Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Август 2021, 15:30

Өфө тулҡынында тирбәл!

Спутник ФМ радиостанцияһы “Өфө тулҡыны” конкурсының Гала-концертына алып барыусылар табыу маҡсаты менән һайлап алыу туры иғлан итте.

Өфө тулҡынында тирбәл!Өфө тулҡынында тирбәл!
Өфө тулҡынында тирбәл!

Спутник ФМ радиостанцияһы “Өфө тулҡыны” конкурсының Гала-концертына алып барыусылар табыу маҡсаты менән һайлап алыу туры иғлан итте.

 

“Өфҡ тулҡыны” музыка конкурсы унынсы йыл рәттән уҙа. Юбилей миҙгеленең финалы “Торатау” конгресс-холында ноябрь аҙағында үтә. Йола булараҡ, сара БЮТ каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура бәйләнештә күрһәтелә.

 

“Был киң ҡоласлы шәп шоу буласаҡ, һәм һинең унда алып барыусы булырға мөмкинлегең бар!” – тип халыҡҡа мөрәжәғәт итә “Өфө тулҡыны” ойоштороусылары.

 

Һайлап алыу турында еңеүсе Гала-концертты алып барыу хоҡуғына эйә булып ҡына ҡалмай, уға бүләккә иҫтәлекле статуэтка һәм ике кешелек юллама ла тапшырыла.

 

Алып барыусылар конкурсында ҡатнашырға теләгәндәр 15 сентябргя тиклем https://уфимская-волна.рф сайтына 60 секундтан да артмаған видеояҙмаларын ебәрергә тейеш.

 

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас