

"Башҡортостандың ыңғай имиджын үҫтереүгә этәргес биргән VI Бөтә донъя фольклориадаһын тағы телгә алам. Мәғариф системаһында ла ҡайһы бер аҙымдар яһалды",– тине Андрей Назаров.
Ағымдағы йылда туғыҙ мәктәп һәм өс балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов ошондай мәғлүмәтте еткерҙе. Ул шулай уҡ аҙаҡҡы өс йылда “Мәғариф” милли проектына ярашлы мәктәптәрҙе матди-техник йыһазландырыу йәһәтенән күп эш башҡарылғанын билдәләне. Республикаға федераль бюджеттан 3,689 миллиард һум йәлеп ителгән.
“Заманса мәктәп” проектына ярашлы, 2021 йылда 207 “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге һәм физика, химия, биология фәндәрен өйрәнеү йәһәтенән һанлы ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк мәктәптәр булдырылыуы күҙаллана. Бынан тыш та белем биреү учреждениеларында байтаҡ матур ваҡиғалар көтөлә.
Республикала полилингваль мәктәптәр төҙөлөүен дауам итә. Мәҫәлән, тәүге ярты йыллыҡта ошондай белем усағы Нефтекамала асылды.
Азат Бадранов, республика мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ-ара саралар үткәреү буйынса имиджын нығытыуҙы дауам итә, тип билдәләне. Бөтә донъя фольклориадаһы ваҡытында Башҡортостанға 60 меңләп турист килде.
Мәскәүҙең Чайковский исемендәге концерт залында республиканың Милли симфония оркестры тәү ҡат сығыш яһаны. Ә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡуйған Ж. Масснеҙың “Дон Кихот” операһы Рәсәйҙең Ҙур театры тамашасыларын арбаны.
Тәүге ярты йыллыҡта милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим саралар үткәрелде. Улар араһынан иң мөһиме – апрелдә уҙған республика Башлығы ҡарамағындағы Милли мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы.
Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, мәҙәни сараларға килгәндәр һаны – 21, ә мәҙәниәт буйынса һанлы ресурстарға мөрәжәғәт итеү 28 процентҡа артҡан.
Мәҙәни яҡтан хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу, уның менән күберәк кешене таныштырыу маҡсатында Башҡортостан “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru