Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Август 2021, 10:57

Ғизи Заһитовтың батырлығы онотолмай

Рейхстагка флаг ҡаҙаған яугирҙәргә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены биреү менән сикләнгәндәр.

Армияла саҡта илебеҙгә ихтирам һәм һөйөү менән ҡарау, уны ололау һәм күтәреү, Ватанды яратыу, ҡыҫҡаһы, илһөйәрлек хаҡында йыш һөйләнеләр. Мәҫәлән, частың “Ленин бүлмәһе”ндә сәйәси дәрестәрҙең күбеһе СССР-ҙың бөйөклөгөнә арналды.

– Советтар Союзында әллә күпме милләт йәшәй, уларҙың һәр береһе ватанын ҙурлаған осраҡта ғына илебеҙ үҫешә. Халыҡтың халыҡ булып үҫеүе тотошлайы менән тыуған еренә бәйле. Ватанды һаҡлау – һәр беребеҙҙең изге бурысы, кәрәк икән, ил алдында ҡалҡандай баҫырға тейешбеҙ, – тип ҡабатлай торғайны офицерҙар.

Ғәскәри частың хәрби байрағы тураһында йыш һөйләнеләр, уны йәнеңдән дә артыҡ күреп һаҡларға өйрәттеләр. Һүҙ ебе Бөйөк Ватан һуғышына, Еңеү көнөнә барып тоташҡанда Берлиндағы Рейхстагка флаг ҡаҙаусылар хаҡында ла хәтергә төшөрөргә онотманылар. Хәйер, был турала мәктәптән үк белә инек. Лейтенант Алексей Берест етәкселегендә сержант Михаил Егоровтың, кесе сержант Мелитон Кантарияның ниндәй батырлыҡ күрһәтеүҙәрен ете төн уртаһында уятып һораһалар ҙа, һис яңылышмай дөрөҫ итеп әйтә алдыҡ.

 

Әҙип Зәйни Рафиҡовтың хәҡиҡәтте асыуы

 

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандың иртәгәһенә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт­остан “Китап” нәшриәтенә эшкә урынлаштым. Шул көндө үк эш өҫтәлемә кирбес ҡалынлығындағы ҡулъяҙма алып килеп һалдылар. Күренекле яҙыусы Зәйни Рафиҡов үҙенә ҙур яуаплылыҡ алған – Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына арналған китап яҙған. “Үлемһеҙлеккә биш аҙым” тигән героик исемле ҡулъяҙманы мөхәррирләү бурысы миңә йөкмәтелде. Ундағы “Рейхстаг түбәһендә – Еңеү байрағы” тигән бүлек шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте. Шул саҡта әрмеләге сәйәси дәрестәр, Рейхстаг, Еңеү флагы “келт” итеп иҫкә төштө. Автор Ғизи (Ғази) Заһитов, Алексей Бобров, Александр Лисименко, Михаил Минин һәм Владимир Маковтың исем­дәрен ғорур­ланып телгә алған, яугирҙәрҙең батырлығын тасуирлаған, яҙғандарын дәлилдәр менән нығытҡан.

Зәйни Фәсхетдин улы менән геройҙар тураһында оҙаҡ һөйләшеүем, ижадсының үҙ фекерен “ир-егеттең ике юлдашы бар: береһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек” тигән мәҡәл менән йөпләүе иҫтә ҡалған.

“Үлемһеҙлеккә биш аҙым” исемле китаптан өҙөк килтермәһәм, яҙмаларым тулы булмаҫ ине.

“Атыш һәм гранаталар шартлауы тауышын еңергә тырышып бик көслө ҡысҡырып, капитан Маков команда бирҙе:

– Минин, үҙебеҙҙекеләрҙе йый ҙа, байраҡты алып, өҫкә күтәрел!..

...Төнлөксә аша штурмлаусылар ҡыйыҡҡа сыҡты. ...Минин байраҡ полотноһын ҡыйыҡҡа йәйеп һалды ла уға яуҙаш дуҫтарының бөтәһенең дә исем-фамилияһын яҙҙы. Ваҡыт 1945 йылдың 30 апреле, 22 сәғәт 30 минут ине. Был мәғлүмәтте лә Минин байраҡ полотноһына теркәп ҡуйҙы. Оҙаҡ уйлап тормайынса Заһитов кеҫәһенән ҡулъяулығын алды ла уны тар ғына таҫма­сыҡтарға телгеләне. Шул таҫма­сыҡтар менән полотноны торбаға беркеттеләр, ә торбаны бронзаға атланған “Еңеү алиһәһе”нең тажын пуля тишкән урынға ҡаҙап ҡуйҙылар.

Капитан Маков Заһитовты, Мининды, Бобровты һәм Лисименконы ҡосаҡлап үбеп сыҡты, егеттәрҙең һәр береһен ысын күңелдән еңеү менән ҡотланы. Шунан һуң ул Бобров менән бергә элемтәселәр янына төштө һәм 79-сы уҡсылар корпусы командиры генерал-майор С.Н. Переверткинға былай тип рапорт бирҙе:

– Иптәш генерал! Беҙ иң беренсе булып Рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағын ҡаҙаныҡ. Хәрби бурыс үтәлде. Штурмлаусы доброволецтар төркөмө командиры капитан Маков!”

Кемдәр тирәһендә һүҙ барғанын һиҙемләү һис тә ауыр түгел. Әлбиттә, ҡаһарман яҡташыбыҙ сержант Ғизи Заһитов һәм уның менән бергә Берлинда Рейхстагка иң беренсе булып Еңеү байрағын ҡаҙаған яуҙаштары тураһында бәйән ителгән унда.

Мишкә – арҙаҡлы шәхестәрҙе күп биргән төбәк

 

Әйткәндәй, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, II һәм III дәрәжә Дан ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән, сығышы менән Мишкә районынан булған Ғизи Заһитовтың тыуыуына тиҙҙән – 100 йыл! Шул уңайҙан Ғизи Ҡазыхан улының тыуған төйәген барып күреү теләге тыуҙы. Алға китеп, шуны еткерәм: Заһитовтың исеме Ғизи, Ғизетдин, Ғази, хатта Ғзи тип төрлө ерҙә төрлөсә яҙылған.

Бәрәкәтле Мишкә районы республикабыҙҙың төньяғында урынлашҡан. Ул Балтас, Борай, Благовещен, Бөрө һәм Ҡариҙел райондары менән сиктәш. Өфө менән Мишкә араһы – 133 саҡрым. “Ҡорос аты”быҙ алға елә, төрлө хәтирәләргә бирелеп килә торғас, ваҡыттың уҙғаны ла һиҙелмәгән. Алыҫтан балҡып күренгән, хатта үҙенә саҡырғандай тойолған “Мишкә районы” тигән стеланы үттек. Ҡыҫҡа, әммә туҡ башаҡлы таҙа иген баҫыуҙарын күреп ҡыуандыҡ, был яҡтағы йорттарҙың төҙөклөгө хайран итте. Моғайын да, заманында иге-сиге күренмәгән ошо баҫыуҙарҙы булдыҡлы Ғизи Ҡазыхан улы бер тапҡыр ғына урамағандыр, техника төҙөк булһын, уңыш юғалтыуһыҙ йыйылып алынһын өсөн күп көс түккәндер. Ауылдарҙың матур киләсәге тураһында ла янып-көйгәндер, эш урындары булһын, тигән маҡсатҡа ынтылғандыр. Ирекһеҙҙән ошондай уйҙар үтте баштан.

Ғөмүмән, хәҙер 20 меңгә яҡын кеше йәшәгән Мишкә районы Али Карнай, Кирәй Мәргән, Флорид Бүләков ише билдәле яҙыусыларҙы, Нәфирә Иҡсанова һымаҡ күренекле сәнғәт әһелен, башҡорт Левитаны исемен алған, диктор Ғәлимнур Бикбулатовты, элекке ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдиновты, саңғысы Кирилл Михайловты биргән. Арҙаҡлы шәхестәр араһында Ғизи Заһитов айырым урын биләй. Күпселекте мариҙар тәшкил итә, шулай уҡ рус­тар, татарҙар, башҡорттар ғүмер кисерә.

 

“Килер бер көн һәм барығыҙ ҙа минең хаҡта дөрөҫөн белерһегеҙ”

 

Ысынында кем ул Ғизи Заһитов? Ғизи Ҡазыхан улы 1921 йылдың 20 авгусында Янағош ауылында тыуған. 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылған. Берлин һынлы Берлиндың үҙенәсә барып еткәнсе сержант Заһитов 3-сө удар армияның 79-сы уҡсылар корпусындағы 136-сы артиллерия бригадаһының разведчигы булған, ҡаты яраланған. Дошман тар-мар ителгәс, тыуған яғына ашыҡҡан бүтән бәхетлеләр шикелле, ҡанат нығытҡан Янағошона осоп тигәндәй ҡайтҡан. Тыныс тормошта уға ауыл советы рәйесе кеүек яуаплы вазифаны ышанып тапшырғандар, аҙаҡтан бер аҙ машина-трактор станцияһында механик йөгөн дә тартҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ни бары 32 генә йәшендә, 1953 йылдың 23 авгусында, автоһәләкәттә вафат булған. Янағош менән Благовещенск ҡалаһы араһында, әлеге лә баяғы, шул хужалыҡ хәстәрҙәре менән йөрөп ятҡан инде.

Күпмелер ваҡыт яҡташыбыҙ тураһында бик аҙ мәғлүмәткә эйә булды киң йәмәғәтселек. Тик 1964 йылда “Комсомольская правда” гәзитендә Рейхстагка Еңеү байрағын ҡаҙаусылар хаҡында “Знаменосцы” тип аталған күләмле мәҡәлә баҫылғандан һуң ғына Ғизи Заһитовтың ҡаһарманлығын тотош илебеҙ белде. Эйе, оҙаҡ йылдар яҡташыбыҙҙың батырлығы күләгәлә ҡала килде.

– Килер бер көн һәм барығыҙ ҙа минең хаҡта ысынын белерһегеҙ. Мәскәүҙән ҡағыҙ килергә тейеш, мәҡәлә лә яҙылыр әле, – тип ҡыҫҡа ғына әйткән ул.

Мишкә районы үҙәгендәге Батырҙар аллеяһынан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй. Ни тиһәң дә, райондан Бөйөк Ватан һуғышына ун меңдән ашыу кеше киткән булған, һәр икенсеһе яу яланында башын һалған. Халыҡ күп йөрөгән ошо ерҙә биш кешенең исеме ташҡа уйылып яҙылған, батырҙар хөрмәтенә барельеф портреттары ла беркетелгән. Унда Советтар Союзы Геройҙары Мәхмүт Аҡтуғанов, Ишмай Ишкинин, Степан Казаков, Егор Орсаев менән бер рәттән Ғизи Заһитов та бар. Шуға асыҡлыҡ индереү урынлы: Ғизи Заһитовҡа Герой исеме рәсми бирелмәгән, уның ҡарауы, батырлығы халыҡ тарафынан танылған. Йәнә бер мөһим әйбер – Рейхстагка беренсе булып менгән төркөм юғары дәүләт наградаһына – Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән, әммә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденын биреү менән генә сикләнгәндәр.

Хәйер, СССР Халыҡ депутаттары съезының даими Президиумы рәйесе Сажи Умалатова 1997 йылда Ғизи Заһитовтың туғандарына Советтар Союзы Геройының Алтын йондоҙон тапшырған, әммә был ваҡытҡа ул награда дәүләт статусын юғалтып өлгөргән булған.

Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова билдәлә­үенсә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мишкә районынан бик күптәр үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа ашыҡҡан. Төбәк халҡы эштә лә уңған, Ватаны өсөн дә йәнен бирергә әҙер. Йәш быуын ҡаһарман Ғизи Заһитовтың өлгөһөндә тәрбиәләнә, шуғалыр ҙа үҫмерҙәр армияға теләк менән китә, хеҙмәт иткән частарынан рәхмәт хаттары күп килә.

 

Янағош һүҙе ниндәй мәғәнәгә эйә?

 

Шулай итеп, беҙ Мишкә районы хакимиәте башлығы ярҙамсыһы Илгиз Шәкүров оҙатыуында Ғизи Заһитов тыуып үҫкән Янағош ауылына юлландыҡ. Бик йыраҡ урынлашмаған, район үҙәге менән ул ауылдың араһы ни бары 22 саҡрым ғына.

Батырҙың тыуған төйәге – Уръяҙы ауыл советына ҡарай, уға тағы ла Баш-Байбаҡ, Яңы Сафар һәм Сабай ауылдары ингән. Янағоштарҙың шулар араһында һәр йәһәттән дә алдынғы булыуына ла, кешеләренең батыр йөрәклелегенә баҫым яһаны Илгиз Сәхил улы.

– Бөгөн бында 170 тирәһе йорт иҫәпләнә, уларҙа 270-кә яҡын кеше ғүмер итә, – тип һөйләй Уръяҙы ауыл советы хакимиәте башлығы Раиҡ Заһитов. – Яҡташтарымдың үҙ-ара татыулығына һәм бер-береһенә теләктәшлегенә бында килгән ҡунаҡтар һоҡлана, шәхсән минең рәхмәтем сикһеҙ һәр береһенә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә ҡыйыуҙар һәм үҙ фекерен яҡлай алғандар күп. Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй, тибеҙ. Янағоштар ғына түгел, ә мишкәләр ҙә Ғизи Заһитов менән сикһеҙ ғорурлана. Еңеү көнөнә һәм 22 июнь менән бәйле сараларҙа мәктәп уҡыусылары батырлыҡ ҡылған ауылдаштары тураһында иҫтәре китеп сығыш яһай.

Раиҡ Тимерхан улының һүҙҙәренә ҡарағанда, янағоштар башлыса шәхси хужалығы иҫәбенә көн күрә. Әйтәләр бит, “ялан кәртәңдә быҙаулы һыйырың тормаһа, ишек алдыңда тауыҡ ҡытаҡлап йөрөмәһә, ауылда төпләнеүҙән ни фәтүә”. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре, күпләп һыйыр малы, ваҡ мал тотоуҙары, ҡош-ҡорт аҫрауҙары – шуға асыҡ миҫал. Сәмсел эшҡыуар магазин асҡан, һатыу нөктәһендә аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатыла. Ә “Заһитова” крәҫтиән (фермер) хужалығында кәзә үрсетергә тотонғандар. Зилә менән Миңлехан Заһитовтар кәзә һөтөнән ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ, ҡорот кеүек һөт ризыҡтары етештерә. Был ауылда ла, бүтән яҡтарҙағы шикелле, колхоз юҡ. Ә булған шундай ваҡыт: Янағош ныҡ ҙурайыу сәбәпле, 1946 йылда бында хатта ике колхоз төҙөгәндәр. Бер ауылда ике хужалыҡ ойошторолоуы – һирәк күренеш.

Ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп эшләй, унда, күрше ауылдарҙы­ҡыларҙы ла ҡушҡанда, бөтәһе 38 бала иҫәпләнә. Ҡыҙ һәм егеттәр артабан уҡыуын Кәмәй урта мәктәбендә дауам итә. Тағы ла һөнәрселек училищеларында белем алыусылар бар. Уҡыусы балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Һүҙ ҙә юҡ, бөгөн юлдар тигеҙ һәм ҡараулы. Балалар баҡсаһы юҡ, ә бына китапхана, клуб эшләй. Дини байрамдарҙа мәсеттә алма төшөрлөк тә урын ҡалмай икән. Кешеләр тулыһынса зәңгәр яғыулыҡты файҙаланып, үҙәкләште­релгән һыу селтәрен ҡулланып рәхәт сигә,  бер нисә урамға асфальт та түшәлгән. Төнгө урамдан ҡурҡмай йөрөргә мөмкин, сөнки ул яҡтыртыла.

 

Заһитовтар затлы һәм данлы нәҫелдән

 

Янағош ауылының Ғизи Заһитов исемендәге Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы алдында беҙҙе ауыл клубы методисы Айрат Заһитов көтә ине. Гәзит уҡыусының иғтибарын шуға йүнәлткем килә: Янағошта Заһитов, Бикбулатов һәм Зәмилев фамилиялар киң таралған. Музей 1987 йылда асылған, ойоштороусыһы – Ғизи Ҡазыхан улының дуҫы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлимйән Бикбулатов. Элекке ауыл магазинына ремонт эшләгәндәр һәм 2007 йылда ул ошо бинаға күскән.

Музей майҙансығында Ғизи Заһитовтың бюсы урынлашҡан, унда ятҡан тере сәскәләр һәм тәртип-таҙалыҡ батырға хөрмәт күрһәтелеүе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй.

Музей өс төп һәм уларға ярҙамсы ике залдан ғибәрәт. Айрат Нәғим улы музейҙың экспонаттарға бай булыуына баҫым яһаны, ауылдың ҡыҙыҡлы тарихы менән таны­ш­тырҙы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Янағошҡа 1667 йылда нигеҙ һалынған. Бөрө өйәҙенең Ҡаршын улысы уҙаманы Аҡбирҙе Бикбу­латовҡа ошо тирәнән ер биргәндәр, һөҙөмтәлә Янағош ауылы барлыҡҡа килгән.

Ауылдың исеменә бәйле ике фараз йәшәй. “Беренсеһе “яңы ҡыуыш” һүҙенән килеп сыҡҡан, икенсеһе “яңы ҡош” менән бәйле”, – тип аңлатты әңгәмәсем. Эргә-тирәлә бер ниндәй ҙә йылға юҡ, уның ҡарауы, ауыл тирәләй 17 күл иҫәпләнә. Иң ҙуры – оҙонлоғо 400 метр тирәһе булған киңлеге 200 метрға еткән Суртан күле.

– Әҙәм балаһына иң беренсе нимә кәрәк? Әлбиттә, һыу. Шуға күрә ата-бабаларыбыҙ күлдәр тирәләй нигеҙ һалған, – тип һөйләй Айрат Заһитов. – Беҙ бәләкәй саҡта күлдәрҙә донъябыҙҙы онотоп һыу инә инек, хәҙер улар ныҡ һайыҡты. Кешеләр Аланһаҙы тигән урынға күпләп килеп тамыр йәйгән. Архив документтарында яҙылыуынса, Янағош ауылы һаҙлыҡлы күлдә урынлашҡан булған. Уның эргәһендә Наратһаҙ тигән һаҙлыҡ йәйрәп ята. Беҙҙәге торф ятҡылығы Рәсәйҙең айырым һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алған. Әйткәндәй, ауылда Өфө сауҙагәре Ефрем Курочкиндың  лавкаһы ла һаҡланған. Уны совет заманында кәрәсин магазины иткәндәр, аҙаҡтан ул Янғын һүндереү депоһы ролен үтәгән. 1990 йылда электр тирмәне эшләне, бөгөн иһә буш тора. Бына уны киләсәктә музей итергә уйлайбыҙ ҙа инде. Борон бында ике мәсет булған, йыл да көҙгөһөн оло йәрминкә ойошторолған, алыпһатарҙар йыраҡтан – йөҙ километрҙан – килеп тапҡандар баҙарҙы. Янағош башҡорт дикторы Ғәлимнур Бикбулатов, сәнғәт әһеле Ғәлимйән Бикбулатов, Ленин ордены алған уҡытыусы Мәликә Бикбулатова һәм башҡалар менән дан тота. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл ярайһы ҙур ғына һәм тирә-яҡҡа ныҡ танылған булған.

Айрат Нәғим улы белдереүенсә, Янағошта 1911 йылда “земский мәктәп” асылған. Быйыл был белем усағы ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы киң итеп билдәләгәндәр. Ә уға хәтлем мәсеттә мәҙрәсә эшләгән.

Бындағы Геройҙар залы иғти­барҙы бермә-бер йәлеп итә. Ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында 448 кеше ҡатнашҡан, шуның 244-е яу яланында ятып ҡалған. Әйткәндәй, ғәрәсәтле Граждандар һуғышында ауыл аша Блюхер отряды дауыл ҡуптарып, шатыр-шотор үтеп киткән, эҙәрмәндәр әле булһа ҡыҙы­лармеецтарҙың ҡоралдарын таба.

Ғизи Заһитовтың шәжәрәһе айырым урынды биләй. Заһитовтарҙың нәҫел тамыры 1687 йылға барып тоташа. Араларында есаулдар, поход һәм йорт йөҙбашылары күп кенә. Әйтәйек, 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу документтары күрһәтеүенсә, геройҙың атаһы һәм олатаһы Үшмийәр унышар дисәтинә ергә иген сәскән һәм кәмендә өс-дүрт ат аҫраған. 1816 йылғы “Ревизские сказки” китабы буйынса, ҡартатаһы Нариман 25 йәшендә генә 1812 йылғы Ватан һуғышында есаул дәрәжәһен алған, ә уның өлкән ағаһы Ташбулат – йорт йөҙбашы, икенсе ағаһы Ҡаҙбулат поход йөҙбашы вазифа­һын йөрөткән.

Хөсниямал һәм Ҡазыхан Заһитовтар ғаиләһе етеш йәшәгән. Ғизи – дүртенсе бала, уның Хөс­никамал, Тимербай, Сәғиҙулла һәм Сафура исемле туғандары булған. Элек уҡырға һуңлап барыу ғәҙәткә ингән бит инде, Ғизи ҙа ун йәшендә I класҡа тыуған ауылы мәктәбенә барған. Шул иғтибарға лайыҡ: беренсе уҡытыусыһы – 40 йылдан ашыу педагогик стажға эйә Мәликә Бикбулатова. Үҫмер 1934–1938 йылдарҙа Уръяҙылағы крәҫтиән йәштәр мәктәбендә белем эстәгән. Янағош – Уръяҙы араһы – алты саҡрым. Ул дуҫтары менән ошо юлды йәйгеһен  йәйәү, ә ҡышҡыһын саңғы менән үткән. Егет тәүге сынығыуҙы бына ҡайҙа һәм ҡасан алған! Артабан ул Бөрө медицина техникумына уҡырға алынған.

Ғизи Заһитовҡа бағышланған мөйөш үҙенә бигерәк тә ныҡ тарта. Батырҙың тыуған көнөнән алып баҡыйлыҡҡа күскән мәленә тиклем барыһы менән дә яҡындан танышырға мөмкин. Ябай ғына итеп эшләнгән бюсы, наградалары, бай йөкмәткеле стенд, бүтән әйберҙәр – бөтәһе лә ҡыҙыҡлы һәм ылыҡтырғыс.

– Батыр даны юйылмаҫ тигәндәй, Ғизи Заһитовты барыһы ла герой тип белә, – тип дауам итә һүҙен методист. – Таллиннда кесе командирҙар курсын тамамлаған. Ғәжәп бит, “Батырлыҡ өсөн” миҙалының колодкаһын һәм партия билетын тишеп, фашист пуляһы йөрәгенән бер сантиметр ғына ситтән үткән. Ул гармунда оҫта уйнаған, йырларға яратҡан. Ҡомартҡыларҙың барыһы ла күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлана.

Музей кәштәһендәге китаптарҙы бер кем дә ҡулына алып ҡарамай китмәй. Мәҫәлән, Михаил Минин “Трудные дороги к победе” тигән китабында нәҡ Рейхстагка флаг ҡаҙаусы геройҙарға дан йырлаған. Шулай уҡ Андрей Купарев менән Герман Гончаровтың “Тайна Знамени Победы”, авторҙар коллективының “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө”, Ягсуф Шафиҡовтың “17 интервью в конце года” тигән баҫмаларының һәммәһендә лә ҡурҡыу белмәҫ яҡташыбыҙ Ғизи Заһитов телгә алынған ғына түгел, ә ҡаһарманлығы бөтә тулылығында бирелгән.

Ғизи Ҡазыхан улы ныҡ тыйнаҡ кеше булған, тинеләр. Һуғыш, уның нескәлектәре тураһында бер ҡасан да өндәшмәгән, маһайыу-шапырыныуҙы әйтеп тораһы ла түгел. Ҡыҫҡаһы, аҙ һүҙле булған. Орден-миҙалдарын ике тапҡыр ғына таҡҡан, тиҙәр. Ҡыҙ һоратырға барғанында беренсе тапҡыр күрһәтһә, икенсе мәртәбә туйында наградалы костюмын кейгән. Ғизи Заһитов һөйөклө кәләше Камила менән ике балаға ғүмер биргән. Ҡыҙы Нәзиә – 1950 йылғы, ә атаһы баҡыйлыҡҡа күскәндә улы Ғаззалиға ни бары ике генә ай булған. Уның балалары ла күптән гүр эйәһе инде.

Алдынғы ҡарашлы Заһитовтар, ҡайҙа ғына тир түкмәһен, атай-олатайҙарының йөҙөнә бер ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтермәй, киреһенсә, хеҙмәт урындарында һәр саҡ маҡтаулылар, абруй ҡаҙанғандар. Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар. Бер генә миҫал: Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары Юлиә Заһитова үҙен ҡыйыу журналист итеп күрһәтергә өлгөрҙө.

 

Туғандары өйҙөң ҡотон ҡәҙерләп һаҡлай

 

Гәзит уҡыусыны Ғизи Заһитовтың туғандары ла ҡыҙыҡһындырыуында тамсы ла шигебеҙ юҡ. Беҙ герой 1946–1953 йылдарҙа йәшәгән ырыҫлы йорттоң ишеген асып индек, тышында мемориаль таҡтаташ эленгән. Ыҡсым ғына өй, ишек алды иркен генә. Бөгөн уны Ғизиҙың Сәғиҙулла ағаһының Рәмил исемле туғаны ғаиләһе менән дача итеп тота. Оҙон йәй буйы бында мәж киләләр. Унда Рәмилдең кәләше Гүзәлде һәм Роза Сираеваны (Сәғиҙулла Заһитовтың ҡыҙы) тап иттек. Уларҙың Өфөнән ҡайтып, күңелле донъя мәшәҡәттәренә күмелгән сағына тура килдек. Өйҙәге бөхтәлек, ихаталағы тәртип, баҡсалағы өлгөргән емеш-еләк – барыһы ла сос ҡатындарҙың хеҙмәтенә бәйле.

– “Һеҙ – арыҫлан йөрәкле Ғизи Заһитовтың туғаны” тип беҙҙе ҙурлауҙары – ғорурлыҡ, – тип һөйләй Роза Сәғиҙулла ҡыҙы. – Уның исеменә тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ. Ғизи Ҡазыхан улы ныҡышмал, эшһөйәр булған, уға тиңләшеү уйы менән беҙ ҙә янабыҙ. Ошо өйҙөң ҡотон ебәрмәҫкә, киреһенсә, һаҡлап алып ҡалырға ниәтебеҙ.

Өйҙөң эсе үҙенсә матур һәм йыйыштырыулы, йорт тупһаһын аша атлау менән ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Батырҙың фоторәсеме түрҙе биҙәй, хәрби кейемлеһе лә, тыныс тормоштағыһы ла. Урындыҡ һаҡланған, өҫтәл-ултырғыстар ҙа урынында.

Нигеҙ ташын һыуытмағандары өсөн һәр береһенә хөрмәтебеҙ сикһеҙ!

Ғизи Заһитов Янағош ауылы зыяратында ерләнгән. Мишкәләр яҡташтарының ҡәберен тәртиптә тота, бының шулай икәненә беҙ ҙә инандыҡ.   

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бихисап орден-миҙалдар менән бүләкләнгән өлкән сержант Ғизи Заһитовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ уй-ниәттәр тормошҡа ашырылған. Өфөлә Ғизи Заһитов урамы төҙөклөгө менән шатландыра, бынан тыш, Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылында ла, Янағош ауылында ла урамдары бар. Янағош мәктәбе Заһитов исемен йөрөтһә, урындағы музейға ла яҡташыбыҙҙың исеме бирелгән.

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ.

 

Мишкә районы.

Читайте нас