Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Август 2021, 07:59

Уйлылар, ғәмлеләр барҙа...

Шиғриәте уйландыра, һоҡландыра, моңайта.

Зөһрә Ҡотлогилдина – үҙенең булмышы, талантлы шиғриәте, публицистик эшмәкәрлеге менән замандаштарына һәм хәҙерге осор ижади йәштәргә һәр яҡлап өлгө. Ул – әүҙем журналист һәм ошо тармаҡты маһир ойоштороусы, байтаҡ йылдар матбуғатта эшләп, тотош бер быуын журналистарҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан, әллә күпме ҡәләм оҫталарын тәрбиәләүгә, башҡорт милли мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән билдәле шәхес.

 

“Өс тағаным – хәтер, хаҡлыҡ, хыял...”

 

Тынғыһыҙ эҙәрмән Зөһрә Ҡотлогилдина башҡорт мемуаристикаһында тотош бер тармаҡты – һуғыш осоро балаларының хәти­рәләр серияһын (“Һуғыш балалары – тарих яралары”, “Һуғыш яралаған бала саҡ”, “Һуғыш балалары һөйләй”) ижад итте. Ә тормош иптәше Нияз Мәһәҙиев менән бергә сығарған “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” (Өфө, 2019) йыйынтығы Баш­ҡортостан тарихына, фәненә һәм публи­цистикаһына яңы асыштар, ҡараштар һәм фекерҙәр өҫтәне. Емешле ижады, әҙәбиәт, журналистика өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн әҙибә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбир­ҙин исемендәге премияһы (2020), Баязит Бикбай (2011) һәм Рәми Ғарипов исемен­дәге (2012) премиялар лауреаты ла булды.

Әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килгән әҙибә поэзия, проза жанрҙа­рында ла уңышлы ижад итә. Яҙыусының  публицистик китаптары хаҡында фекерҙәр бер ни тиклем әйтелһә лә, шиғриәте бөтөн­ләй өйрәнелмәгән әле. Ә бит шағирәнең әҫәрҙәре – һүҙ маһирлығы һәм донъяға үҙенсәлекле ҡарашы менән иғтибарға лайыҡлы ижад. Уның “Уйылам уйҙарымдан”, “Шәфәҡ нуры”, “Йырсы гөлдәр”, “Миләш тәлгәштәре”, “Ялан сәскәләре”, “Күҙҙәремә ҡара”, “Уртаҡ яҙмыш” китаптарына ингән шиғри әҫәрҙәре халыҡ тарафынан күптән ҡабул ителгән.

“Бәйләнештә” селтәрендә “Зөһрә Ҡотло­гилдина ижады” тигән төркөмдөң (ойош­тороусыһы – Рәхимә Мусина) ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә меңәрләгән уҡыусыһын табыуы ла бик күпте һөйләй. Билдәле журналист Миләүшә Ҡаһарманова үҙенең диуарында: “Интернет заманында был уңайлылыҡҡа ҡулайлаша алмаған әҙиптәребеҙ күҙ уңынан ысҡынып, иғтибарҙан төшөп ҡалды кеүек. Шундайҙарҙың береһе булған шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның бер нисә шиғырын интернетҡа ҡуйғайным, уҡыусы “гөж” итеп ҡалды. Әллә күпме матур һүҙҙәр, теләктәр, иҫтәлектәр булды. Халыҡ һағынған икән апайҙы”, – тип билдәләне.

Ниндәй үҙенсәлекле һыҙаттары менән арбай һуң уҡыусыны шағирәнең әҫәрҙәре? Шул һорауға яуап эҙләп, был яҙмала Зөһрә Ҡотлогилдина шиғриәтендәге лирик герой концепцияһын күҙәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым.

Һәр шағирҙың йәшәү асылын күрһәтеп торған бер фекере була. Зөһрә Ҡотлогил­динаның ижади кредоһы ошо шиғыр юлдарында әйтелгән кеүек:

Йөрәгемдә шулай бергә йәшәй

Ил үткәне, бөгөн, киләсәк.

Өс тағаным – хәтер, хаҡлыҡ, хыял –

Өс тарафым булып еләсәк.

Өс тағаным – таянысым барҙа,

Хаҡ бәхетем миңә киләсәк.

“Өс тағаным”, “Әгәр йәшәү бәхет булһын тиһәң...” кеүек шиғырҙарының үҙәгендә ил ғәме, халҡың тормошо менән йәшәү беренсе урынға сыға: “Әгәр ғүмер бер йыр булһын тиһәң, халҡың өсөн башҡар эшеңде”. Йәки “Халҡым тиеп ҡысҡырмайса” шиғырында әйтелгәнсә:

Халҡым тиеп ҡысҡырмайса,

Изге ғәмәлдәрең эшлә.

Үткән менән бөгөнгөнө

Киләсәккә бәйләп йәшә.

Ҡарамаҡҡа дидактика кеүек тойолһа ла, шағирәнең үҙебеҙ йәшәгән ерҙе матурларға теләүен, изгелекте, хәтерҙе һаҡлау, намыҫ сафлығы өсөн көрәшеп ҡәләмгә тотонғанын аңлайһың... “Намыҫ”, “Доға”, “Ғүмер”, “Ир-ат заттарына”, “Ышанып йәшә” кеүек шиғырҙар ҙа шул юҫыҡта.

Кеше хаҡын ҡәҙерләү, һәр төрлө бәлә­ләрҙән ҡурсалау, күңелдәр сафлығын һаҡлау юлында шағирәнең лирик геройы. Байтаҡ ҡына шиғырҙарында (“Йәшәү – һынау күпере”, “Ышанып йәшә”, “Күрше хаҡы”, “Дөрөҫлөк – ул берәү”, “Тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ”) бының өсөн күп тә кәрәкмәүе – бары ихтирам, иғтибар, ышаныс, хатта йылы бер һүҙ етеүе лә әйтелә.

Гүзәллеккә, ғәҙеллеккә ынтылыу, алдаҡты, кешелекһеҙлекте күрә алмау Зөһрә Ҡот­логилдинаның яҙмыш һынауҙары менән дә бәйлелер, моғайын. “Ер төҫө” поэмаһында яҙыуынса:

...Һуғыштан һуң тыуған бер бала мин,

Һағыш төҫө таныш, бик таныш.

Йәш ярымда атайымдан айырып,

Ниҙәр татытманы был яҙмыш?

Әсәйемә бары – егерме биш,

Өс йәшендә ҡалған апайым.

Һуғыш яраһынан китеп барған

Утыҙы ла тулмай атайым.

Шағирәнең бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға (ул 1951 йылдың 5 авгусында Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында тыуған) тура килгән. Шуға ла ҡатмарлы заман, дәһшәтле һуғыштың һөрөм-шауҡымы уның күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡалған.

Һуғыштан һуң тыуған быуындан беҙ.

Һуғыш йәшәй ләкин күңелдә.

Ерем миндә етем бала саҡтың

Төҫө булып һеңгән күҙемдә.

Етемлек ғазабы, ауыр хеҙмәт, үҙеңә генә ышаныу йәшәйеш алдындағы яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтә, Ер-әсәгә яҡынайта, хәтер мотивын тәрәнәйтә.

Ерҙең төҫө ниндәй?

Көсө ниндәй?

Ниндәй уйҙар таша йөҙөндә?

Ул, ахыры, бөгөн тик бер төҫтә –

Кешеләрҙең намыҫы төҫөндә.

 

Ғүмер мәғәнәһе нимәлә?

 

Фронтта һәләк булған һалдаттар, еңеү яулап ҡайтҡан ҡаһармандар, ирҙәре һуғышта һәләк булған тол ҡатындар, етем ҡалған балалар йыш ҡына шағирәнең шиғыр һәм поэмаларының геройҙарына әйләнде: “Юл сатында тора бер ҡалҡыулыҡ”, “Һалдат хаттары”, “Һәйкәлдәрҙә үҫә сәскәләр”, “Туғандар ҡәберлеге янында”, “Ер төҫө”, “Етемлек һаман һиҙҙерә”, “Тол ҡатынға”...

Зөһрә Ҡотлогилдинаның күп кенә шиғыр­ҙары үҙе тураһында, бала сағы, яҙмышы хаҡында кеүек. Әммә әҫәрҙәрендәге лирик “мин” образы аша ул тотош бер быуындың тормошон, уйҙарын сағылдыра. Күренекле яҙыусы Таңсулпан Ғариповаға арнап яҙған “Беҙ – фронтовик балалары” шиғырында шулай ти ул:

Илар саҡтарҙа ла йылмайырға

Көс табабыҙ – яугир ҡыҙҙары беҙ.

Атайҙарҙың васыятына тоғро

Ер һәм тел ул – һаҡлар ҡырҙарыбыҙ.

[…]

Һалдат атайҙарҙың рухы менән

Ғүмер юлдарынан барабыҙ.

Иңебеҙҙә – икеләтә яҙмыш,

Икеләтә әрней ярабыҙ.

Йылдар үткән һайын ҡәһәрле һуғыш алыҫайған кеүек тойолһа ла, уның яралары һис тә уңалырлыҡ түгел. Әгәр ҙә атайҙары һуғыштан ҡайтмаһа, ергә тыумаҫ быуындың портретын тыуҙыра был шиғырында автор: тормош – уларға алғы һыҙыҡ, битарафлыҡ, ялған – дошман, намыҫтары нахаҡтарҙы һәм мәкерҙәрҙе еңә! Сөнки “ил тормошо – беҙҙең тормош” тип йәшәйҙәр. Шуға ла был быуын вәкилдәре ауырлыҡтар алдында ла ҡаушап ҡалмай, киләсәккә өмөттәрен юғалтмай, илар урында ла йылмая, көлә белә... 

Туҡһанынсы йылдар... Ике меңенсе йылдар башы... Үҙгәрештәр тулы был замандың ижтимағи-сәйәси һәм рухи йөҙө (изге төшөнсәләрҙең ҡыйратылыуы, “бар нәмә лә аҡсаға һатыла” кеүек йәшәү принциптарының алға сығыуы һ.б.) хаҡында оҙон-оҙаҡ итеп һөйләп тороу кәрәкме икән? Былар барыһы ла нескә күңелле, яҡтылыҡҡа ынтылған саф күңелле лирик геройға ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Шуға ла сәйәсәттәге кире күре­нештәргә ҡаршы образлы публицистика ла алғы планға сыға: “Һатылмай йәшәп ҡара”, “Америкаларға бараһы юҡ”, “Эй, был халыҡ”, “Ҡайышлы атай кәрәк”, “Мәңгелек алыш”, “Донъялар буталғанда”, “Ҡәнәфи”... Бер туҡтауһыҙ ташҡындай мәғлүмәт киңлегенең кире яҡтары ла бихисап шул. “Ҡара тартма, зәңгәр экран” шиғырында шул сығанаҡҡа әсенеп-әрнеп мөрәжәғәт итә лирик герой:

Ҡара тартма, зәңгәр экран,

Ҡайҙа һеҙҙә йәнгә илһам?

Донъялағы бар ҡара көс,

Әйтерһең дә, унда һыйған.

Атышалар, үлтерәләр,

Сисенәләр фәхишәләр...

Алһыу туйҙар, зәңгәр туйҙар,

Шайтан туйы, мәхшәр хәлдәр...

Лирик герой аң томаланыуына, моң донъяһын баҫып алған моңһоҙлоҡҡа, бәғерһеҙлектең бала күңелдәрен, киләсәк быуынды боҙоуына борсола.

Ҡара көстө ҡыуыр ҡөҙрәт

Тартмаларға ҡасан ҡайтыр?

Зәңгәр күктәр бейеклеге

Экрандарҙа ҡасан балҡыр?

Шаҡ ҡатырам тиеп илде,

Күпме шатлыҡ ситтә ҡалған.

Йыһан тулған тартмаларға

Кеше генә һыя алмаған.

Бындай типтағы шиғырҙарҙа риторик һорауҙар күп, асыҡ финал менән тамамланыу төп композиция алымын тәшкил итә. “Яуапһыҙ ҡалған һорауҙар”, “Ҡалаларҙа, ауылдарҙа”, “Эй һин, заман” кеүек ижтимағи йүнәлешле һәм заман проблемаларын күтәргән шиғырҙарында халҡының бөгөнгө йөҙө, йәшәйеше хаҡындағы уйланыуҙарын ҡыйыу күтәрә әҙибә. Рифмалар ҙа урынында, антитеза ла композицияны биҙәй, ләкин бында шағирә өсөн иң мөһиме – фекерен, күңелен борсоған, әрнеткән уйын әйтеп ҡалыу. Тәбиғилек менән бәйле һыҙат был.

Эй аяуһыҙ, эй хаяһыҙ

Ҡаршылыҡтар заманы.

Заман үтер. Тик бөтөрмө

Әҙәмдәрҙең яманы?

Көндәр-йылдар уҙған һайын йәшәйеш хаҡында шағирәнең уйланыуҙары ла тәрәнәйә бара, фәлсәфәүилек тә көсәйә. Шағирәнең ижадында яратып ҡулланған образдар бар: Ғүмер, Яҙмыш, Тормош, Бәхет...

Атамаһында уҡ ошо һүҙҙәр осраған шиғырҙар ҙа бихисап Зөһрә Ҡотлогилдина шиғриәтендә: “Аҡлы-ҡаралы тормош”, “Ғүмер”, “Бәхет”, “Ғүмер хаҡы”, “Тормош поезы”, “Эй һин, тормош...” Уларҙың һәр береһендә кеше ғүмеренә ҡағылышлы уйланыуҙар урын ала. Фәлсәфәүи фекерҙе үҫтергәндә, композиция ҡорғанда антитеза, оксюморон алымдары йыш ҡулланыла. Ошо алымдар кеүек ҡапма-ҡаршылыҡлы бит ғүмер тигәндәре!

Бер көн табыш,

Бер көн һағыш –

Аҡлы-ҡаралы тормош.

Табыштарға ҡойондороп,

Һағыштарға көйөндөрөп,

Эй һынай беҙҙе яҙмыш.

Һынауҙарға бирешмәйенсә йәшәү, үҙ асылыңды эҙләү, тормошта урыныңды табыу, бәхеткә ынтылыу – ғүмер мәғәнәһеме икән әллә?  Уйлап ҡараһаң, яҙмыштар ҙа бер-береһенә үрелгән бит...

 

“Бәхет өсөн пар ҡанатым кәрәк, тауыш бирсе бәхет иленән”

 

Мөхәббәт! Кеше күңелен һаҡлап ҡалыр бөйөк тойғоларҙың береһе ул. Был мәңгелек теманы шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина ла урап үтмәй.

Уның шиғриәтендә мөхәббәттең әллә күпме мотивтарын табып була: һөйөү-бәхет, һөйөү-һынау, һөйөү-хыял, һөйөү-тормошто танып белеү, һөйөү-хәтер, һөйөү-юғалтыу.

Зөһрә Ҡотлогилдинаның лирик шиғырҙарының героиняһы күберәк иҫтәлектәр донъяһында йәшәй. Бәхетле миҙгелдәр, бер аҙ моңһоу, хатта үкенесле тойғолар уятһалар ҙа, улар ҡәҙерле, ғәзиз: “Муйыл тирҙек Нөгөш буйҙарында”, “Ике миҙгел – ул беҙ”, “Ниңә һин яңғыҙ түгел”... Был әйтеп бөтөлмәгән серҙәр, ҡайһы саҡта дөрләп тоҡанған тойғолар донъяһы кеше күңеленең ни тиклем тәрән икәнлеген күрһәтә.

Ә бит яратылмай йәшәгәндәр ҙә бар тормошта. “Яратылмай йәшәү” шиғырында бындай хәлде шағирә туңып ҡалған бөрө, емештәрҙән мәхрүм бер ағас, һайрай алмаҫ һандуғас, яумай үткән ямғыр менән сағыштыра. Был ғазаплы кисереште биргән шиғыр драматик финал, өҙгөләнеүле фекерҙәр менән тамамлана:

Яратылмай йәшәү – мәңге күңел өшөү,

Ысыҡ тамсы эҙләү буранда.

Йылы ышыҡ юллап, һулышыңдан сәсәп,

Өйһөҙ ғүмер итеү урамда.

Тәбиғи тойғоларға мөкиббән шағирә. Күңел төбөнән моң менән һыҙылып сыҡҡан шиғырҙар яҙа ул. Ассонанстар, аллитерациялар, ҡабатлауҙар, анафорик башлам кеүек поэтик һындар, камил ритмик быуындар, рифмалар теүәллеге – һәр береһе үҙ урынында, барыһы ла көй һорап торғандай.

Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған йырҙар. Күпме улар хәҙер? Композитор Салауат Низаметдинов менән генә лә ижад иткәндәре әллә күпме! Эш бында һанда ла түгел, ә йырланыуында, халыҡ араһында популярлыҡ яуланыуында. “Ялан сәскәләре”, “Күҙҙәремә ҡара”, “Алһыу пион”, “Тауыш бирсе”, “Һағынырһың”, “Миңә һине оноторға кәрәк”... Был йырҙарҙың барыһы ла күңелде сафландырыу ҡөҙрәтенә эйә.

Мөхәббәт, һағышлы булһа ла, яҡты, нурлы. Лирик героиняның күңел донъяһындағы был тойғо ташҡындай ҡайнар ҙа түгел, тыйнаҡ, эстән янған ялҡын менән тулы. Йәшәйеш дауам итһен өсөн кәрәк ул мөхәббәт. Ошондай мотив шағирәнең бик күп шиғырҙарының тормошсан йөкмәткеһен билдәләй. “Ирле ҡатын” шиғырындағы һөйөлгән дә, төйөлгән дә, әммә бәхет күгенә мең сөйөлгән дә ҡатынды ырыу усағын йәшәтергә, ғаилә ҡотон йәшәтеүгә көс табыуы хәтерендәге һөйөү сазын йәшәтеүе, ирҙең хаҡын күтәреүе менән бәйле. Тик кисерештән генә түгел, ә аҡылдан да яралған, яңы рухи көс булып балҡыған мөхәббәт ул.

Эйе, был изге тойғо күп осраҡта ғаилә темаһы менән бергә лә үрелә. Әйтәйек, “Уртаҡ яҙмыш” шиғырында тап ошо бер маҡсатта, бер-береңә иптәш булып йәшәү данлана:

Һәр һүҙеңдә ҙур мәғәнә тоям,

Күҙҙәреңдә – тотош ғаләмде,

Бер-береңә шулай кәрәк булыу

Йәшәтәлер ерҙә әҙәмде.

Ысын тойғоларҙан туҡылған саф һөйөүҙең юғалтыу һағыштары ла тәрән. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайғы-хәсрәттәрҙән азат түгел шул бер кем дә... “Оноторлоҡ түгел һине” тигән тетрәндергес шиғырҙы күҙ йәштәрһеҙ уҡып та булмай:

Оноторлоҡ түгел ине һине,

Бар уйҙарым һинең турыңда.

Онотормон бары,

Барып ятҡас

Яндарыңда ҡалған урынға.

 

“Алып ҡайтыр инем әсәйемде үҙем әсәй булған мәлдәремә...”

 

Кешенең кисерештәре диңгеҙ кеүек ул. Ундағы моңдар ҙа, уйҙар ҙа сикһеҙ. Ҡәҙерле, ғәзиз кешеләрең менән генә лә күпме яҡты хистәр бәйле. Быуындан-быуынға күсеп килгән, йырланған, данланған иң моңло, иң татлы кисерештәр бит улар!

Әсә темаһы, Әсә образы Зөһрә Ҡотлогилдина ижадында айырым бер урын алып тора: “Беләм, әсәй”, “Төштәрҙә күрешәйек, әсәй”, “Һағынам”, “Мамыҡ шәлең һаҡлай йәнем”, “Әсәм күҙҙәре”, “Магнитофон таҫмалары”, “Яҙмыш, берүк, дусар итмә”, “Ниндәй булыр инең икән, әсәй?”... Күңелдең аҫтын-өҫкә килтергән, тормошто күңел-йән бейеклегендә ҡабул итеүҙән тыуған саф һәм изге темаға йыш мөрәжәғәт итә шағирә.

– Үткәнеңдән нимә һорар инең,

Ниндәй үкенестәр ғәмдәреңдә?

– Ҡайтарыуын мине бик оҙаҡҡа

Әсәйле һәм наҙлы мәлдәремә.

 

– Бөгөнгөнән нимә һорар инең,

Ниндәй теләк яна ғәмдәреңдә?

– Алып ҡайтыр инем әсәйемде

Үҙем әсәй булған мәлдәремә.

Кешегә, нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, әсәй кәрәк. Ул – тыуҙырып үҫтергән, балаһы өсөн һаулығын да, ваҡытын да, тормошон да йәлләмәгән бөйөк зат. Әсәһен иҫкә төшө­рөп һағынған бала һағышы – иң саф кисерештәрҙең береһелер... Әсәйҙе юғалтыу – кеше ғүмерендәге иң ҙур юғалтыу...

Яҡын кешеңдең мамыҡ шәле лә һаҡлау көсөнә эйә. “Мамыҡ шәлең һаҡлай йәнем” шиғырында яҙылғанса:

Тормош мине ярҙан-ярға ҡаҡҡан саҡта,

Бәргеләнеп, теткеләнгән йәнем туңһа,

Һинең шәлгә, әсәй, тағы төрөнәмен,

Бөгөлөр ҙә ерҙә йәнә тереләмен.

Әсә күҙҙәре, әсә һүҙҙәре кешене ғүмер буйына оҙата килә. Ваҡытында аңлайбыҙмы икән һуң уларҙы беҙ? “Әсәйҙәргә урын ҡала ситтән генә”, “И әсәйҙәр, ниндәй йөрәк һеҙ­ҙә?”, “Әсәм хәлен белмәгәнмен” кеүек шиғыр­ҙарҙа шул һорауҙарға яуап эҙләнә.  Бына “Фатихаһыҙ, балам, юл сыҡма” әҫәрендә лә үкенестәр йәнен өтә лирик геройҙың:

Буш хыялдар йөкмәп киткәнмен бит,

Шул ғазаптар мине йонсота.

Күҙ алдымда әсәм ҡараштары:

“Фатихаһыҙ, балам, юл сыҡма!”.

Йылдар үткәс кенә “әсәйемдең хәлен белмәгәнмен әсәй булмайса үҙем” тип кемдәр генә уйламаған икән?!

Тағы бер ғәзиз һәм ҡәҙерле кеше – бала – лирик героиняның тормошон үҙгәртә, уның йәшәүенә яңы төҫ-буяуҙар өҫтәй, ғүмер асылдарын тәрәнәйтә:

Һин тыуғанға тиклем минең тормош

Ҡаралама ғына булғандай.

Аҡҡа яҙған ғүмер биттәремдә

Бейей ҡояш, йондоҙ, тулған ай.

Әсә һәм бала темаһы (“Рәнйетеп бала үҫтермә”, “Әсәм, балам”, “Бала имеҙгән ҡатын” һ.б.) Зөһрә Ҡотлогилдина ижадында – үҙе бер айырым һүҙ алып барырлыҡ өлкә.

Ғөмүмән, шағирәнең ижадында яһалма ҡупшылыҡ, риторика, пафос юҡ. Тәбиғи интонация, лирик дөйөмләштереү алымы – тормош ҡатмарлылығын, кеше хистәре тәрәнлеген һүрәтләү юлында ышаныслы алым. Шуғалыр ҙа уның ҡәләме менән һүрәтләнгән ҡатын-ҡыҙ ҙа нәзәкәтлелеге, үҙ йөҙө булыуы менән иҫтә ҡала.

Зөһрә Ҡотлогилдина – тормошта була торған яҡшы һәм насар хәл-ваҡиғаларҙы йөрәге аша үткәреп, уға үҙенең мөнәсәбәтен белдермәй ҡала алмаған шағирә. Был ғәҙәте – булмышынан, тыуған еренә, халҡына, ғаиләһенә һөйөү менән йәшәгәненән. Шағирә үҙе әйтеүенсә: “Уйлылар, ғәмлеләр барҙа, шиғриәт мәңге тере”. Эйе, уйлы һәм ғәмле булған өсөн уның шиғриәте лә битараф ҡалдырмай. Йөрәкһетә. Шатландыра. Йырлата. Болоҡһота. Әрнетә. Һоҡландыра. Моңайта. Иң мөһиме – уйландыра. Иманым камил: шиғриәт һөйөүселәр Зөһрә Ҡотло­гилдинаның илһамлы ижад донъяһында үҙ күңеленә ауаздаш фекерҙәрҙе, үҙе өсөн бик күп асыштарҙы табасаҡ әле.

 

- Луиза КИРӘЕВА,

филология фәндәре кандидаты.

Читайте нас