Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Август 2021, 07:00

Рәзифә Динмөхәмәтова сәхнәгә ҡасан сығыр?

Билдәле актрисаның ғаиләһендә –  күптән көткән ваҡиға...

Рәзифә Динмөхәмәтова сәхнәгә ҡасан сығыр?Рәзифә Динмөхәмәтова сәхнәгә ҡасан сығыр?
Рәзифә Динмөхәмәтова сәхнәгә ҡасан сығыр?

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрынан бик матур хәбәр килде: сағыу сәхнә йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәзифә Динмөхәмәтова тәүгегә әсәй булған.

Рәзифә Динмөхәмәтова Учалы районынының Сәфәр ауылында тыуып үҫкән.

2000 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙерге З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлаған.

2001 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителгән. Ике тиҫтә йыл эсендә бихисап сағыу ролдәр башҡарып, тамашасының һөйөүен яулаған. Актриса иҫ киткес матур итеп бейей ҙә.

Рәзифәне был бәхетле ваҡиға менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, бәпескә һәм ата-әсәһенә һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Именлектә, һаулыҡта матур булып үҫеп китһен, ата-әсәһен шатландыры торһон!

Фото: bash.bashdram.ru

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас