

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республиканың район-ҡалаларында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәләре уҙғара. Бөгөн ауыл хужалығы йәрминкәһе Сибай ҡалаһында үтә.
Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов билдәләүенсә, бындай йәрминкәләрҙә халыҡ фермер хужалыҡтарында үҫтерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек һатып ала. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә лә бындай майҙансыҡтар бик ҡулай һәм отошло. Һатыуға икмәк, икмәк-булочка, кондитер изделиелары, һөт ризыҡтары, ит, емеш-еләк, йәшелсә, бал сығарыла.
Йәрминкә сиктәрендә халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеләсәк, эш эҙләүселәр вакансиялар банкында резюмеларын ҡалдыра ала. Шулай уҡ балаларға ла күңелле буласаҡ: бында төрлө уйын майҙансыҡтары эшләү ҡаралған, балаларға аниматорҙар күңелле ял бүләк итергә һүҙ бирә.
Йәштәр өсөн киске программа ла ҡаралған. Әйткәндәй, бөгөн Сибайҙа Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө байрамы үтә. Сара сиктәрендә төрлө конкурстар була, флешмоб ойошторола. Кис көнө ҡала халҡы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Радик Юлъяҡшиндың концертын рәхәтләнеп ҡарай аласаҡ. Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ, сибайҙар!
Фото: mkset.ru