Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Август 2021, 11:57

“Хисле фекер йәнгә үтер”

Сәрүәр Ғәләүетдинов күңел бизмәнендәге аҫылташтарын услап-услап өләшә.

Шулай тип яҙҙы Сәрүәр Ғәләүетдинов үҙенең “Йондоҙло уйҙар” тигән китабына ингән бер юллыҡтарҙа. Эйе, фекерең йә хисле, йә мәғәнәле, йә кинәйәле, йә тапҡыр, йә аҡыллы, йә уйға һалыусан булмаһа, ҡәләмгә тотоноуҙан ни фәтүә?

 Бөгөн генә ул һәр кем ижадсы – телефонын алды ла пост яҙҙы, фотоға төшөрөп, бер-ике кәлимә һүҙ сыймаҡлаһа, китә “лайыҡ”тар, комментарийҙар...

Хатта ысын ижад кешеһенә лә уйҙары менән яңғыҙ ҡалып, хис ҡойононда өйөрөлөп, аҡыл бизмәнендә үлсәнеп алырға ваҡыт юҡ – донъя үткенсе, тормош баҫ­ҡынсы, әүрәткес, алдатҡыс. Шулай ҙа ошо ҡойондан йәм табып, ғәм эҙләп, уй төйнәп, уны башҡаларға матур итеп еткереүселәр юҡ түгел. Ижад әһелдәре, ҡәләм эйәләре...

Шундай бөртөк халыҡтың береһе – ғүмер буйы тыуған яғына, ауылына, ижадына тоғро булған ир-уҙаман ул. Сәрүәр ағай Ғәләүетдинов. Бөрйәндең төпкөл­дәрҙән һаналған Ҡолғана ауылында тыуып үҫкән. Әле лә ошо хозур төбәктә йәшәп, атайсалына мәҙхиә йырлап, ижадына башкөллө сумып, моң бишегенән йыр алып, халҡының бер күҙәнәге, тын алышы булып йәшәп ятҡан көнө.

“Бөгөн таңда йондоҙ тирҙем, Баҙлатып – устарыма”, – ти икән аҡһаҡал дәрәжәһенә еткән ир-ат – уны, шөкөр, илһам аты һыр­тынан һелтәп ҡасмаған. Сәрүәр ағайҙың әле күңел бизмәнендәге аҫылташтарын уҡыусыһына услап-услап өләшер сағы.

Автор тиккә генә:

“Барыр ергә барып етелмәгән,

Күпме юлдар әле үтелмәгән.

Сәфәремдән уңып ҡайтһам

 икән,

Сер йомғағым әле һүтелмә­гән”, – тимәй робағиҙарының береһендә.

“Оҫта ҡулдар бөгөр дуға,

Оҫталығы – тылсым, доға”, – ти икән тос аҡыл тупланған ике юллыҡтарында, автор инде әҙип һүҙенең тылсым, доға кимәленә күтәрелә алып, күңелдәрҙе үлтерә лә, терелтә лә икәненә ижады аша инанған.

“Кисеү бирмәҫ һыу булмаҫ,

Һәр әйткән һүҙ ыу булмаҫ”, – тип тә йыуата ул күңелдәрҙе. Шулай ғына була күрһен, сөнки күңелдәрҙе имләйһе урынға уңлы-һуллы ыу сәскән “ижадсы”ларҙан да азат түгел донъя.

“Оло кәңәшен – һүҙен таны,

Бик булмаһа – үҙен таны”, – тигән ике юллығы ла әлегегә ауаз­даш булып, йәмғиәтебеҙҙә олоно оло итмәү, һүҙ оҫталарын һанламау, аҡһаҡалдың йәшен ихтирам итмәү кеүегерәк насар тенденция күҙәтелеүенә шағир яуабы ла ул.

“Кешегә ҡаҙма соҡор, ләхет,

Үҙеңә яулап өйрән бәхет”, – тиеүе менән дә хаҡ ир-уҙаман – бумеранг ҡанунын бер кем дә юҡ итмәгән.

“Ағын һыуҙа аҡыҡ ятмай,

Күләүектәр буръяҡ һаҡлай”, – тиеү ҙә – оҙон-оҙаҡ тормош юлы үтеп, ваҡыт тирмәнендә өйөрөлтөлгән-һыналған кешенең уй төйөнө.

Сәрүәр Әбүталип улы Ғәлә­үет­динов 1950 йылдың 25 сентябрендә Бөрйән районының  (элекке Әбйәлил) Ҡолғана ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Аҙаҡ Хәмит һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

1970 – 1972 йылдарҙа Совет Армияһына алынып, Тбилиси ҡалаһында хәрби бурысын үтәй. Шунда хәрби хәбәрселәр мәктәбен тамамлай. Һалдат һәм офицерҙар тормошо хаҡында мәҡәләләр, очерктар, репортаждар яҙа.

1981 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында белемен камиллаштыра. Бөрйән райпоһында – тауар белгесе, 1982 – 1984 йыл­дарҙа “Урал” колхозында бригадир булып эшләй.

Юғары категориялы уҡытыусы. 21 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. 2011 – 2014 йылдарҙа Ҡолғана ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Ике саҡы­рылыш ауыл Советы депутаты итеп һайлана.

Эш аралатып ижад итергә лә өлгөрә – ошо йылдар арауығында 9 китабы донъя күрә: “Күңелемдә – эйәрле ат”, “Алдаҡсы бүҙәнә”, “Серҙәремде систем”, “Моң тылсымы”, “Былбылдар һайрағанда”, “Һиңә булһын”, “Семәрле беләҙек”, “Ауылым тарихы – халҡым тарихы”, “Йондоҙло уйҙар”.

Сәрүәр Ғәләүетдиновтың ике тиҫтәләп лирик шиғырына Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле композитор Нур Дауытов, композиторҙар Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Айрат Ғайсин, Рәис Ханнанов, Нурия Абдуллина һәм Рафаил Сәлиховтар көй яҙған.

“Бөрйәнем”, “Егеттәр китәләр һалдатҡа”, “Кемдәр йыуатыр икән?”, “Һин генә бит”, “Былбылдар һайрағанда”, “Юлдарыбыҙ айырылған”, “Өндәшмәйһең, йәнем, ниңә?”, “Таң йыры” кеүек йыр­ҙарын Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артис­тары Резеда Әминева, Лилиә Биктимерова, Харис Шәрипов, Светлана Атанғолова, йәштәрҙән Әлфиә Заһиҙуллина кеүек сәхнә йондоҙҙары башҡара.

Сәрүәр ағай күләмле әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Уның “Ун һигеҙ большевик”, “Сура батыр”, “Афғанстан”, “Сталинград” исемле поэмалары халҡыбыҙҙың үткәнен, ғазаплы һуғыш йылдарын сағылдыра.

“Ун һигеҙ большевик” поэмаһында автор граждандар һуғышы йылдарын, үҙ ауылында аҡтар менән ҡыҙылдарҙың ҡаты бәрелешен һүрәтләһә, “Афғанстан” поэмаһы ил һаҡларға алынып, сит тарафтарҙа барған мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошҡа дусар ителгән яҡташ егеттәрҙең яҙмышын, күңел кисерештәрен бәйән итә.

Ә инде “Сталинград” поэмаһын автор фронтовик атаһы Әбүталип бабайҙың үҙе иҫән саҡта һөйләүҙәренән сығып яҙған. Башҡорт яугиренең Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ хисе ниндәй саҡтарҙа һәм шарттарҙа ла ысын асылында ярылып ята унда. Сәрүәр Ғәләүетдинов һүҙҙәренә яҡташ композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин ижад иткән “Бөрйәнем” йырын йырламаған берәй бала, уны яратмаған, үҙ итмәгән берәй райондаш бармы икән? Юҡтыр, был йыр ысын мәғәнәһендә район гимнына әйләнгән, тиһәң дә, хата түгел.

Сәрүәр ағай – төрлө жанрҙа ҡәләмен һынаусы шағир. Сатира һәм юмор өлкәһендә әүҙем, уңышлы ғына эшләүе уны “Һәнәк” журналының 2005, 2019 йылдарҙағы лауреаты итте лә инде.

Ҡолғананың моңло улы бөгөн дә буш ятмай – әле яңыраҡ ҡына  “Йөрәк яраһы” исемле өр-яңы поэмаһын тамамлаған. Быйыл З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә мәктәп йәшендәге балалар өсөн күләмле генә йомаҡ-шиғырҙар китабы донъя күрәсәк.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәмзилә Хисаметдинова, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, райондың “Баҙал” әҙәби берекмәһе етәксеһе, шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов үҙенең асылына тоғролоҡ һаҡлап ҡала килә: яҙа, ижад ҡомарын һүндермәй-һүрелтмәй, яңынан-яңы ижад емеш­тәрен уҡыусыһына тәҡдим итә. Ошонан яҙҙырмаһын, ҡәләмдәш!

 

- Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

 

Бөрйән районы.

ЮЛДАРЫБЫҘ АЙЫРЫЛҒАН

 

Юлдарыбыҙ айырылған,

Ҡанаттарым ҡайырылған,

Йылдар ята арала.

Ҡайтһаң икән яҙҙар булып,

Күңелемә наҙҙар алып...

Уңалһасы яралар.

 

Тоташтырып араларҙы,

Уңалдырып яраларҙы,

Яҡсы өмөт уттарын!

Мин бит, иркәм, һаман көтәм,

Һаман әле өмөт итәм

Осрашыу минуттарын.

 

(Нурия Абдуллина көйө).

 

 ТИГЕҘҺЕҘ

 

Уғры йәшәй май эсендә,

Берәүҙәр – ыҙалыҡта:

Көн-төн эшләп тир түкһә лә,

Мандымай донъялыҡта.

 

Борондан бындай сифаттар

Һаҡланған бит халыҡта:

Барыбер тормош ҡануны

Тигеҙһеҙ – донъялыҡта.

 

 АҢЛАМАНЫҢ...

 

Болон сәскәләрен йыйҙым,

Алдарын һиңә һайлап.

Сәскә бирҙем.

– Билсән, – тинең,

...Ҡараманың абайлап.

 

Инде сәскәләр йыймайым,

– Сәскә тиҙ шиңә, – тинең, –

Шиңгән сәскәгә оҡшаған

Һөйөүең ниңә? – тинең.

 

Аңламаның... Әллә ниңә,

Һағыш-уттарға һалып,

Киттең, ник хыял ҡошомдо

Һин үҙең менән алып?..

 

 ҠАЛДЫ ИСЕМЕҢ ГЕНӘ

 

Килтергәйне яндарыңа

Күңелем һиңә тартып.

Өмөттәремде юғалттым,

Уй-хыялымды сыуалттың –

Китәм ғазаптар татып.

 

Килгән инем яндарыңа

Тик һинең өсөн генә.

Кем уйлаған – һин сит йәрҙә...

...Йөрәгемде телгеләргә

Ҡалды исемең генә.

 

 

ЙӨРӘКТӘ АРТА ЯРА...

 

Килгән һайын арағыҙҙа

Тойманым тормош ҡото.

Ҡайҙа булған йәш саҡтағы

Мөхәббәтегеҙ уты?

 

Ике йөрәк... Ғазап сигә...

Ә ғүмер үтеп бара.

Ғүмерҙәр үткән һайын шул,

Йөрәктә арта яра.

 

Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ.

Читайте нас