Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Август 2021, 11:16

Сәнғәти һүҙ бәҫе

Хәсиәтебеҙ, тәбиғәтебеҙ шундай...

Башҡортостан ғына түгел, ғөмүмән, илебеҙ Рәсәйҙә һүҙ сәнғәтенә ҡарата һис ярамаған битарафлыҡ оялауы һуңғы йылдарҙа бик ныҡ хәүефләндерә мине. Әҙәп-әхлаҡ, рухиәт, илаһиәт ҡайғыһымы ни, нисек тә байып ҡалырға тырышыу ғәләмәтен һиҙемләмәү мөмкин түгел. Ғәм халыҡ та үлеп-батып мал артынан ҡыуа. Мал табырға һәләте булмағандар депрессияла, йәғни эскелек һаҙлығында.

 

Милли аң һәм милли моң

 

Башҡортостандың З. Биишева исемен­дәге “Китап” нәшриәте ярай ҙа эшмәкәрлеген дауам итә. Йылына бер нисә проза, бер нисә шиғыр йыйынтығын донъяға сығара килә. Әммә... шуныһы ла ултырып иларлыҡ шул: нәшриәттең китаптар һатылған кибетендә бер ниндәй йәнлелек һиҙелмәй. Нәшер ителгән китаптар йылдар буйы кәштәләрҙә зар илай. “Ни булды һеҙгә, башҡорттар?” тигән һорау ҡуйһаң, халҡыңды манҡортлоҡта ғәйепләп, битәрләү кеүек килеп сыға. Халыҡтың рухын күтәреү өсөн яҙылған китаптарҙы уҡымағас, ниндәй милләт булып сығабыҙ һуң беҙ? Өлкән йәшем тәжрибәһенән сығып әйтәм: ғүмеремдә байлыҡ тип үлеп барған кешеләрҙе күп күрҙем мин, ул берәүгә лә ғүмер өҫтәмәй. Билдәле лә инде, әҙәм балаһы милләттәштәре, үҙ иле шарттарында ғына күңеленә тынғылыҡ, аңлау кеүек кешегә ныҡ кәрәк булған талаптарға өлгәшә ала. Быларҙың төп шарты – туған телең дәбаһа! Уға битарафлыҡ ниндәй хәлгә төшөрөрөн әле баһалап та бөтөрмәйбеҙ буғай. Китап уҡымай тороп телмәр үҫешмәй, логик фекер, эмоциялар сарланмай ҙабаһа!

Ә һүҙем минең ҡулыма килеп эләккән ике шиғыр китабы тура­һында ине. Береһе – Ғәлиә Кәли­мул­линаның “Ҡотҡарырға ине ҡояшты” исемле йыйынтығы, икен­сеһе – Наилә Хәмбәлиеваның “Күңелеңә алтын яғам” китабы. Дөрөҫөн әйткәндә, шағирәләр өйөмә килеп, шатлыҡтары менән уртаҡлашып китте. Шатланып, автографлы китаптарын алып ҡалдым да уҡып сыҡтым. Күңелем булды.

Ғәлиә Кәлимуллина башҡорт шиғриәтенә “Серҙәрем күп” тип исемләнгән китап менән килеп ингәйне. Ошо тәүге йыйынтығы менән үк әҙәбиәткә талантлы шағир килеп өҫтәлеүе менән ҡыуандырҙы. Торараҡ уның йәнә бер йыйынтығы донъя күрҙе. Мин ул китапты күрмәй ҙә ҡалдым, тиҙ таралып бөттө. Һәм... Ғәлиә Кәлимуллина әҙәбиәт майҙанынан ун йылға юҡ булды ла ҡуйҙы. Ни ҡылаһың, кешене, нисек кенә талантлы булмаһын, көсләп әҙибә итеп булмай. Уны оҙаҡ ҡына Яҙыусылар союзына ҡабул итмәй йөрөттөләр, шул да күңелен һүрелдерҙеме, һәр хәлдә, бына быйыл шағирәнең йыйынтығы килеп сыҡты.

...Уйҙарығыҙ изгенәнме һеҙҙең?

Ҡылғанығыҙ бары яҡшылыҡмы?

Балаҡайҙар, уяу булығыҙ һеҙ,

Аң булығыҙ берүк, балаҡайҙар,

Үрсетмәгеҙ Ерҙә шаҡшылыҡты, –

тип үрһәләнә шағирә “Күҙ нуры” тигән бер шиғырында тәүанабыҙ Йәнбикә исеменән бөгөнгөләргә наказ, өгөт-нәсихәт биргәндә.

Ғөмүмән, Ғәлиә Кәлимуллина – милли аң һәм милли моң шағирәһе. Ул ил-ер, милләт яҙмышы, интим кисерештәр тураһында фәлсәфә ҡора һәм шиғырҙың төп ҡануны, талабы булған кинәйә, образлы параллеллек, метафоралар, ритм, рифма һәм логика оҫтаһы Ғәлиәнең шиғырҙарында йөрәк һәм аҡыл берҙәмлеге, урыҫтар “страсть” тип нарыҡлаған хиссиәткә әйҙәй һәм уҡыусыны телебеҙ мөмкинлектәренең тәрәнлеге үә юғарылығы менән һоҡландыра.

Ыуыҙ ғына түгел инде күңел,

Елгә еленләгән саҡтар уҙған.

Ә шулай ҙа иреп төшөрҙәймен,

Осоп китерҙәймен һин ҡул һуҙһаң, –

тип тойғолар динамикаһын ысын шағир ғына тасуир итә ала шул.

Зарығып көтөү, интизар булып наҙға сарсау ғәләмәтен кем генә кисермәһен инде. Һәммә мөхәббәт татыған кешегә лә ғәзиз һәм таныш бындай кисерештәр. Тасуирлау саралары, ысынлап та, күп башҡорт телендә. Лексикабыҙ хазиналығындағы мөмкинлектәр ҙә бихисап. Әммә шуныһы ла бәхәсһеҙ – һүҙ сәнғәтендә һәр ялтырауыҡ алтын түгел, һәм тик Ғәлиә Кәлимуллина ише таланттар ғына ябай ҙа, ҡәҙимге лә һүҙҙәрҙән мөғжизә ҡоя алыу оҫталығына эйә. “Һырлай биреп атлап сығып киттем, // Күҙләһә ни, әйҙә, күҙләһендәр”; “Урталайға ярылырҙай булып, // Арбам күкрәксәһе ярылды”; “Ҡапҡа төптәрендә әсәй ҡалды, //Түгелергә торған болот булып”; “Мин һыйыныр ышыҡ бит ул төндәр, // Мин йылыныр ҡуйын – төн-йәрем”... “Ҡотҡарырға ине ҡояшты” шиғыр йыйынтығында бындай ынйылай тәрән тасуир һәм тос фекерҙәргә еткерә торған алымдар һәр шиғырҙа ҡулланыла, уҡыусынан йәнен дә, зиһенен дә тулатырлыҡ тойғолар кисерттерә.

Ил, тел, милләт яҙмышы хаҡын­да шиғыр яҙмаған шағир юҡ. Ғөмүмән, шағирҙар ана шул туған теленә һәм халҡына мөкиббән ғашиҡлығы арҡаһында ҡәләмгә тотоналыр ул. Дөрөҫ, илен, телен яратмаған кеше һирәктер, әммә, шөкөр, был ғәзиз төшөнсәләрҙе декларатив лозунг итмәй генә, сәнғәт дәрәжәһенә еткергән әҙип­тәребеҙ бар. Ғәлиә Кәлимуллина – шундайҙарҙан.

Мин – Торатау!

Ап-аҡ таштарымды

Аҡ доғалыҡ итеп йәй алдыңа.

Күтәрермен һине баш осома,

Ер күсәрен һаҡлап ҡала алһаң,

Ҡалҡан була алһаң үҙ халҡыңа.

Йәки:

Телем, тиһәм, мин – теремен,

Мин – түллемен.

Телем менән бер бөтөнмөн

Һәм иллемен.

Ғәлиә Кәлимуллина – философ-шағирә. Уның күп кенә шиғырҙары донъяның серен асыуға, мөғжизәгә оҡшаш кеше яҙмыштарының тәғәйенләнешен аңларға теләүгә ҡоролған. Был эҙләнеүҙәрендә шағирә туранан-тура һорауҙар ҡуймай, төпкә йәшерелгән, әммә уҡыусыға аңлайышлы алымдар менән тасуир итә:

Яңғыҙ оҙаҡ шығырланым,

Ябыла яҙҙы йыһан.

Ҡанат остарымды бөгөн

Йыһан нурында йыуам.

“Йыһан арбаһында” исемле был шиғыр ер – күк, кеше менән кеше араһындағы рухи берҙәмлек, күңелдәрҙең ауаздашлығы һәм йәнде һыҙландырған кисереш­тәрҙең дауалау сере тик нурлы яҡтылыҡҡа, изгелекле илаһиәткә ынтылыу икәне аңлашыла.

Минеңсә, шиғриәттең төп маҡ­саты – уҡыусыла кәйеф тыуҙырыу. Шағир күңелендә яралған хис-тойғо бүтән кешеләрҙең дә күңел түрендә йәшерелгән, әммә һәләте булмау арҡаһында ғына сәнғәт кимәленә еткереп тасуирлауҙан мәхрүм булғандарҙа ауаздашлыҡ тапһа, моңло музыка кеүек шиғыр тәьҫиренән уҡыусылар ләззәт йә һағыш кисерһә генә, шиғырҙы шиғыр тип атап булалыр. Шиғриәт – милләттең рухи кимәлен күрһәткән институт. Милли рух иһә милләттең яҙмышы һағында торған берҙән-бер күҙгә төртөлөп тә, күренеп тә тормаған, ҡәҙерен белеп бөтөрөп тә булмаған, әммә халыҡ яҙмышына тоғролоҡло ҡөҙрәт ул.

Ғәлиә Кәлимуллина тураһында һөйләгәндә шағирәнең йәнә бер һәләте ғәжәп итә мине. Талантлы кешеләрҙең таланты күп яҡлы булғанын ғүмер барышымда төшөндөм инде. Яҙыусыларҙың күбеһе йырға маһир, ҡул эштәре менән һоҡландырған ҡатын-ҡыҙ әҙибәләр ҙә күп.

Ғәлиә Кәлимуллина иһә үҙенең шиғырҙарын үҙе көйгә һала! “Һөйөү йыры” тигән шиғырына сығарған йырҙы Башҡортостан йырсылары ла, Татарстандыҡылар ҙа йырлай. Яңыраҡ “Нөгөш буйҡайҙары” тигән йыры менән һоҡландырҙы. ”Үҙем сығарған унлап йырым бар”, – ти Ғәлиә. Ә уның, тиҫтәләгән йыл Ишембай ҡалаһы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары өсөн ни саҡлы балалар әҙерләгәнен дә иҫкә алһаҡ, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙының талантлы, арҙаҡлы шәхес булғанына һоҡланырға ғына ҡала.

Ғүмер юлы буйлап китеп барам.

Аяу ғына булсы, Аҡ Йыһан.

Устарыма көҙ һәм ҡыштарымдың

Ҡояшы ла һыйған, Ай һыйған, –

тип йырлайҙар Ғәлиә Кәлимул­линаның шиғырын да, көйөн дә үҙе яҙған бер йырын.

Шағирҙар ҙа, һәммә кеше кеүек, аяуға мохтаж. Шағирҙарҙың нескә күңеле – бигерәк тә. Һәм шағирҙың эш ҡоралы ла сикһеҙ үҙенсәлекле: күңеле, зиһене һәм туған теле. Шул өсәүгә таянып ҡына шағир мәңгелеккә хеҙмәт итә.

 

Ҡулынан да, теленән дә килә

 

Алдан уҡ әйткәнемсә, Наилә Хәмбәлиеваның шиғырҙар йыйынтығы “Күңелеңә алтын яғам” тип исемләнә.

Шағирә Учалы районының Наурыҙ ауылында тыуған. Һөнәре буйынса – иҡтисадсы-бухгалтер. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында бухгалтер булып эшләй. Һуңлабыраҡ тигәндәй шиғриәт иленә аяҡ баҫырға йөрьәт итә.

Баландарҙан бал тамыҙҙым

Яҙмышым кәсәһенә.

Услап берәү һонған ине

Тәлгәшен кисә генә.

Ҡабыр, йотор, һытылыр, тип

Теләгәндер... Мин әле

Тоҙло һыуҙа сайған ҡатын

Яраларҙың сей мәлен, –

ти Наилә Хәмбәлиева “Баллы балан” тигән бер шиғырында. Һәм мин, уның китабын уҡыусы, Наилә­нең шундай шәхес булғанына ышана барам, сөнки минең алдымда – ҡулынан да, теленән дә килгән шағирәнең ижады.

Ер шарының мәҙәни генофонды һүҙгә таяна. Тел – теләһә ниндәй милләттең дә күңел һәм зиһен халәтен иң сағыу һәм төплө итеп сағылдырыу сараһы. Наиләнең шиғри телмәре лә бай: теләһә ниндәй фекер-тойғоларын шағирә туған теле ярҙамында тос һәм кинәйәле итеп әйтеп бирә. Теге, тоҙло һыуҙа яраларын йыуған ҡатынды әйтәм, башҡорт бисәлә­ренең типик сағылышы ул. Донъя тотҡалары бит улар, серәшеп, мах бирмәй донъя көтәләр. Ҡуштауҙы туҙҙырырға бирмәйбеҙ, тип аяҡ терәп баҫып тороусылар араһында ла ҡатын-ҡыҙ күп ине. Мин, хәүефләнә биреп, интернеттан күҙәтеп ултырҙым: ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡыҫылмаһа ла булыр ине был ир-ат низағына, тип шөбһәләндем! Шунан уйымдан ҡайттым: беҙҙең милләттең ҡатын-ҡыҙы илгә хәүеф янағанда битараф була алмай шул. Менталитетыбыҙ шундай. Был фекерем һүҙ ыңға­йында ғына булһа ла, шағирә Наилә Хәмбәлиеваның ижадын­дағы ил, ер, йола-ғәҙәттәр тигән төшөнсәләргә тоғро ҡатындың һыҙланыуҙары һәм уйланыуҙары, ҡайһы саҡта ғорурланыуҙары тураһында әйткем килеүҙән:

Алтын ғына ҡаҙаҡ ҡағыр еребеҙ бар,

Еребеҙҙе йәннәт иткән серебеҙ бар.

Изге ниәт, аҡ күңелдән килгәндәрҙе

Саф күңелдән ҡаршылаған түребеҙ бар.

Башҡорттоң ғорур, йомарт милләт булғаны донъяға билдәле. Уны беҙ үҙебеҙ уйлап сығарманыҡ. Бүтәндәр, килгән-киткән ҡунаҡтар, сәйәхәтселәр шулай ти. Хәсиәте­беҙ, тәбиғәтебеҙ шундай. Нәфсебеҙ ҙә әллә ни ҙур түгел, әммә еребеҙҙе мөкиббән яратыуыбыҙ хаҡ, үтә әрһеҙләнгән, ҡомһоҙ­ланған кешеләрҙе яратмайбыҙ, үҙебеҙҙең етешһеҙлектәрҙе лә яҡшы беләбеҙ:

Кем алыҡ?! Мин! Мин алыҡ!

Абынып та, һөрәнләп тә

Бушлай ҡалъя тигәнендә

Йүгерә беҙҙең халыҡ.

Кем алыҡ!? Теге алыҡ...

Шып-шым үтә шул халыҡ.

Баҡтиһәң, ярҙам һорайҙар –

Ярҙамға күңел ябыҡ.

Наилә – өлгөрөп еткән шағирә. Уның тәбиғәт күренештәре хаҡындағы шиғырҙары ла ҡойоп ҡуйған элегия, кәйефте күтәрерлек буяу, метафоралар менән семәрләнгән. “Кәртәләнеп кенә ҡояш байый, //Алһыу шәфәҡ көткән күңелем// Иләҫ-миләҫ булып төңөлдө лә, //Тау битендә ҡалды түгелеп”; “Көҙҙөң сасҡау сыуағынан //Йылы көткән мин – йүләр. //Миһырбанһыҙ ҡамсыларға //Әйләнә бара елдәр.”

Ул – өйрәнсеклек күперен үтмәй генә төп бәйге майҙанына ҡыйыу килеп ингән байтал кеүек. Әммә минең кәйефте ҡырған нәмәләр ҙә бар Наиләнең шиғырҙарында. Ул тора ла теләк теләп, өгөт-нәсихәт уҡырға тотона. Шиғриәт вәғәз уҡый торған жанр түгел дә. Шиғриәт – күргән-белгәндәреңдең тәьҫирен тасуир итеү ул, күргән-белгән, кисергәндәреңде рифмаға һалып, кемдеңдер күҙен асырға, мәғлүмәт бирергә теләү – бүтән жанрҙар бурысы. Аслан нотоҡ уҡыу, көйлө вәғәз алымына һалышмаһын ине шағирҙар.

...Тарихты, тарихи үҙгәрештәрҙе, мәктәп дәреслектәре өйрәткәнсә, халыҡ башламай, быны йыш осраҡта батшалар ойоштора. Һәм батшалар шағирҙарға гел шиклә­неүле мөнәсәбәттә була, сөнки тыштан ябай ғына күренгән был уйсан кешеләргә йәшәйеш асылына, хәҡиҡәткә яҡыныраҡ тороу хоҡуғы бирелгән.

Шағирҙар һәммә кеше кеүек булырға һәр ваҡыт әҙер, тик ни өсөн һуң йәмғиәт йыш ҡына ижад кешеләренән уларға хас булмаған холоҡ-фиғел талап итә? Йоҙроҡ төйөп властарға ҡаршы һүҙ әйткәнен көҫәп, ижадсыларҙы битәрләүгә тиклем барып етә? Тел, милли мәҙәниәт, рухыбыҙ һағында тор­ған таланттарға тел тейҙерә. Ә шағирҙарҙың миссияһы – һүҙҙән бәҫле, милләтенең аҡыл һәм күңел бейеклеген юғары кимәлдә тотҡан һүҙ сәнғәте ижад итеү ул.

Шөкөр, башҡорт илендә таланттар бар ине, бар, буласаҡ әле.

 

- Тамара ҒӘНИЕВА,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Читайте нас