Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Август 2021, 12:00

Актерҙар 40 секунд һайын кейем алмаштыра...

Яҡут дәүләт опера һәм балет театры Өфөгә гастроль менән киләсәк. Бөгөн шуға арналған матбуғат конференцияһы булды.

Актерҙар 40 секунд һайын кейем алмаштыра...Актерҙар 40 секунд һайын кейем алмаштыра...
Актерҙар 40 секунд һайын кейем алмаштыра...

Яҡут дәүләт опера һәм балет театры Өфөгә гастролгә килә. Уның спектаклдәре 4 сентябрҙән 8 сентябргә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙасаҡ. Бөгөн ошо ваҡиғаға арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Гастроль Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булдырған “Ҙур гастролдәр” федераль программаһы сиктәрендә уҙа. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Волга буйындағы ҙур тур театрҙың юбилейына арналған.

Саха (Яҡут) Республикаһының дәүләт опера һәм балет театры Волга буйының дүрт төбәгендә сығыш яһай: гастроль 1 сентябрҙә Татарстанда башланып, аҙаҡ беҙҙә, Башҡортостанда, дауам итә, унан яҡуттарҙы Мари Иле һәм Ульяновск өлкәһе көтә.

Яҡут театрының художество етәксеһе Сергей Юнганс белдереүенсә, декорациялар, яҡтыртыу ҡорамалдары тейәлгән ике ҙур йөк машинаһы ер шарының икенсе осонан Өфөгә юлланған.

“Был бик ҡатмарлы, сөнки беҙҙең яҡта тура тимер юл юҡ, йылға аша борам менән дә сығып булмай. Урман янғындары арҡаһында авиарейстар тотҡарлана, ҡышын томандар, шулай уҡ самолеттар осмай. Шулай ҙа беҙ Башҡортостанға гастроль менән килергә йөрьәт иттек”, – тине ул.

 

4 сентябрь  

Яҡут театры гастролдәрен «Калейдоскоп иллюзий» спектакле менән аса. Был сәхнә әҫәрендә интернет-блогер хаҡында һүҙ бара. Яҡут театры өсөн махсус яҙылған спектакль һигеҙ новелланан ғибәрәт. Бында – 130 костюм һәм алты ҡатлы декорациялар. Костюмдар, "Инстаграм"дағы кеүек, 40 секунд һайын үҙгәреп тора.

 

5 сентябрь

Кескәй тамашасылар өсөн “Чиполлино” балалар балеты күрһәтелә.

 

6 сентябрь

Өфө халҡы билдәле “Аҡҡош күле”н ҡарай ала.

 

7 һәм 8 сентябрь

“12 ултырғыс” балеты ҡуйыла.

 

Фото: bashinform.ru

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас