

Бөгөн БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы, К.С. Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Закир улы Ханов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй.
Артисты күркәм юбилейы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы.
“Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм шәхсән үҙемдәң исемдән һеҙҙе 70 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙҙең ижад юлығыҙ – сәнғәткә хеҙмәт итеүҙең, һөнәргә һәм тамашасыға тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө.
Һәләт, булмышығыҙға һәм драма сәнғәте традицияларына тоғролоҡ һеҙгә һөнәри оҫталыҡтың үрҙәрен яуларға, яҡшы актер, режиссер, педагог булып камиллашырға ярҙам итте. Сәхнәләге бик күп онотолмаҫлыҡ ролдәр, шәп театраль тамашалар һеҙгә тамашасының лайыҡлы таныуын һәм һөйөүен алып килде.
Эшлекле һәм дәртле кеше, һеҙ иң ҡыйыу идеяларҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашыраһығыҙ. Бөгөн дә яңы әҫәрҙәр тыуҙырып, ижадығыҙҙы һөйөүселәрҙе сағыу тамаша менән ҡыуандырыуығыҙ маҡтауға лайыҡлы.
Хөрмәтле, Олег Закир улы! Был матур көнөгөҙ менән ҡотлап, Һеҙгә һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар һәм бөтмәҫ дәрт-илһам теләйбеҙ!” – тип әйтелә ҡотлауҙа.
"Башҡортостан" гәзите дә халҡыбыҙҙың данлы улын матур юбилейы менән ихлас ҡотлай! Ижади уңыштар, ғаилә именлеге һәм оҙон ғүмер теләй!
Фото: kulturarb.ru.