Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Август 2021, 14:30

Башҡортостан делегацияһы - Ҡырғыҙстанда

Рәсәй мәҙәниәте көндәренең программаһында ниҙәр ҡаралған?

Башҡортостан делегацияһы - ҠырғыҙстандаБашҡортостан делегацияһы - Ҡырғыҙстанда
Башҡортостан делегацияһы - Ҡырғыҙстанда

12 августан алып 14 авгусҡа тиклем Ҡырғыҙстанда Рәсәй мәҙәниәте көндәре уҙа. Башҡортостан делегацияһына республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселек итә.

Делегация төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Рәсәй мәҙәниәте көндәренең программаһы сағыу: Т. Сатылганов исемендәге милли филармонияла Башҡортостан вәкилдәре күргәҙмә ойошторҙо. Унда яҡташтарыбыҙҙың ҡул эштәре, сувенирҙар, “Тамға” халыҡ-ара милли кейемдәр конкурсында ҡатнашҡан иң-иң оҫталарҙың эштәрен һынландырған фотоһүрәттәр урын алған.

Башҡортостан вәкилдәре төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә: боронғо башҡорт тамбур сигеүенә, балалар биҙәүесен эшләргә Башҡортостан Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Сәлимә Усманова өйрәтә.

Башҡорт музыка ҡоралдарын эшләү, уйнау буйынса ла оҫталыҡ дәресе йәйелдерелгән. Был шөғөлдөң серҙәрен атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғафури районының музыка мәктәбе уҡытыусыһы Илһам Байбулдин аса.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас