

20 августа Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге "Ҡәрҙәштәр" башҡорт эстрада төркөмө "Өмөт, хыял, йыр менән" исемле бай концерт программаһы менән Силәбе өлкәһенә гастролгә юллана.
20 август 19 сәғәттә – Ҡуҫа ҡалаһы;
21 август 18 сәғәттә – Сосновка районының Архангельское ауылы;
21 август 20 сәғәттә – Сыбаркүл районының Тимирязевский ҡасабаһы;
22 август 18 сәғәттә – Сосновка районының Солтай ауылы;
22 август 20.30 сәғәттә – Сосновка районының Теченский ҡасабаһы;
23 август 18 сәғәттә – Арғаяш районының Илембәт ауылы;
23 август 20 сәғәттә – Арғаяш районының Дәрүиш ауылы;
24 август 18 сәғәттә – Арғаяш районының Оло Ҡуйһары ауылы;
24 август 20 сәғәттә – Арғаяш районының Ҡолой ауылы;
25 август 18 сәғәттә – Арғаяш районының Ҡамыш ауылы;
25 август 20.30 сәғәттә – Арғаяш районының Байрамғол ауылы;
26 август 18 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Ноғман ауылы;
26 август 20.30 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Мөслим ауылы;
27 август 18 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Оло Ҡаҙаҡбай ауылы;
27 август 20.30 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Оло Түләк ауылы;
28 август 18 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Бүре ауылы;
28 август 20.30 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Дружный ҡасабаһы;
29 август 18 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Һары ауылы;
29 август 20.30 сәғәттә – Кәҫле районының Береговой ҡасабаһы;
30 август 17 сәғәттә – Ҡоншаҡ районының Баязит ауылы;
30 август 20 сәғәттә – Озерский ҡала округының Метлино ҡасабаһы;
31 август 18 сәғәттә – Арғаяш районының Бәжекәй ауылы;
31 август 20.30 сәғәттә – Арғаяш районының Аяҙғол ауылы.
“Тәрән тамырлы, сағыу тарихлы төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе "Ҡәрҙәштәр" башҡорт эстрада төркөмөнөң концерттарына саҡырабыҙ. Ҡайһы төбәктә йәшәһәк тә, беҙ бер-беребеҙгә ҡәрҙәштәр, туғандар. Күңелегеҙ – ялға, йөрәгегеҙ дәрткә тулһын. Тамашанан рухи күтәренкелек алып ҡайтығыҙ!” – ти сәхнә әһелдәре.