

Бөгөн һеҙҙе Нәзифә Иҫәнбаева менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул — “Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ”, “Алтынҡайым”, “Атай еҫе” кеүек ҡыҫҡа метражлы фильмдар, “Яугир” — “Мулан” фильмындағы йырҙың башҡортса тәржемәһенә клип, “Икмәк. Ҡартәсәй/Секреты бабушкиного хлеба” документаль ҡыҫҡа метражлы фильм, күп кенә башҡа төрлө видеороликтар авторы. Нәзифә менән беҙ бер мәктәптә төрлө кластарҙа уҡыныҡ, ләкин икебеҙ ҙә бер ҡалала юғары уҡыу йорттарына кергәс кенә аралаша башланыҡ. Ул – минең яҙыу ҡеүәһен хуплап, беренсе сценарийымды фильмға әйләндерҙе. Бына шулай ҡыйыу, эксперименттарҙан ҡурҡмаған кеше менән башҡорт кинематографы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Нәзифә, беҙ һинең менән таныш бит инде, үҙеңдең ҡайһы яҡтан булыуыңды, ҡайҙа уҡыуыңды гәзит уҡыусыларға ла еткерһәң ине.
– Йылайыр районының Сәләх ауылынанмын. Йомағужа урта мәктәбендә уҡыным. Унан һуң Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында белем алдым.
– Ҡасандан кино төшөрәһең? Был өлкәлә махсус белемең бармы?
– Махсус белемем юҡ, әммә теләгем һәм күпмелер тәжрибәм бар. Бәләкәй саҡта олатайым менән йәтәс айырышып, пленкалы фотоаппарат отҡайным. Һеңлемде тегеләй ҙә, былай ҙа ҡуйып, төрлөсә кейендереп, төрлө фон төҙөп, фотоға төшөрә торғайным. Унан компьютер һәм һанлы фотоаппарат алғас, бесәнлектә төшөргән пейзаждарға музыка өҫтәп, Movie Maker тигән программала монтаж эшләргә өйрәндем.
Университетҡа уҡырға ингәс, медиа-студияға яҙылып, башта репортер, оператор, унан монтажсы кеүек һөнәрҙәрҙең башланғыстарын үҙләштерҙем.
– Ниндәй эштәрең бар? Улар ниндәйҙер баһа алғаны булдымы?
– Төрлө сифатлы эштәр инде байтаҡ йыйылып киткән: һүрәтләмәләр (ҡартәсәй, өләсәй, бал, ауыл тураһында), репортаждар, бер-ике клип (ҡаҙаҡса, башҡортса, шиғыр), ике ҡыҫҡа метражлы фильм, вайндар, туй видеолары һ.б.
Үҙаллы әҙерләгән “Нимә ул дуҫлыҡ?” тигән тәүге репортажым университетта шөғөлләнгән студия эштәре араһында икенсе урынға лайыҡ булды.
Санкт-Петербургтағы башҡорт йәштәре менән төшөргән “Bashlike” каналы өсөн репортаждар 2018 йылда “Толпар” фестивалендә еңеүҙәр яуланы. Ә Силәбелә үткән “Осҡон” башҡорт видеоһы фестиваленә “Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ” тигән фильмды алып барҙыҡ, ләкин урын ала алманыҡ.
“Алтынҡайым” фильмы Санкт-Петербургта “Взлёт” кинофестивалендә беренсе урын яуланы. Ә 2020 йылда ошо уҡ фестивалдә “Икмәк. Ҡартәсәй/Секреты бабушкиного хлеба” иң яҡшы документаль ҡыҫҡа метражлы фильм тип билдәләнде.
– Фильм төшөрөү процесы нисек бара?
– Фильмдар төрлө була: оҙон йәки ҡыҫҡа метражлы. Эш күләме шуға ҡарап билдәләнә. Мин ҡыҫҡа метражлы фильмдар менән ҡыҙыҡһынам һәм, уларҙы төшөрөп ҡараған кеше булараҡ, түбәндәге схема менән уртаҡлаша алам (әгәр үҙең продюсер, режиссер, оператор, монтажсы булһаң).
Беренсе сиратта идея кәрәк. Әгәр ҙә ул үҙегеҙҙеке икән, тимәк, уйлағаныңды сценарийға әйләндереү шарт. Яҙғас, төп локацияларҙы (ҡайҙа һәм нисек төшөрөргә) билдәләйһең. Шунан күренештәрҙе сиратҡа теҙеп һүрәтләү фарыз. Ошонда уҡ төшөрөү өсөн техниканы барлайһың, етмәгәнен арендаға алаһың. Унан – актёрҙар табыу, уларҙы сценарий менән таныштырыу. Кейемдәр, реквизиттар табыу. Ярҙамсылар йәлеп итеү. Көн билдәләү. Күренештәр буйынса төшөрә башлау. Монтажлау. Төҫтәрҙе төҙәтеү. Тауышты яҙҙырыу.
– Фильмға сығымдарҙы нисек ҡаплайһың? Эшең табыш килтерәме?
– Әлегә “Алтынҡайым” фильмына скрипка көйөн яҙҙырыу өсөн генә сығымдар булды. Киләһе проектҡа бағыусылар йәлеп итергә йәки грант алырға кәрәк буласаҡ.
Аҡса килтергән эштәр – заказ буйынса: туйҙар, сығарылыш кисәләре, фотосессиялар һ.б.
– Ни өсөн “Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ” һәм “Алтынҡайым” ҡыҫҡа метражлы фильмдарын төшөрөргә булдың? Быға һине нимә этәрҙе?
– “Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ” – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һөҙөмтәһелер, сөнки, ысынлап та, фильм төшөрөп ҡарағым килә ине. Нисек икәнен аңларға, муйынсаҡ теҙгән шикелле кадрҙарҙы теҙеп, фильм йыйып ҡарау бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Өҫтәүенә, Заһиҙә, һинең сценарийың да бар ине бит. Фильмды Санкт-Петербургта студент дуҫтарыбыҙ ярҙамында өс-дүрт көндә төшөрҙөк.
“Алтынҡайым” фильмы – уйлабыраҡ башҡарылған эш. Башта һин яҙған сценарий “Осҡон” фестивалендә беренсе урынға лайыҡ булды – тимәк, ярты уңыш бар ине. Был фильмды инде Сәләхтә төшөрҙөк. Унда, ауылда, иркенерәк төшөрөргә була ине, үҙеңде барыбер тынысыраҡ тояһың. Һәм беҙ ул фильмды конкурс өсөн төшөрҙөк, тип әйтергә була.
– Хәтереңдә ҡалған “иң-иң” баһа ниндәй?
– Улар бер нисәү. Береһе — “Алтынҡайым” фильмының тауыш режиссеры ҡуйған баһа: “Һинең махсус белемең юҡ тип уйламаҫ инем. Колоритлы төшөрөлгән, үҙенсәлекле”, – тигәйне ул. Шулай уҡ фильмды ҡарағандан һуң ҡусты-һеңлеләремдең: “Тағы ҡуй әле”, – тип һорауҙары ла үҙенә күрә баһа бит инде ул. Ә шулай ҙа ауылда беҙгә йыйылған ҡунаҡтарға “Алтынҡайым”ды күрһәткәндә апай-инәйҙәрҙең күҙ йәштәрен һөрткөләп алыуы минең өсөн иң юғары баһа булғандыр.
– Ә үҙең ниндәй баһа бирәһең ижади эштәреңә?
– Һәр ваҡыттағыса, юғары түгел. Һәр эш – ул ниндәйҙер белемгә йомғаҡ, артабан барырға кәрәк, тигән һүҙ. Ә фильм төшөрөү – төпһөҙ, сикһеҙ ҙур киңлек.
– Фильм йәки ролик төшөргәндә, хәҙерге заман проблемаларын сағылдырыу мөһимме? Әллә ижад – ул бары күңел сағылышы ғынамы?
– Проблемаларҙы сағылдырыу – бер эш, ә уларҙан сығыу юлын тәҡдим итеү — икенсе. Тамашасыны донъя ауырлыҡтары былай ҙа баҫҡанда, ҡайғылы фильм тәҡдим итеү – бәғерһеҙлектер ул. Кешегә, экрандарҙа ғына булһа ла, мотлаҡ өмөт, хыял кәрәк. Икенсе яҡтан, кино сәнғәте ирекле булырға тейеш. Режиссер ауыр фильм һайлай икән – үҙенең һүҙен шулай әйткеһе килә. Тимәк, уның үҙ тамашасыһы, аңлаусыһы, ҡабул итеүсеһе бар, буласаҡ.
– Хәҙерге башҡорт кинематографы, һинеңсә, ниндәй хәлдә?
– Беренсенән, быға тел ҙур йоғонто яһай. Русса әҙәби тел дә, һөйләшеү теле лә бер үк тиергә була, ә башҡорт әҙәби теле (йәғни китап теле) менән тормошта кешеләр һөйләшкән көнкүреш теле айырыла. Шуға күрә башҡорт фильмдарын ҡарағанда, спектакль ҡарағандағы һымаҡ тойғонан ҡотолоп булмай, ә кино ысынбарлыҡтағы һымаҡ булырға тейештер, тип уйлайым. Икенсенән, Башҡортостан кинематографына яңы режиссерҙар килде, уларҙың эштәре элекке фильмдарҙан айырыла (мәҫәлән, Гайнет, Айнур Асҡаров).
Әлбиттә, музыкаль, тарихи фильмдар, нәфис сериалдар үҙ тамашасыһын тапҡан. Ләкин, ғөмүмән алғанда, башҡорт кинематографы юғары кимәлдә, тип әйтә алмайым.
– Фильмдарҙы тик башҡортса төшөрөү аудиторияны кәметмәйме?
– Башта уларҙың сифаты өҫтөндә күп эшләргә кәрәк, унан инде субтитрҙар, тауышландырыу алымын ҡулланырға була. Әгәр фильм яҡшы икән, тимәк, кинофестивалдәрҙә урындар яулаясаҡ һәм уға тейешле даны тәтейәсәк.
– Башҡорт тамашасыһы бүтәндәрҙән айырыламы?
– Айырыла. Йәштәр түгел, ә өлкәндәр. Оло йәштәгеләр фильмдың ҡапыл, аңлайышһыҙ бөтөүен яратмай. Уларға аныҡ, бәхетле финал кәрәк, уйлауымса. Һәр ауырлыҡтан һуң бәхетле күренештәр булырға тейеш тип ҡабул итә күптәр фильмды.
– Санкт-Петербург ҡалаһында шәхси фотокүргәҙмәң дә ойошторолдо.
– Эйе. “MILLI” тип аталған фотокүргәҙмә милли мәҙәниәттәрҙең “Дуҫтар араһында” (“В кругу друзей”) өсөнсө асыҡ йәштәр фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Фотопроектымда ҡала локацияларын ҡулланып, Санкт-Петербургта милләттәрҙең күплегенә бәйле ҡаланың тағы ла байыраҡ, сағыуыраҡ икәнен күрһәтергә теләнем.
– Киләсәккә ижади пландарың ниндәй?
– Төрлө режиссерҙарҙың эшмәкәрлегенә анализ яһап, киләһе эштәремде сифатлыраҡ, камилыраҡ итеп атҡарыу – ниәтем.. Техник сифатты яҡшыртыу. Мине документалистика һәм анимация бик ҡыҙыҡһындыра. Ошо өлкәләрҙә үҫешергә теләйем. Хәҙер дин юлына баҫтым, шуға ла бар эшмәкәрлегемде, шул иҫәптән медиа өлкәһендә лә, иман призмаһы аша үткәреп башҡарам. Был ижадыма ла үҙенә күрә яңы йүнәлеш бирә.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Нәзифә! Уңыштар һиңә!
Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.