Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Август 2021, 07:35

“Сәхнә яғынан ҡасырға тырышһам да...”

3 августа Рәсәй Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Жюль Массненың “Дон Кихот” спектаклен ҡуйҙы. Әҫәрҙе билдәле опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов сәхнәләштергән. Был һуңғы йыл ярым эсендә театрҙың ошо уҡ сәхнәлә икенсе сығышы булды.

Күптән түгел Башҡорт опера һәм балет театрының йәнә икенсе спектаклен күрһәттеләр. Шуны билдәләргә кәрәк: был ике спектакль илдәге ике театрҙа ғына ҡуйыла. Быға тиклем уны Мария театрында ғына ҡарарға мөмкин ине. Хәҙер иһә был әҫәр Башҡорт опера һәм балет театры репертуарында ла барлыҡҡа килде. Операның премьераһы быйыл май айында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында булғайны. 3 августа Мәскәүҙәге Ҙур театрҙа ла “Дон Кихот” спектакле алҡыштарға күмелде. Унда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Гөлнара Вәлиева ла ҡатнашты. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә һүҙ – ошо сихри, үҙенә ылыҡтырғыс сәнғәт донъяһы һәм башҡалар хаҡында.

– Гөлнара, һин бөгөн – Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы. Ошо сихри йыр-моң донъяһына һөйөү бала саҡтандыр, моғайын?

– Сәхнә тормошона килгәндә, унда барып эләгеү уйламағанда килеп сыҡты, иҫ белә башлағандан алып йырлауыма ҡарамаҫтан, сәхнәлә эшләү теләге бер ҡасан да булманы. Учалы сәнғәт колледжында уҡығанда ла үҙемде юҡ менән булышып йөрөгән кеүек тоя инем, әммә маңлайыңа яҙылғанды күрәһең, тиҙәр. Юлымда гел яҡшы кешеләр тап булды, хатта икенсе һөнәр һайлайым тип, береһенә лә әйтмәй ҡасып киткән ваҡытта ла... Ҡаршыма осрап, кире етәкләп академияға алып килгән кешеләр булды, сәхнә яғынан күпме ҡасырға тырышһам да, уға юл гел ыңғай, асыҡ булды (көлә). Шуныһы һөйөнөслө: уҡытыусыларым иң яҡшыһы ине, улар миңә тулыһын­са, барлыҡ йәһәттән белем биреп, тормош тәртибенә матур итеп өйрәттеләр.

Профессиональ йырсы өсөн үҙеңде дөрөҫ аңлап, дөрөҫ тауыш ҡуйып, һәләтеңде аса белгән уҡы­тыусы ҡулына эләгеү бик мөһим. Был йәһәттән уҡытыусыларымдан ныҡ уңдым, тип ғорур әйтә алам. Әсәйем: “Тормошта һине аңлап, яҡлап, гел ярҙам итеп торған бер кеше була”, – тип йыш әйтә. Ошондай кешеләрҙең береһе – әсәйем үҙе. Уның Хоҙай биргән көсөнә һоҡланырға ғына ҡала. Әйткәндәй, ул – мине сәхнәгә этәреүсе беренсе кешем, халыҡ йырҙарына ла һөйөүҙе әсәйем уятты. Тәбиғәт, тыуған ер көсөн тойоу өсөн урмандарҙа, тауҙарҙа әллә күпме йырлатты. Ул саҡтарҙа асыулана инем, хәҙер ошо ваҡыт өсөн ҡәҙерле кешемә рәхмәт кенә әйтәм. Учалы ҡалаһын­дағы сәнғәт колледжында белем алғанда Миңзифа Тайып ҡыҙы Вәлиеваның миңә булған ышанысы, яратып ҡарауы, барлыҡ көсөн йәлләмәй эшләүе артабан сәнғәт академияһына, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класына алып килде. Ул иһә минең, атайым әйтмешләй, икенсе әсәйем. Сабырлығы, аҡыллы тормош һабаҡтары, “һиндә моң запасы күп әле” тип ышанысты арттырыуы, дәртләндереүе, ал-ял белмәй минең менән эшләүе өсөн ҙур рәхмәт! Ошо өс кешенән алған белем бер-береһенә тығыҙ бәйле, ошо тәжрибә миңә әле лә ярҙам итә. Улары алдында рәхмәтем сикһеҙ!

 

– Шуныһы һөйөнөслө: ре­пертуарыңдың күп өлөшө халыҡ йырҙарынан тора...

– Халыҡ йырҙарына килгәндә, улар минең үҫешемдә төп өлөштө алып тора. Улар булмаһа, мин опера театрында эшләмәҫ тә инем. Халыҡ йырҙарын башҡара алғанға ла опера ариялары еңелерәк бирелә. Тап халыҡ йырҙары мине Рәсәй ҡалалары, Мексика, Испания, Франция, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ­с­тан кеүек сит ил сәхнәләренә алып сыҡты. Ул йырҙарҙы төрлө милләт вәкилдәре башҡорт телендә тыңлай ҙа, төп мәғәнәһенә төшөнә, тарихы менән таныш булмаһалар ҙа, йыр шул хаҡта булдымы, тип үҙемде аптырата. Күптәр хатта, күкрәктәренә ҡулдарын ҡуйып, күңел тулып китте, ти. Халҡыбыҙ йырҙарының сихри көсө шундай!

 

– “Заятүләк менән Һыуһылыу” либреттоһында ла ҡатнашҡайның һәм ул сәхнәлә уңышлы ғына барғайны...

– “Заятүләк менән Һыуһылыу”ға килгәндә, бәләкәй саҡта әсәй менән урманға сыҡһаҡ, ул гел йырлата торғайны. Ниндәйҙер йыр бәйгеһенә әҙерләнгәндә “Балҡантау”ҙы һайлай инек. Әсәй мине ошо әҫәрҙе тулыһынса тойһон өсөн урманға алып сыҡты, хатта әрләп тә алды, тарихын һөйләне, эй ныҡ өйрәткәйне, шул хәтеремдә ғүмерлеккә уйылып ҡалды. Урал Иҙелбаев либреттолағы Һыуһылыу ролен биргәс, иң беренсе бала саҡ иҫкә килеп төштө, тәжрибә бына хәҙер кәрәк булды.

Әйткәндәй, үткән йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында заманса башҡорт операһы лабораторияһы асылды. Конкурста күп кенә композитор һәм либретто яҙыусы ҡатнашты, араларынан алтауһын һайлап алып финалға сығарҙылар, режиссерҙар менән беҙҙең сәхнәлә халыҡҡа өҙөктәрен күрһәттеләр. Ошо өҙөктәр араһынан берәүһен театрҙа тулы опера итеп ҡуясаҡтар.

“Заятүләк менән Һыуһылыу” операһында ҡатнашыу бәхете яртылаш тейҙе, тип әйтәйем. Сөнки сәхнәгә сығып йырлау бәхете, ауырыу сәбәпле, әлегә эләкмәне.

Иҫ китмәле музыка! Уны Урал Иҙелбаев ижад итте. Либреттоһын – Динара Ҡәйүмова. Материалды, тарихты тулыһынса белеп, тойоп, тәрән мәғәнәле итеп ижад итеүсе кешеләр. Был лаборатория баш­ҡорт сәнғәте өсөн ҙур аҙымдыр, тип уйлайым.

 

– Ә бына операларға һөйөүең бала саҡтанмы?

– Дөрөҫөн әйткәндә, операға һөйөү бер ҡасан да булманы, хатта академияға уҡырға ингәс тә юҡ ине, ғөмүмән, яратманым да, аңлар­ға ла теләмәй инем. Опера донъяһы – оло бер донъя, минең буйым етмәҫ бер киңлек кеүек тойолдо. Әммә уҡытыусыларымдың шул тиклем бар яҡлап көслө булыуы, үҙҙәренең эшен артығы ме­нән үтәп, беҙҙең менән көн һайын эшләүе, килеп сығамы, юҡмы, барлыҡ көсөн һалыуы һөҙөмтә­һендә барыһы ла үҙгәрҙе. Шуға Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙына айырыу­са рәхмәтлемен һәм уның уҡыу­сыһы булыуым менән бәхетлемен, ғорурланам. Концертмейстерым Ирина Станиславовна Долмато­ваға ла рәхмәтем сикһеҙ. Опера донъяһына һөйөүҙе тап улар уятты.

 

– “Дон Кихот” операһының премьераһы бик күп тамашасы йыйғайны...

– Спектаклгә килгәндә, ул Рәсәйҙең ике генә театрында ҡуйыла: Мария театрында һәм беҙҙә. Уның режиссеры – билдәле опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙан­ған, Башҡортостандың халыҡ артисы, театрыбыҙҙың художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов. Был уның режиссер булараҡ беренсе эше. Ул төп ролде – Дон Кихотты – үҙе башҡарҙы һәм был уңышлы килеп сыҡты, тип уйлайым. Асҡар Әмир улы һәммәбеҙ өсөн дә, ваҡытын йәлләмәй, образ өҫтөндә ҡулынан килгәнсә барыһын да эшләне. Май айында өс көн барған премьерала залдың тамашасылар менән шығырым тулы булыуы ла шуны дәлилләй. Костюмдар ҙа бик үҙенсәлекле: бай, тарихи итеп, шул заманды күҙаллап тегелгән. Был эште театрҙың баш рәссамы Иван Складчиков башҡарҙы. Әйткәндәй, уның эштәре “Аттила” операһында ла сағыу, бай булып иҫтә ҡалған. Дирижеры – театрыбыҙҙың баш дирижеры Артём Макаров. Талапсан кеше, әммә уның менән сәхнәлә һәр саҡ үҙеңде ышаныслы тояһың. Һәм, әлбиттә, хор, хореография, оркестр, яҡтылыҡ ҡуйыусылар, режиссёрҙар, солистар, ошо ҙур опера килеп сыҡһын өсөн тырышҡан кешеләр бик күп.

 

– Рәсәй Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә “Дон Кихот”та ҡатнашыуың үҙе бер мәртәбә бит!

– “Дон Кихот” операһында миңә  Гарсия тигән испан егете роле тәтене, әммә бәләкәй ролдәр булмай, тип тиккә әйтмәйҙәр бит. Шуныһы ҡыуаныслы: тап ошо роль минең ҙур хыялымды тормошҡа ашырҙы – Мәскәү ҡалаһындағы Ҙур театрҙа сығыш яһаныҡ. Был көн ғүмеремдең иң сағыу мәлдәренең береһе булып хәтерҙә ҡаласаҡ.

 

– Гөлнара, барлыҡ уй-хыялдарың шулай тормошҡа ашһын, тағы яңы ролдәр, уңыштар юлдаш булһын!

Гөлнара Вәлиева – халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы булған ҡыҙ 2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән М.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсында Гран-при яулай, 2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президен­тының “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты була, башҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡа­рыусыларҙың Сибайҙа үткән “Ирәндек моңдары”   XII төбәк-ара конкурсында Гран-при ала, Нальчик ҡалаһында үткән вокалсылар­ҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат тип таныла. 2015 йылда Мексикала 5-се Бөтә донъя фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктә – Ҡырғыҙс­танда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә, Өфөлә үткән IV Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайында сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Южно­уральскиҙа үткән “Южноуральск-Зальцбург” тип исемләнгән VII халыҡ-ара музыканттар фестивалендә I дәрәжә лауреат исемен яулай.

2015 йылда Бөрйән һандуғасы Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһай. Бынан тыш, Гөлнара Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында үткән Рәсәйҙең музыкаль вуздарын тамамлаусы вокалсыларҙың XXXXIII смотр-конкурсында лауреат исемен ала.

2016 йылда Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы лауреаты була.

2017 йылда – “Башҡорт йыры” телевизион конкурсының Гран-при эйәһе, Нариман Сабитов исемендәге IX музыкант-башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яулай, Һарытауҙа үткән вокалсыларҙың XXXI халыҡ-ара Собинов фестивалендә II дәрәжә премияға лайыҡ була.

2018 йылда Өфөлә ойошторолған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалсылар конкурсының төп призы – Гран-при ҙа уға бирелә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында үткән Б. Түлегәнова исемендәге X халыҡ-ара вокалсылар конкурсының дипломанты булыуға өлгәшә.

Яратҡан шөғөлдәре: сәйәхәт итергә, йәйге ваҡытты тыуған яғында, Бөрйән районының Ҡолғона ауылында, ата-әсәһе Зиләрә менән Рәшит Вәлиевтәр янында, тәбиғәттә, еләк-емеш йыйып, бесән эшләп үткәрергә ярата. Ҡул эштәре менән мауыға, һыбай йөрөүгә әүәҫ.

- Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.

Читайте нас