалы хәленә төшөрмәҫтәрме?” кеүек итәк аҫтынан ебәрелгән уйҙырмалар, хәбәрҙәр театр һөйөүселәр, йәмәғәтселек араһында шыпыртын таратыла башлай. Быҫҡып янған уттың төтөнө әсе була, әсе генә түгел, әрһеҙ ҙә: һәр күҙгә инергә, күҙ йәшен һығып сығарырға маташа.
Булғандыр, барҙыр Рифҡәт Вәкил улының да етешһеҙ яҡтары. Режиссерға хас холҡо ла, һәр саҡ үҙен ышаныслы тотоуы ла, хужалар алдында тубығы ҡалтырамауы ла, тура һүҙлелеге, баш бирмәүе лә оҡшап етмәгәндер түрә-ҡараға. Күп нәмәһе лә оҡшамайҙыр, әммә уның ижады һәр саҡ юғары кимәлдә булғаны ла хаҡ, ундай көслө режиссер – театр сәнғәте өсөн оло табыш, ҙур ҡаҙаныш. Ә күршеләр драматургтарын күп ҡуя тигәндә, бәлки, ысынлап та, күберәк тойолғандыр, әммә был “етешһеҙлек”те уның менән һөйләшеп төҙәтеүе әллә ни ҡыйын да булмаҫ ине. Теләгәндә.
Остаз
Бер мәл урамда билдәле артист, сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, юғары исемдәргә, дәүләт һыйҙарына лайыҡ булған сәхнә оҫтаһы осраны. Тәүге һорауы “Бибинур, аһ, Бибинур!..”ҙы ҡаранығыҙмы?” булды. “Ҡараным”. “Режиссер Рифҡәт Вәкилович башҡорт халҡынан көлгән тиҙәр ҙәһә”. “Нисек итеп?” “Ҡатын-ҡыҙҙарға фуфайкалар, һырыған салбарҙар кейҙереп, билдәрен йыртыҡ шарфтар менән быуҙырып, һарайҙарҙа, тауыҡ кетәктәрендә мал-тыуар, ҡош-ҡорт, тиреҫ-тиҙәк араһында буталған, ғөмүмән, гел бысраҡлыҡта ғүмер һөргән итеп күрһәтеп. Төп герой ҙа – башҡорттан булғас – көтөүсе, үҙе ней аҡыллы, ней тиле, тиҙәр”. “Тиҙәр, тиҙәр... Ә үҙең ҡараныңмы һуң? Үҙеңдең фекерең ниндәй?” “Юҡ әле, ҡарап өлгөрмәнем”. Ә ҡарамайынса, нисек фекер йөрөтөп була?
Башҡорт ерлеге материалдарына таянып (башҡорт ҡынамы икән?) яҙылған башҡорт драматургы пьесаһын башҡорт режиссерының талантлы рәүештә сәхнәләштергән спектакленең бөгөнгө тормошто кинәйәләп тәнҡитләп, гротесклаштырып күрһәтеп, бөтә кешелеккә хас булған матурлыҡҡа ынтылыу, идеалын эҙләү, хәҡиҡәтте юллау юлындағы интегеү, яңылышыу, саялыҡ-өмөтләнеү, бер ҡатлылыҡты талантлы итеп күрһәтеү – башҡорттан көлөүме? Дөйөм кешелек проблемаһын күтәреү түгелме? Быларҙың барыһын тырышып-тырмашып фәҡәт башҡорт халҡына ғына ҡайтарып, милләтебеҙҙе үҙегеҙ кәмһетәһегеҙ түгелме? Был осраҡта “халҡыбыҙҙан көлгәндәр” тип яр һалыу ялған патриотлыҡ түгелме?!
Ныҡ ҡырҙы кәйефте был һөйләшеү. Бындай һүҙҙәрҙе сәнғәттең ни икәнен белмәгән кеше һөйләһә, тағы бер хәл. Ә сәнғәт донъяһы уртаһында ҡайнаған, үҙенең бар тормошон сәхнә тип, уның закондарын яҡшы беләм тип йөрөгән кешенән, театр телен яҡшы аңлаған әһелдән бындайҙы ишетеүе ауыр. Тимәк, был һүҙҙәр ошо – яҡын киләсәктә бар Рәсәйҙә иң оло баһалар аласаҡ спектакль хаҡында, уның режиссеры тураһында ғәйре тәбиғи кире фекер тыуҙырыу, таратыу өсөн әйтелә? “Татар драматургтарын йыш ҡуя” тезисын көсәйтеү, уға “башҡорттан көлә” уйҙырмаһын өҫтәп, уларҙың тығыҙ логик бәйләнештә икәненә ишара яһау өсөнмө? Халыҡта “утыҙ ике тештән сыҡҡан һүҙ утыҙ ике ауыҙға етә” тиҙәр. Бындай фекерҙе тиҙерәк ҡыуып ебәрге килһә лә, уның орлоғо тиҙ генә шытым биреп йылдам үҫә лә, тарала ла, ҡайһы бер ҡатлам эшмәкәрҙәренең башын биләп тә ала.
...Күҙем тағы сәхнәгә төшә.
“Һеҙгә ҡайҙа эшләү рәхәтерәк, уңайлыраҡ, күңелегеҙгә нығыраҡ ята? Ырымбурға тамам өйрәндегеҙме?”
...Халыҡ һиҙмәй ҙә ҡалды, тейешле даирәлә ҡарар ҙа ҡабул ителгән. Рифҡәт Вәкилович 1996 йылда театрҙан китергә мәжбүр булды. Был актты СССР халыҡ артисы Михаил Ульянов: “Уволить из Башкирского театра такого режиссера, как Исрафилов, было не самым мудрым, мягко говоря, решением местных власть предержащих”, – тип баһаланы. Уның ҡарауы, пьесаһын нисек тә спектакль итеп күреү ниәтенән сығып, театр тирәһендә эшләп йөрөгән бер әҙәбиәтсе, драматургияға талапсанлыҡты ныҡ күтәргән художество етәксеһе күрәләтә йомшаҡ әҫәренә сәхнәгә юл бирмәгәс, Рауил Бикбаев көндәлектәрендә әйтеп киткәнсә: “Мин Исрафилов кеүек корифейҙарҙың аҫтын-өҫкә килтергән кешемен әле, тип күкрәк һуғып йөрөгән...”
Башҡорт сәхнә корифейы инсценировкалаған, сәхнәләштергән “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектаклендә Мәрәһим, йөрәктәрҙе өтөп, “Ә юлдар айырылды” тип йырлай. Юҡ, оло ижадсыға тура килмәй был һүҙҙәр. Театр менән яҙмышы айырылманы. Ҡанаттары ҡайырылманы. Ныҡлы ҡанаттарында талпынып күккә менде лә, ерҙәге күп театрҙарҙың уны көткәнен, уларға килеренә өмөт иткәнен күреп, талғын ғына осоп, Ырымбур театрына барып ҡунды. “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” икәнен үҙ тәҡдире менән иҫбатлап.
Күрше өлкә журналисы Евгения Павлова, үҙ күҙенә үҙе ышанмай: “И вот теперь он наш!” – тип шатлыҡлы хәбәрен бар өлкәгә еткерергә ашыҡты. Автор “Эврика!”һында исеме бөтөн Рәсәйҙә, донъя театр мөхитендә билдәле булған алдынғы ҡарашлы тәжрибәле Оло шәхестең тап Ырымбурҙы һайлағанына ҡыуаныс ярылып ятһа, уның тыуған тупрағынан йолоноуын аңламау, үкенеү-аптырау, һағыш-әрнеү ҙә ныҡ һиҙелә ине.
...Тағы ҡолағыма салынды. Бер тамашасы: “Рифҡәт Вәкилович, Башҡорт театрына кире ҡайтҡығыҙ килмәйме?” – тип күптәрҙең күңелен өйкәп торған, көтөлгән дә, көтөлмәгән дә һорау бирҙе. Сәхнәлә торған художество етәксеһе оҙаҡ ҡына тойолған, асылда бер мәлгә генә, уйға ҡалғандай булды. Ә зал көсөргәнеш менән яуап көтә, кире ҡайтыр юлы бармы икән һуң, тип фекер йөрөтә. Ниһайәт, күңел төбөнән һығып сығарылған яуап ишетелде: “Беренсе мөхәббәткә кире ҡайтмайҙар”. Был фәлсәфәүи яуап һәр кемгә уны үҙенсә киңәйтергә, тағатырға, аңларға мөмкинлек бирә. Нисек теләйһең, шулай аңла!
Ә уның, һиҙемләүемсә, ҡайтҡыһы килә ине. Хәтер мине 2001 йылдың йәйенә алып ҡайта. 20 йыл элек – уның 60 йәшлек юбилейы алдынан мин Исрафиловты академтеатрҙа берәй үҙе теләгән спектакль ҡуйырға саҡырҙым. Бәлки, ҡайтыуҙың башы шул булыр, тинем. Ул: “Әллә, бер генә спектакль нимә бирер икән? Әгәр һүҙ бөтөнләй ҡайтыу тураһында барһа, уйлап ҡарарға булыр ине”, – тип яуапланы.
Был ҡыҫҡа ғына дипломатик яуабында күп нәмәне ишетергә була ине. “Һин, министр булараҡ, тәүәккәлләп мине саҡырһаң да, заманында минең алдымда Башҡорт академия театры ишеген япҡан, вазифалары һинекенән юғары булған, бөгөн дә власта ултырған “көслө йоғонтоло” эшмәкәрҙәр һиңә юл ҡуймаҫ, рөхсәт бирмәҫ”, – тип уйлағандыр. “Минең дә тәүге мөхәббәтемә булған хистәремде бер генә спектакль менән семтемләп, киҫәктәргә бүлгеләп белдергем, еткергем килмәй. Бөтөнләйе менән, тулайым көйө ҡайтарғым килә” тигәнен аңлап була ине.
Эйе. Ул – Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов. Ярты-йортоно иҫәпкә алмаған, һанламаған, ҡабул итмәгән. Бөтөнлөктө, камиллыҡты, иманды ғына таныған, һәр саҡ уға ынтылған, йондоҙнамәлә билдәләнгәнсә, арыҫлан затлы Остаз. Ҡанаттарың ныҡ әле, уҙаман. Ижадың сөйгән бейеклектә, халҡың һулаған-бөрккән сафлыҡта, уй-хыялдар етмәҫ киңлектә, ғүмер буйы күңелең талабы булған иректә төпһөҙ күкте, йәмле ерҙе, хәйәтте-тормошто айҡап-байҡап осорға ла осорға яҙһын әле һиңә, замандаш!
- Тәлғәт СӘҒИТОВ, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

