Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Август 2021, 09:00

Һағындырған был байрам...

Пандемия осоро беҙҙе күп байрамдарҙан мәхрүм итте. Туймазылар ҙа күңелле кисәләрҙе, осрашыуҙарҙы һағынған ине.

Һағындырған был байрам...Һағындырған был байрам...
Һағындырған был байрам...

Пандемия осоро беҙҙе күп байрамдарҙан мәхрүм итте. Туймазылар ҙа күңелле кисәләрҙе, осрашыуҙарҙы һағынған. Шуға күрә ҡала мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолған “Туймазы-фест” этнофестивале үҙенә күптәрҙе йәлеп итте.

Өсөнсө тапҡыр үткән мәҙәниәт сараһы күңелле башланды. Башҡорт милли аш-һыуы оҫталары ҡунаҡтарҙы ҡымыҙҙан, ҡаҙынан ауыҙ итергә саҡырҙы, әрмән, украин, урыҫ кухняһы блюдолары менән иғтибарҙы үҙҙәренә тартыусылар ҙа етерлек ине. Сало, былау һәм башҡа күп төрлө аҙыҡ-түлектән ауыҙ итеү бушлай булғас, тиҙ арала өҫтәлдәр бушап ҡалды. Ә байрам дауам итте.

“Оҫталар йәйғоро” милли мәҙәниәт, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге күргәҙмәләре эшләне. Тирмәләр эргәһендә фотоға төштөләр, район биләмәһендә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының йыр-бейеүҙәре менән таныштылар.

– Ниһайәт, беҙ бергә йыйылдыҡ, беҙҙең көс – берҙәмлектә, – тип сәләмләне яҡташтарын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин. Ул район биләмәһендә алтмыштан ашыу милләт вәкилдәренең татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәүен белдерҙе. Ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары тап ошоно раҫланы. Концерт Рәсәй гимнын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.

Байрамда “Атайсал” һәм “Яҡташтар” республика проекттары лидерҙарын сәләмләнеләр. Уларҙың араһында – төрлө һөнөр эйәләре: табиптар, уҡытыусылар, спортсылар, ауыл эшсәндәре. ”Атайсал” проекты лидеры тип “Х. Солтанов исемендәге Ватанды һаҡлаусылар тураһында халыҡ иҫтәлеге” зҙәрмәндәр отряды етәксеһе Юрий Бирюзов табылды.

"Яҡташтар" проектына килгәндә, "Мәғариф" номинацияһында – Собханҡул мәктәбе директоры Ольга Гусакова, "Мәҙәниәт һәм сәнғәт"тә – яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Камил Йыһаншин, "Ауыл хужалығы"нда "Туймазы" АПК-һы хужаһы Ильяс Саниев билдәләнде. "Дәүләт эшмәкәрлеге" номинацияһында туймазыларҙың күпселеге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөн тауыш бирҙе.

 

Фото: ”Туймазинский вестник” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас