

Кем һуң ул Түринәй? Әлеге көндә билдәле шағирә, Бөрйән һылыуы, Кесе Нөгөш йылғаһына һырынып ҡына ғүмер иткән Аҫҡар ауылы ҡыҙы Зөһрә Үтәғолова (Кинйәбаева) булыр ул. Сәмиға өләсәһе уға яратып “Түринәйем” тип әйтер булған икән... Матур, мәғәнәле исем. Исеме есеменә тура килеп кенә тора.
Уңыштар шулай килә
Шағирә, ысын мәғәнәһендә балаларҙың күңел донъяһын балҡытып ебәрә алған яҙыусы ул Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы! Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында ойошторолған “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгендә ҡаурый ҡәләменең остарын нығыта. Оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем өләшә.
Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле лә үҙенең туған Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында һәм “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында әҙәби түңәрәк эшен алып бара. Ижадҡа һәләтле балаларҙы аса, уларға тел ярҙамы бирә, ҡулъяҙмаларын тикшереп, кәңәштәрен әйтә, төрлө баҫмаларға тәҡдим итә. Ташҡа баҫылған ижадын күреп ҡыуанған уҡыусылар менән бергә шатлана, ижад тәмен татый.
Янып, гөрләп йәшәй беҙҙең тынғыһыҙ Зөһрәбеҙ! Төрлө сценарийҙар яҙыуы, Сабир Шәрипов исемендәге Иҙел башы яҙыусылар ойошмаһындағы әүҙемлеге, район биләмәһендә лә ижади сапсанлығы, ошо билдәле ижад дәүерендә Бәләбәйҙә уҙғарылған “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт бәйгеһендә лауреат тип табылыуы, Белорет ҡала советы президиумы тарафынан булдырылған “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” (2016) премияһын яулауы республика уҡыусыларына билдәле. Уның ололарға тәғәйенләнгән “Юл япрағы” (2001), “Һыу юлы” (2009) исемле китаптарын йылы ҡабул иттек.
Сабый күңелен аңлап, кисереп, йөрәге аша үткәреп һүҙ әйтергә, эйе, аҡыл һүҙе әйтергә, бурыслымын тигән ысын педагог, оло йөрәкле Әсә, саф күңелле әҙибә балалар, мәктәпкәсә йәштәге тәнәйҙәр өсөн “Ҡунаҡ күрһәтәм” (2013), “Йәнле мунсаҡ” (2019) китаптарын ижад итте. Эйе, балалар күңелен яулап алды тәжрибәле мөғәллимә. Афарин! Авторҙың шиғырҙарына композиторҙар йырҙар ҙа яҙа. Әйтерең бармы, уңыштар шулай килә, тынғыһыҙ ижади үрҙәргә илтә! Уҡытыусылыҡ һәм ижад дилбегәһен ҡуша тартҡан Зөһрә Үтәғолова Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ишектәрен дә ҡыйыу асып инде.
Бөгөнгө әйтер һүҙемдә Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙының “Йәнле мунсаҡ” (“Живое ожерелье”) шиғри юлдар китабын уҡығас та тыуған ҡыуаныс-кисерештәрем, һүҙ ҡөҙрәтенең айбарлы йоғонтоһо, туған теле, халҡы, балалар яҙмышы, уларҙың бөгөнгөһө үә киләсәге өсөн борсолған, һәр аҙымдарын ҡурсалаған шиғри юлдар, әҙибәнең рухлы тормош позицияһы хаҡында бәйәнләнер.
Бынан алда аҙға ғына булһа ла башҡорт әҙәбиәте үҫешендә балалар өсөн үҙҙәренең ижадында ҡаһарманлыҡ күрһәткән оло әҙибәләребеҙ хаҡында ла кәлимә һүҙ әйтеп китһәк, йәш быуын, Зөһрә Үтәғоловалар кеүек бала күңелен яулай белгәндәрҙең исемдәрен дә өҫтәһәк, әҙәби традицияның изге ниәттә матур, шытымлы дауам иткәнен дәлилләрбеҙ. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Һылыуҡай пионерка”, Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ”, Фәүзиә Рәхимғолова, Факил Мырҙаҡаев, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Иҙелбаева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Салауат Кәримов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Әлфиә Әсәҙуллина һәм башҡаларҙың проза, шиғриәтенең бай, милли, заман талабына яуап биреүсе яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге тап бөгөн Зөһрә Үтәғолованың әүҙем ижадында дауам итә лә инде. Шағирәнең был йыйынтығы исем алған “Йәнле мунсаҡ” шиғыры менән асылып китә.
Йәнле мунсаҡ, тере мунсаҡ,
Йәнле мунсаҡ эленде.
Сырҡылдашып-сырҡылдашып
Сымдар буйлап теҙелде...
Аҡыл төбөнән нур сәселә
Тыштан ҡарағанда, әллә ни ҙә һиҙелмәгән, күренмәгән һымаҡ... Әҙерәк уйлай бирһәң, шиғри юлдарҙа тереклек, тәбиғәт сере, турғай тауыштарының сымдар аша моң таратҡаны ишетелә. Эйе, был юлдар кескәй бала уйланһын, тормоштоң серле күренештәрен ҡабул итергә өйрәнһен, күңеле аша үткәрһен тигән ниәттән тыуҙырылған. Әҙибә сымға бер-береһенә һыйынып ҡына теҙелеп ултырған турғайҙар аша өләсәйҙәр, әсәйҙәр муйынына тағып йөрөгән матур мунсаҡты йәтеш кенә итеп һүрәтләй алған. Был серле мөғжизә бит!..
Автор яңы ғына донъяға яр һалып тыуған баланан алып тәпәй баҫҡанына тиклем әйләнә-тирә торошона: һыҙылып атҡан алһыу таңға, ҡояшҡа, йырсы ҡоштарға, йәнлектәргә күҙ һалғаны, үҙендә сабыйса ҡабул итеүе, ҡыуаныс-шатлыҡтары хаҡында образлы формала йә иһә һәр шиғырҙа көнбағышы, еләге, сәскә-йүргәге, ҡамыры, бәлеше, ҡолаҡтағы ҡәләме, матур-матур ҡурсағы, һәр саҡ саҡырып торған Айы ла, ҡуҙғалаҡ-ҡаҡыһы ла, кәзә һаҡалы ла йәнле образға инеүе ҡыҙыҡлы; был шиғырҙарҙы уҡымлы итә, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Йәнле һәм тәбиғәт ҡанундарында яралған йәнһеҙ образдарҙа әхлаҡи ҡағиҙәләр үлсәме аҡыл төбөндәге һары алтынмы ни! Был әҙибәнең художестволы стиле, уңышлы ижади алымы, тип әйтә алам.
Авторҙың һәр шиғырын теп-теүәл тикшереүҙән алыҫмын. Маҡсатым – йыйынтыҡтағы дөйөмләштерелгән фекер арғымағының бөгөнгә иң кәрәкле йүнәлештәрен, яҙыусының үҙе ярһып ынтылған этномәҙәни интеллектуаллеген күпмелер кимәлдә билдәләү. Шундайҙарҙың иң актуаль беренсеһе – Зөһрә Үтәғолованың сабыйҙарса-балаларса ижадының асыҡ, саф һәм тәрән хис-тойғоло тәрәнлеге, үтемлелеге ул! Был әҙибәне юғарыға, киңлектәргә ынтылырға саҡырһа, изге еребеҙҙә тәрән бураҙналар ярып, шытымлы орлоҡтар сәсергә көн дә-көн дә ымлап торасаҡтар. Мин шулай уйлайым һәм ошо рәүешле ҡабул итәм.
112 шиғыр һәм туғыҙ шиғри йомаҡтан тупланған “Йәнле мунсаҡ” йыйынтығындағы “Өләсәйҙең иртәнге ашы”, “Апайым һүҙе”, “Дуҫлыҡ”, “Тауға менеү”, “Шәжәрәм”, “Аҡбуҙат”, “Йомро-йомро йомғағым”, “Аят уҡыйҙар”, “Китап – белем нуры”, “Әсәм теле”, “Һутлы телем”, “Әсәй” шиғырҙарында йәш-ҡәрҙәшлек, туғанлыҡ-татыулыҡ, балалар күңелен бағыусы әсәлек, өләсәй тәрбиәһе, уның ҡәҙере, дуҫлыҡ, ауырлыҡтарға ҡаршы тороу, нәҫел байлығы, изге ер – атайсал бөйөклөгө, халыҡ ижады мотивтары, һүҙ ҡөҙрәтен туплаған китап нуры, теле барҙың – иле бар һәм башҡа сикһеҙ матур идеялар үткәрелә. Балалар өсөн был төшөнсәләрҙең “Ҡурай”ҙа ла, “Инйәр шыршылары”, “Олатайҙарым”, “Өләсәйҙәрем”дә лә сабый күңеленә өгөт-нәсихәттәрҙең иң-иң шиғри үә дини тәғлимәттәре аша күндерелә. Эйе, бында ҡоро нәсихәт юҡ, аҡыл төбөнән нур сәселәме ни?!
Ижад арғымағы – туҡтауһыҙ юлда
Шулай уҡ әҙибә тәбиғәтте хозурлыҡҡа күмгән ләйсән ямғырҙары, йәм-йәшел шыршылары, зифа ҡайындары, гөлйемеш-бәпембәләре, ерек-муйылдары, тал көсөктәре дауаларын балалар күңеленә һеңдерә алған. Мәҫәлән, “Инйәр шыршылары”нан:
... Ынтылаһығыҙ ҡояшҡа,
Һанайһығыҙ йондоҙҙар.
Төҫ ташламаҫ һынығыҙҙа
Ата-бабам рухы бар...
Йә булмаһа, “Ҡайын” шиғырындағы сафлыҡ, паклыҡ ҡайһылай образлы әйтеп бирелә:
... Аҡлыҡ бөркөп,
Сафлыҡ бөркөп,
Үҫә ҡайын.
Һутҡа тулып,
Бөрө тиртә
Яҙҙар һайын.
Бөҙрә ҡайын –
Беше япраҡ,
Ап-аҡ туҙлы.
Ҡайынлыҡҡа
Аяҡ баҫ һин
Таҙа уйлы.
Бала күңеле – мөғжизәле донъя бит ул. Тәбиғәттең һәр гүзәллеге уның өсөн тотош донъя киңлеге, сикһеҙ йыһан артылыштары...
Әйтер һүҙҙәр, изге теләктәр артабан да аҡ ҡағыҙға төшә торор тип, Зөһрә Үтәғолованың “Ҡурай” шиғырынан урғылған моңдо көсәйтә төшөп:
...Уйып алына,
Еп-еңел үҙе.
Серле йылмая
Биш бөртөк күҙе.
Оҙон да түгел,
Ябай бер көпшә.
Эсендәге моң
Үҙәкте өтә.
Мин дә – бер башҡорт,
Ҡулымда – ҡурай.
Салауат рухы
Ҡанымда уйнай.
Эйәрле дөлдөл,
Ҡылысым – ҡында.
Илем саҡырһа,
Елермен шунда!
Зөһрә Үтәғолованың ижад арғымағы туҡтауһыҙ юлда. Ижад юлы һәр саҡ яҡты, уңышлы булһын.
Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.