

Кисә "Ирәндек айыуы" алтынын тапҡан ир-уҙаман Өфөнөң Милли музейына ғаиләһе менән үҙ табышын күрергә барған. БР Милли музейының иң билдәле ҡомартҡыларының береһе "Ирәндек айыуы"н хәтерләйһегеҙҙер, уны Баймаҡ районы Күсей ауылы янындағы баҫыуҙа "Ирәндек" совхозы механизаторы Радик Үтәғолов элекке Һунарүҙәк руднигы янында ер һөргәндә таба.
1992 йылда табылған биш килограмм ауырлығындағы алтын киҫәге 2011 йылдан музейҙың фондында һаҡлана. Башҡортостандың ете мөғжизәләренең береһе булған ҡомартҡы музейға килгән һәр кемдә, шулай уҡ Өфө ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Радик Ишбулды улы үҙ табышын ҡайтанан ҡулына алып, уның тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, ейән-ейәнсәрҙәрен таныштырған. Аҙаҡ ул "Мин шатмын ысын алтын һаҡланғанға. Музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!" тигән яҙыу ҙа ҡалдырған.
Алтын киҫәгенең ауырлығы — 4 880,06 грамм. Ләкин уның 4,58 һәм 1,31 грамлыҡ ике өлөшө «өҙөп» алынған. Шуға ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта улары ла һаҡланған. Формаһы менән ул табала бешкән ҙур ҡоймаҡты хәтерләтә. Оҙонлоғо — 31 см, киңлеге — 18,5 см, ҡалынлығы төрлөсә — ярты сантиметрҙан 1,5 сантиметрға етә.
Хәҙер ул алтын Өфөлә Милли музейҙа һаҡлана һәм Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының милли ҡаҙанышы булып һанала.
Фото: БР Милли музейы сайтынан.